Розалия Рәйес ҡыҙы Яңы Һәйет ауылында тыуып үҫә, Ә.Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатын тамамлай. Бала саҡтан уҡ тормошон медицина менән бәйләргә хыялланған ҡыҙ БДМУ-ның дауалау факультетына уҡырға инә. Буласаҡ һөнәренең серҙәренә бар күңелен һалып, дәртләнеп өйрәнә. Ҡулына диплом алғас, йәш белгес интернатура үтергә Стәрлетамаҡ ҡалаһының “Сода” поликлиникаһына табип-интерн булып эшкә урынлаша. Артабан ул хеҙмәт юлын участка терапевты һәм цех терапевты булып дауам итә.
2010 йылда ул Ҡолғона участка дауаханаһында табип булып эш башлай. Мөләйем йөҙлө, сирлеләргә һәр саҡ яғымлы, эшен яратып башҡарған йәш белгесте ауыл халҡы шунда уҡ үҙ итә. Иғтибарлы булыуы, изге
күңеле менән ололарҙың да, балаларҙың да йөрәгенә юл яра ул. Бәләкәстәр медицина
бүлмәһенән бер ҙә шөрләмәй, киреһенсә, аҡ халатлы апайҙары менән аралашырға яраталар.
Яратҡан һөнәренә тоғро ҡалып,
оҙаҡ йылдар ауыл халҡының
сәләмәтлеген нығытыу,
сыныҡтырыу өҫтөндә күп эшләй
табип. Теге йәки был ауырыуҙы
дауалау буйынса файҙалы
кәңәштәрен биреп, ата-әсәләр
араһында ла ихтирам яулай.
Әлеге көндә Ҡолғона табип
амбулаторияһы ҡарамағында
Ҡолғона, Ҡалыу-Айры, Яңы
Һәйет, Иҫке Һәйет, Ялтран, Кәбәс ауылдары халҡы
хеҙмәтләндерелә. Розалия Рәйес ҡыҙы уларҙың һәр
береһенә йылы һүҙен дә,
иғтибарын да, ваҡытын да
йәлләмәй.
- Ауыл халҡы асыҡ, шунлыҡтан
эшләүе лә ауыр түгел.
Хеҙмәтебеҙҙең нескәлектәре
күп: беренсе ярҙам күрһәтеү,
профилактик саралар ойоштороу, кәрәкле документтарҙы
тултырыу, ваҡытында диспансеризация үткәреү мөһим
эштәрҙең береһе булып тора.
Амбулаторияла бөтә төр анализдар алына, уларҙы аҙнаһына ике
тапҡыр ҡалаға - Ишембай үҙәк
дауаханаһына алып барабыҙ.
Үҙебеҙҙә ЭКГ үткәрәбеҙ, ул
компьютер ярҙамында шунда
уҡ функциональ диагностика
табиптарына барып етә. Улар
беҙгә тиҙ арала һөҙөмтәләрен
яҙып та ебәрәләр. Йөрөй
алмаған ауырыуҙарҙы өйҙәренә
барып ҡарайбыҙ. Уларға льготалы дарыуҙар алып ҡайтабыҙ, - ти
Розалия Мусина.
Әйткәндәй, Ҡолғона ауылы
табип амбулаторияһында табип-терапевт, акушер, стоматолог, балалар табибы, УЗИ,
процударалар эшләү кабинеттары бар. Дарыуҙар һатыу өсөн
дә урын бүленгән. Ун койка
урынлыҡ көндөҙгө стационар
ҙа эшләп килә. Температураһы
юғары булған пациенттар өсөн
бүлмә бар. Өфөнән, Ишембай үҙәк район дауаханаһынан
табиптар йыш килеп тора.
Ауыл алыҫ урынлашыуға
ҡарамаҫтан, “Сәләмәтлек поезы” белгестәре өсөнсө йыл
рәттән пациенттарҙың һаулығын
тикшерә.
Эйе, ҡаланан айырмалы
рәүештә ауыл ерендә табип булып эшләү икеләтә ҙур яуаплылыҡ талап итә. Сөнки, бер үк
ваҡытта уларға хирург та, педиатр ҙа, психолог та булырға
тура килә. Эш сәғәте лә тәүлек
әйләнәһенә.
- Эшем еңел түгел, әммә миңә
бик оҡшай. Ауырыуҙарға ярҙам
итеп, уларҙың һыҙланыуҙары
бөтөп, йөҙҙәрендә йылмайыу барлыҡҡа килһә - беҙгә оло
шатлыҡ. Һәр саҡ сирлеләргә
йылы һүҙемде, иғтибарымды
йәлләмәҫкә һәм уларҙың хәлен
еңеләйтер өсөн ҡулдан килгәнсә
ярҙам итергә тырышам. Мин
бергә эшләгән коллективым
менән дә ғорурланам, уларҙың
һәр береһе үҙ эшенең оҫтаһы.
Һәр ваҡыт берҙәм эш итәбеҙ.
Форсат менән файҙаланып, ошо
яңы заманса йыһаздандырылған
табип амбулаторияһын булдырғандары өсөн Башҡортостан
Башлығы Радий Хәбировҡа,
БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азамат
Абдрахмановҡа, Ишембай үҙәк
район дауаханаһының баш табибы Ринат Ғәйнетдиновҡа ҙур
рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, - тип
һүҙен йомғаҡланы Розалия Мусина.
Розалия Рәйес ҡыҙы эшендә
тырыш хеҙмәткәр генә түгел, ә
тормош иптәше Азамат Мәхмүт
улына һөйөклө ҡатын, уңған
хужабикә, балаларына ҡәҙерле
әсәй ҙә. Мусиндар ғаиләһе өс
бала үҫтерәләр. Ҡура тултырып мал, ҡош-ҡорт аҫрайҙар,
баҡсала йәшелсә-емештәре
ишелеп үҫә – быларҙың барыһы
ла йортта уңған, егәрле, һәр
нәмәнән йәм табып йәшәүсе хужалар тураһында һөйләй.
Ауыл халҡы Розалия Рәйес
ҡыҙының эшенән ҡәнәғәт. Уның
кеүек ауырыуҙарға яғымлы
ҡарашын, йылы мөнәсәбәтен
йәлләмәгән, Гиппократ антына тоғро ҡалған тырыш
хеҙмәткәрҙәрҙең халыҡҡа
күрһәткән изге эштәре үҙҙәренә
лә мең сауап булып әйләнеп
ҡайтһын, тигән теләктә ҡалабыҙ.
Фото Розалия Мусинаның шәхси архивынан.