Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Март , 13:00

Сәскәләргә - ҡояш, балаларға әсәй кәрәк

Март айының тәүге көндәре ҡышты хәтерләтһә лә, күңелдәргә әллә ҡасан уҡ яҙ һулышы тулған. Умырзаяның көнгә керпек асыуына ла күп ҡалманы, ә унан башҡа сәскәләр ҙә ҡояшҡа йылмайып иркәләнеп ултырыр. Яҙ, ҡояш, сәскә, тигәс, күҙ алдына үҙенән-үҙе ҡатын-ҡыҙ образы баҫа. Киләһе һүҙ һөйкөмлө, наҙлы, хәстәрлекле, итәғәтле ҡатын-ҡыҙ – биш бала әсәһе Зөлфиә Ғилманова тураһында булыр.

Сәскәләргә - ҡояш, балаларға әсәй кәрәк
Сәскәләргә - ҡояш, балаларға әсәй кәрәк

Зөлфиә Сынтимер ҡыҙы Салауат ҡалаһында Сатира һәм Сынтимер Исмәғилевтәр ғаиләһендә тыуһа ла, сығышы менән Ишембай районынан. Атаһы Сынтимер Носоратулла улы Ғүмәр ауылынан булһа, әсәһе Сатира Бикҡужа ҡыҙы – Арлар ауылы һылыуы. Сатира апай һөнәре буйынса штукатурмаляр булып эшләй, Салауат ҡалаһы мәҙәниәт һарайының төҙөлөүендә уның да ҡатнашлығы бар. Сынтимер ағай төрлө урындарҙа электр селтәрҙәре ремонтлай, сымдар һуҙа. Тора-бара ғаиләгә Ишембай районынан эш тәҡдим итәләр, улар Биксән ауылына күсеп ҡайта. Зөлфиәнең ҡустыһы Зөлфир тап ошо ауылда тыуа. Балалар мәктәп йәшенә еткәс, уларҙы төрлө түңәрәктәргә йөрөтөү теләге менән ғаилә Ишембай ҡалаһына күсеп килә. 

Зөлфиә 1999 йылда Ә.Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатын тамамлай. Был белем биреү учреждениеһы гимназия статусы алғандан бирле төрлө уҡыу йорттары менән хеҙмәттәшлек итә. Зөлфиә лә гимназияла уҡыған сағында киләсәккә пландар ҡора, бала саҡтан килгән уҡытыусы булыу хыялына ынтыла.
Шулай итеп ул Бәләбәй педагогия колледжына башланғыс кластар уҡытыусыһы белгеслеге буйынса уҡырға инә. Уны 2003 йылда уңышлы тамамлап, артабан Силәбе педагогия университетының психология һәм педагогика факультетында ситтән тороп уҡый. 2009 йылда юғары белемле психолог булып сығарыла.

Буласаҡ тормош юлдашы – Әлшәй районы егете Зиннур Шәрифйән улы Ғилманов менән 2002 йылда танышып ғаилә ҡоралар. Ғилмановтар ғаиләһен ҡыуандырып, бер-бер артлы Яҙгөл, Илназ, Эльза тыуа. Ситтән тороп юғары белем алғанда балаларҙы ҡарашырға ире, әсә-атаһы менән ҡәйнәһе ярҙам итә. Бәләкәстәр үҫкәндә уңайлы булһын, тип Зөлфиә Сынтимер ҡыҙы 2007 йылда “Аҡбуҙат” башҡорт балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эш башлай.

- Бында тәжрибәле тәрбиәселәрҙән күп нәмәгә өйрәндем, теоретик белемемде практикала камиллаштырҙым, - тип уртаҡлашты Зөлфиә Ғилманова. – Балалар баҡсаһында эшләп йөрөгәндә мәғариф идаралығынан шылтыратып, Ишембайҙағы “Пеликан” балалар йортона ике телдә лә яҡшы аралашҡан белгес кәрәк, тинеләр. Психологҡа уҡып сыҡҡас, мин ризалаштым. Йәтим балалар менән эшләү тәжрибәһен тәүге тапҡыр ошо учреждениела алдым. Балаларҙың ғаиләлә һәм социаль үҙәктә тәрбиәләнеү айырмаһын яҡшы аңланым. Ул саҡта балалар йортон Рәзилә Мөнир ҡыҙы Бәхтийәрова етәкләй ине. Миндә шунда уҡ: “Ғаиләмә ата-әсәйһеҙ ҡалған балаларҙы алырға кәрәк, уларҙы кеше итә аласаҡмын”, тигән уй тыуҙы. Яйлап иптәшемде әҙерләй башланым, шул уҡ ваҡытта балалар менән дә һөйләшеү алып барҙым.

Шулай итеп, 2013 йылда Ғилмановтар үҙ ғаиләһенә апалы-һеңлеле Алһыу менән Наҙгөлдө йәшәргә алып ҡайта. Ул саҡта Алһыуға – 3 йәш тә 9 ай, Наҙгөлгә 1 йәш тә 8 ай була.

- Был йәһәттән Яҙгөл ҡыҙым ҙур ярҙамсы булды, үҙенә ни бары 10 йәш кенә ине. Шул саҡта баламдың ойоштороу һәләте барлығын күрҙем, - тип һүҙен дауам итте күп балалы әсә. – Илназ улым, Тимур һәм уның командаһы, тип ғорурланып китте. Ә үҙебеҙҙең өсөнсө балабыҙ Эльзаға 1 йәш тә 2 ай ине. Шуға ла ул Алһыу һәм Наҙгөл менән бергә үҫте. Ҡайҙа йөрөһәк тә кешеләр был өс ҡыҙҙы күреп, ҡыҙыҡһынып һораша торғайны. Әле лә ҡыҙҙар бик татыу, бер төптән. Ғилмановтар балаларының барыһы ла – ҡаланың 1-се гимназия уҡыусылары. Мәктәптә уҡыу рус телендә барһа ла, улар башҡортса аралаша. Оло ҡыҙҙары Яҙгөл 9-сы кластан һуң Салауат медицина колледжына уҡырға инә, уны ҡыҙыл дипломға тамамлай. Артабан уҡыуын Өфө фән һәм технологиялар университетының психология факультетында дауам итә. Яңыраҡ ҡыҙыл диплом алып, ата-әсәһен, туғандарын ҡыуандырған. Улдары Илназға килгәндә, шулай уҡ 9-сы кластан һуң Салауат педагогия колледжында уҡып, хоҡуҡ һаҡлау эшмәкәрлеге буйынса диплом яҡлай. Алһыу ҙа 9-сы кластан һуң Салауат педагогия колледжында коррекция педагогикаһы факультетының 1-се курсында уҡып йөрөй. Ә бер туғандар һымаҡ үҫкән Наҙгөл менән Эльза 8-се класта уҡый. Ҡыҙҙар – класташтар.

- Бәләкәй саҡта уҡ күп балалы ғаиләләргә күҙем ҡыҙып ҡарай торғайным. Ирем Зиннур ҙа туғыҙ балалы ғаиләлә тәрбиәләнгән, төпсөк бала. Ҡәйнәм, Тәнзилә Солтан ҡыҙы, тәрән зиһенле, сабыр, ипле кеше булды. Һәр бер балаға тигеҙ ҡарарға унан өйрәндем. Балаларын бергә йыйып, иғтибар үҙәгендә булды ул. Бәләкәстәрҙе тәрбиәгә алыуҙы ла аңлап ҡабул итте, ҙур ярҙам күрһәтте. Ул саҡта үҙ әсәйем һәм атайым мәрхүмдәр ине, - тип иҫкә төшөрҙө Зөлфиә Сынтимер ҡыҙы. – Арлар ауылында йәшәүсе әсәйемдең бер туған апаһы – Нәзирә Бикҡужа ҡыҙы ла миңә әсәй, балаларға өләсәй урынына ҡалды. Балаларыма ололарса тәрбиә бирҙе, әҙәпкә өйрәтте.

Ғаилә башлығы Зиннур Ғилмановҡа килгәндә, әлеге мәлдә ул Салауат комбинатында монтажсы булып эшләй. Бәләкәй саҡтан спортты яратҡас, бигерәк тә көрәште, ат сабышын үҙ иткәс, балаларын да сыныҡтырып үҫтерә. Уларҙы кескәй саҡтарынан уҡ конькиға баҫтыра, бассейнға йөҙөргә йөрөтә. Балалар ғаиләлә халыҡ йолаларын өйрәнеп, конкурстарҙың муниципаль район этабында ғына түгел, ә республика кимәлендә лә ҡатнашырға тырыша. Атай-әсәйгә ҡарап, Ҡөрьән сүрәләрен ятлайҙар, ураҙа тоталар, ифтар мәжлестәрендә ҡатнашалар. Йәйен баҡсала эшләйҙәр, һәр кем үҙ түтәленән уңыш йыйып ала. Ни сәсһәң, шуны урырһың, тигән мәҡәлде тура һәм күсмә мәғәнәлә лә яҡшы аңлап, эшкә өйрәнеп, сынығып үҫәләр. Батырға ла ял кәрәк, тигәндәй, тәбиғәт ҡосағына сығырға ла онотмайҙар. Ғилмановтарҙың ғаиләһе Шүлгәнташ мәмерйәһенән алып Башҡортостандың ете мөғжизәһен дә урап сыҡҡан.

- Минең төбәк кимәлендә лә эшләргә теләгем бар ине, шуға ла республика учреждениеһы булған Петровск балаларҙы тәрбиәләүгә булышлыҡ итеү үҙәгенә күстем. Бында тәрбиәләнеүселәр Башҡортостандың төрлө районынан ҡабул ителә, - тине әңгәмәсем. – Шуныһы ҡыуаныслы, балаларҙы тәрбиәгә алған ғаиләләр күп. Һәр тәрбиәләнеүсе шәхсән иғтибарға лайыҡ. Тәрбиәгә алған атаәсәләр менән эшләгәндә, әлбиттә, үҙ тәжрибәм ярҙам итә.

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар байрамы уңайынан Зөлфиә Сынтимер ҡыҙы яҡташтарына бер нисә һүҙ еткерергә теләк белдерҙе.

- Барлыҡ яҡташ ҡатын-ҡыҙҙарҙы 8 март менән ҡотлап, иң изге теләктәремде еткерәм. Килеп тыуған ауырлыҡтарға бирешмәгеҙ, сабыр, аҡыллы булығыҙ. Йортоғоҙҙа һеҙгә ярҙам ҡулы һуҙған кешеләрегеҙ булһын. Шуныһы мөһим, ярҙам һорарға бер ҡасан да оялмағыҙ. Ваҡытты үҙегеҙгә лә, балаларығыҙға ла тигеҙ бүлегеҙ. Шул уҡ ваҡытта тормош юлдашығыҙға ла иғтибарлы булығыҙ, сөнки балаларҙың тәрбиәһе тап атайәсәйҙең үҙ-ара мөнәсәбәтенән килә. Проблемаларҙы уртаға һалып, күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшеүгә ни етә? Берҙәм, татыу булығыҙ, уңыштар!


Фотолар ғаилә архивынан.

Сәскәләргә - ҡояш, балаларға әсәй кәрәк
Сәскәләргә - ҡояш, балаларға әсәй кәрәк
Автор: Айһылыу Вахитова
Читайте нас