Барыһы ла ғаиләләге
тәрбиәнән килә
“Редакция ҡунағы” рубрикаһы
сиктәрендә халҡыбыҙҙың тарихы, йолалары, башҡорт теленең барлыҡҡа
килеүе һәм үҫеше менән ҡыҙыҡһынған
яҡташыбыҙ Ғәфүр Мөхтәрәм улы Солтанморатов менән таныштыҡ. Артабан Солтанморатовтарҙың хәрбиҙәр
династияһы тураһындағы яҙма уның
аша бәйән ителәсәк.
Ғәфүр ағайға килгәндә, ул Әхмәр ауылында Миңъямал һәм Мөхтәрәм Солтанморатовтар ғаиләһендә тыуған.
Мәктәптән һуң ил сиге һаҡсылары
ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Йәшләй
ғаилә ҡороп, тыуған ауылында төпләнеп
ҡала. Мәктәптә производство белем
биреү мастеры, тормош хәүефһеҙлеге
нигеҙҙәре буйынса уҡытыусы булып
эшләй. Ҡатыны, Гөлнур Миңлеғәле
ҡыҙы, хеҙмәт юлын ошо уҡ учреждениела башлай. Тәүҙә мәктәптә – ашнаҡсы,
артабан балалар баҡсаһында хужалыҡ
мөдире булып эшләй. Икеһе лә лайыҡлы
хеҙмәт юлы үтеп, хаҡлы ялға сыға. Эш
араһында балалары Салауатты, Азаматты һәм Гөлшатты өлгөлө тәрбиәләп, ҙур
тормош юлына фатиха биргән кешеләр
улар.
Атаһына ҡарап уҡ юнған, тигәндәй,
ике улы ла тормошта үҙҙәрен һынатмай,
халыҡ хәүефһеҙлеге хеҙмәттәрендә
тырышып тир түгә, ҙур ҡаҙаныштарға
өлгәшә.
Илһөйәрлек төшөнсәһе киң: ул Ватанды һаҡлаусыны ғына аңлатмай, ә
ҡайҙа һәм кем булыуына ҡарамаҫтан, ил
мәнфәғәтенә намыҫлы тырышыусыны
ла кәүҙәләндерә.
Солтанморатовтарҙың оло улдары Салауат Әхмәр мәктәбен бөткәс,
Стәрлетамаҡ педагогия институтының
тарих факультетын тамамлай. Хеҙмәт
юлын 2001 йылда Стәрлетамаҡ эске
эштәр идаралығының 3-сө бүлегендә
участка уполномоченныйы булып башлай. Өлкән лейтенант дәрәжәһенә
еткәс, 1-се бүлектең участка
уполномоченныйҙары бүлексәһе начальнигы итеп тәғәйенләнә. Артабан
уны ҙурыраҡ булған 4-се бүлеккә етәксе
итеп күсерәләр. Параллель рәүештә
икенсе юғары – юридик йүнәлешле
белем алғас, Салауат Солтанморатов
участка уполномоченнайҙары линияһы
буйынса идаралыҡтың начальник
урынбаҫары вазифаһын биләй. Подполковник дәрәжәһендә хаҡлы ялға сыға.
Бөгөнгө көндә ул Ишембай ҡалаһының
3-сө мәктәбе директоры вазифаһын
биләй. Ишембай районы башҡорттары
ҡоролтайы етәксеһе, ҡала Советы
рәйесе булып, йәмәғәт эшмәкәрлеген
әүҙем алып бара.
Артабанғы һүҙебеҙ – Гөлнур һәм
Ғәфүр Солтанморатовтарҙың кесе улдары Азамат хаҡында. Ул мәктәптән
һуң Свердловск хәрби медицина институтында белем ала. Ете йыл уҡып,
лейтенант дәрәжәһендә тамамлай.
Артабан Хабаровск крайының Бикин
ҡалаһына хәрби хеҙмәткә ебәрелә. Унда
майор дәрәжәһенә тиклем күтәрелә.
Хеҙмәтендә үҙгәрештәр булыу сәбәпле,
Стәрлетамаҡ ҡалаһына күсеп ҡайта,
Федераль язаны үтәү хеҙмәтенә медицина бүлеге начальнигы булып эшкә
тәғәйенләнә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 2019
йылда вафат була.
Илгә дан яулаған
яҡташыбыҙ хаҡында
Мәҡәләмде юҡҡа ғына “Нәҫел менән
ил һағында” тип атаманым. Хәрбиҙәр
династияһында иң төп урынды – Ғәфүр
Солтанморатовтың бер туған ҡустыһы
Юнир Мөхтәрәм улы алып тора. Ул
мәктәптән һуң Куйбышев медицина институты ҡарамағындағы хәрбимедицина факультетын тамамлай. Артабан Силәбе өлкәһенең Ҡыштым ҡала
округына хәрби хеҙмәткә тәғәйенләнә.
Унда лейтенант дәрәжәһендә медицина
хеҙмәте начальнигы булып эшләй. Илдә
тынғыһыҙ, Афған конфликты оҙаҡҡа
һуҙылған осор була. Юнир Мөхтәрәм
улы, 1987 йылда, Совет ғәскәрҙәренең
Афғанстандан тотош сығарылыуынан
ике йыл алдан, ошо демократик
республикаға хеҙмәткә ебәрелә.
Хәрби конфликттағы ҡаҙаныштары һәм
батырлыҡтары өсөн күп наградалар
менән билдәләнә. Һуңынан Ленинград
ҡалаһы хәрби-медицина академияһында
өс йыл ярым белемен камиллаштыра.
Юғары уҡыу йортон тамамлағас, Новосибирск ҡалаһындағы 333-сө госпиталгә
ортопед-травматолог итеп тәғәйенләнә.
Бер нисә йылдан Себер хәрби округының
баш травматологы вазифаһын биләй.
Ил Президенты Владимир Путин Юнир
Мөхтәрәм улы Солтанморатовты Ватан
алдындағы бурысы һәм фиҙаҡәр хеҙмәте
өсөн Пирогов ордены менән бүләкләй.
Данлыҡлы яҡташыбыҙ әлеге ваҡытта
хаҡлы ялда булыуға ҡарамаҫтан,
Новосибирск округы хәрби-табип
комиссияһының рәйесе вазифаһын үтәй.
2025 йылда Мәскәүҙә Башҡортостан
Башлығы Радий Хәбиров Юнир
Солтанморатовҡа Рәхмәт хаты тапшыра.
- Юнир ҡустыма махсус хәрби операцияла йәрәхәтләнгән яҡташтарыбыҙ ҙа күп
мөрәжәғәт итә. Уның хәрби-медицина
тәжрибәһе киҫкен диагноздарҙы хәл
итергә ярҙам итә, - тип белдерҙе Ғәфүр
Мөхтәрәм улы.
Һуҙ ыңғайы Ғәфүр ағай бер ҡыҙыҡлы
ваҡиғаны лә иҫкә төшөрөп үтте.
Юнир Солтанморатов академияға
уҡырға ингәндә инглиз телен бигүк яҡшы
белмәгән була. Профессор, милләте
буйынса йәһүд, был телде яҡшы итеп
өйрәнергә йөкләмә бирә. Юнир ағай
бирешә йәки ҡул һелтәй торған кеше
түгел, репетитор яллап, өс ай буйы инглиз
телен өйрәнә. Имтихандан һуң уҡытыусы
уға ниндәйҙер ят телдә өндәшә. Бер
нимә лә аңламаған студенты ниндәй
тел икәнлеге тураһында һораша. “Нисек инде үҙ телеңде белмәйһең?” - тип
һорауға һорау менән яуап ҡайтара профессор. “Мин бит башҡорт”, - ти Солтанморатов. “Ә-ә-ә... Мин башҡорттарҙы
тырыш, яуаплы халыҡ тип уйламағайным,
хәҙер белдем инде”, - тип һығымта
эшләй студентын йәһүд милләтенән тип
уйлаған уҡытыусы.
Нәҫел ағасының тағы бер тармағы
Мәҡәләбеҙҙең киләһе геройы – Денис Әнүр улы Солтанморатов. Ул
Ғәфүр Солтанморатовтың бер туған
ҡустыһының улы. Яҡташыбыҙ РФ милли
гвардия ғәскәрҙәренең армия генералы
И.К.Яковлев исемендәге Жуков орденлы
Новосибирск хәрби институтын уңышлы
тамамлай. Уҡыу йортон тамамлағас,
Денисты Владимир ҡалаһына хәрби
хеҙмәткә йүнәлтәләр.
Илдәге киҫкен осорҙа ул махсус хәрби
операция зонаһында ике тапҡыр булып
ҡайта. Блиндаждарҙа йәшәй, бер нисә
тапҡыр әжәл менән йөҙгә-йөҙ осраша.
Уның махсус хәрби операцияла гвардия
хеҙмәте дәүләт наградалары, Жуков
миҙалы менән билдәләнә.
Яҡташыбыҙ әлеге мәлдә майор дәрәжәһендә махсус хәрби операцияла
сираттағы командировкаһын үтә. Уның
хеҙмәте блокпостарҙа тәртип һаҡлау
менән бәйле.
Солтанморатовтарҙың нәҫеле артабан
да көслө һәм имен булһын, тигән теләктә
тамамлайым мәҡәләмде. Гәзит биттәре
аша данлыҡлы яҡташтарыбыҙ менән шулай танышып торайыҡ.
Фотолар шәхси архивтан.