Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Март , 11:30

Һәр саҡ шулай берҙәм һәм татыу булайыҡ!

Ошо шәмбе Кинйәбулат мәсетендә сираттағы ифтар мәжлесе үтте.

Һәр саҡ шулай берҙәм һәм татыу булайыҡ!
Һәр саҡ шулай берҙәм һәм татыу булайыҡ!

Был сараны Зөбәржәт һәм Рәжәп Шаһиевтар ғаиләһе ойошторҙо.

- Уларҙың ғаиләһе йыл да ифтар мәжлестәре үткәрә, Ураҙа ғәйетендә, Ҡорбан байрамында һарыҡ сала. Зөбәржәт һәм Рәжәп Шаһиевтар нәҫел ептәрен өҙмәй, туғанлыҡ йолаларына тоғро. Ифтарға туғандарын ғына түгел, ярҙамға мохтаждарҙы, йәтимдәрҙе лә саҡыра. Беҙ ҙә туғандарыбыҙ, Шаһиевтар ғаиләһе, ифтарға саҡырғас, ихлас ризалашып килеп еттек, - тип уртаҡлашты Смаҡайҙан Фәүзиә һәм Альмир Насыровтар ғаиләһе. - Шуныһы ҡыуаныслы, мәсеттә балалар, үҫмерҙәр күп булды. Улар халҡыбыҙҙың йолаларын күреп, фәһем алып үҫә. Тотҡан ураҙаларыбыҙ ҡабул булһын, барыбыҙ ҙа имен-һау булайыҡ, илгә тыныслыҡ килһен.

Дөйөм намаҙҙа ҡатнашып, төрлө ризыҡтарҙан ауыҙ иткән яҡташтар бындай осрашыуға ихлас ҡыуанышып таралышты.

Автор фотоһы һәм видеоһы.

Һәр саҡ шулай берҙәм һәм татыу булайыҡ!
Һәр саҡ шулай берҙәм һәм татыу булайыҡ!
Һәр саҡ шулай берҙәм һәм татыу булайыҡ!
Һәр саҡ шулай берҙәм һәм татыу булайыҡ!
Һәр саҡ шулай берҙәм һәм татыу булайыҡ!
Һәр саҡ шулай берҙәм һәм татыу булайыҡ!
Һәр саҡ шулай берҙәм һәм татыу булайыҡ!
Һәр саҡ шулай берҙәм һәм татыу булайыҡ!
Һәр саҡ шулай берҙәм һәм татыу булайыҡ!
Һәр саҡ шулай берҙәм һәм татыу булайыҡ!
Һәр саҡ шулай берҙәм һәм татыу булайыҡ!
Һәр саҡ шулай берҙәм һәм татыу булайыҡ!
Һәр саҡ шулай берҙәм һәм татыу булайыҡ!
Һәр саҡ шулай берҙәм һәм татыу булайыҡ!
Автор: Айһылыу Вахитова
Читайте нас