- Йә - йә ! Инәлтмәй генә тот та…!
- Бер рюмка күтәреп осор тиһеңме …?
- Ризыҡтан оло булып ҡыйналма! Эсмәгәнең араҡы түгелдер. Һине хөрмәт итеп ҡунаҡҡа саҡырған еңгәңдең ҡулын мәхрүм итмә...
- Башта бөтәһе лә эсмәйбеҙ тип инәлтә инде, аҙаҡ тәмен тойоп алһалар, хи хи - хи... һорап та тормай күтәреп һуға торғандар. Баштан үткәәәән...
- Витамин бит ул. Шуны эсһәң ҡан йөрөп китә, эшкә дәрт арта. Эс, килен, эс. Инәлтмә...
Үҙенә төбәлгән бер табын ҡатындарҙың өгөт һүҙҙәренә күмелгән Зәйләрә аптыраныуҙан берсә башын баҫты, берҙә алдында ултырған мөлдөрәмә тулы рюмкаға текләне. Хужабикәнең сәнске менән эсемлек тулы һауытты өҫтәл ситенә этеүен күреп, итәгенә бына-бына йығылып төшөр рюмканы тотоп алыуҙан башҡа сара тапманы.
- Бына быныһы шәп! Әйҙә, төп күтәрә һуҡ! Үҙебеҙҙең килен тиербеҙ. Йә!
Зәйләрәнең эсергә теләге юҡ. Ҡырҡыу еҫле эсемлекте күргеһе лә, тотҡоһо ла килмәй. Ҡайҙан ғына килде был табынға! Нисек хәҙер табын артындағы эсеш "уйыны" сиратын үткәреп ебәрергә? Эх, был тиклем өгөтләү булырын белгән булһаа...
- Нимәһенә оҙаҡ уйлайһың инде тағы? Ана, ҡаралэ, араҡың ҡайнай башланы хатта. Мә, закускаһын үҙем һоғондорам... Йә, сиратты тотма. Ана, теге остағы еңгәләреңде уйла, тамаҡтары ҡатып һине көтөп тилмерәләр, - бер-береһенең һүҙен ҡеүәтләп-күтәремләп, аҡлы-күкле тауыштар Зәйләргә "аҡыл" һатты.
- Еңгәй, үпкәләмә... Бер нисек тә эсә алмайым..., - шыбырлаулы тауыш сығарып, Зәйләрә рюмкаһын кире өҫтәлгә ҡуйҙы.
- Нисек инде эсә алмайым? Һин дә беҙҙең кеүек, ауыҙың арҡыры түгел бит?! Давай, никакуй кире ҡағыш! Ошоно эсһәң, көстәмәйем башҡа. Һораһаң да ҡоймайым хатта, ха-ха-ха- ха- ха...
Ике бит алмаһы ҡып ҡыҙыл булып биртенгән, тумалаҡ кәүҙәле көрәгәсенең бармағына эсеп бушатылған рюмкаларына текләгән Зәйләрә ҡайҙан ғына табынға килеп инеүенә үкенес кисерҙе.
Өҫтәл аша тулы кәүҙәһен һый өҫтөнә ятҡырып, баяғы тумалаҡ һын Зәйләрәнең йөҙөнә эйелеп шыбырланы :
- Килен, мин әйтте тиерһең, әппититең асылып китә ошоно эсһәң. Айҙар ҡустыға ошаҡларҙар тип ҡурҡаңмы? Юҡ! Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе никагда ла һатмайбыҙ! Давай, эс тә..., - Зәйләрәнең ҡулын тартып тиерлек тубығы өҫтөнән алып, теге эсемлекле ҡупшы һауытты йәнә усына йомдорҙо ҡатын.
Һаҫыҡ ауыҙҙан сыҡҡан хәбәрҙән бигерәк, йөҙөнә сәсрәгән төкөрөк бөрсөктәренән сикәнгән Зәйләрә бер аҙ артына ялтана биреп ҡуйҙы.
- Үҙеңде әллә кемгә ҡуйып, бар табынды тексәйтеп ултырма инде. Беҙҙең дә эске килә, давай, тотма сирутты. Эс тә түңкәр! - уҫаллығын егеп өндәште берәүһе. Йәш килен өсөн ул таныш та түгел ине.
- Ул бит сибирәк бисәһе. Муживит уға беҙҙең араҡы оҡшамайҙыр? Байҙар байҙарса инде, беҙҙең һымаҡ шәләй-вәләйҙе генә "һуҡмайҙар" улар, - өҫтәлдең ҡаршы яғынан ултырған йылтыр ғына күҙле бер апай Зәйләрә яғына күҙ ҡыҫып төртмә һүҙен еткерҙе. Әйтерһең дә Айҙар менән Зәйләрәнең бер ҡасан ҡиммәтле араҡы эсеп ултырғандарын күргәнме ни.
Был һүҙҙәрҙән һуң Зәйләрә тын ҡала алманы. Ошоға тиклем йәш килен ҡиәфәтен боҙмаҫҡа тырышып, ни тиһәләр ҙә артыҡ өндәшмәй, йылмайып ҡына ҡалһа, әле күкрәге ситендәге әсе һыҙлауҙы һәм ярһып дөпөлдәүҙе ишетмәҫкә тырышып, тауыш ҡырып өҫтәл артынан тороп баҫты.
- Еңгәйҙәр, апайҙар, тыңлағыҙ әле, зинһар. Мине хөрмәт итеп үҙ ҡороғоҙға индерерҙән ҡунаҡҡа саҡырыуығыҙға ҙур рәхмәт. Табынығыҙ мул, үҙегеҙ ихласһығыҙ, рәхмәт барыһы өсөн. Тик был эсемлекте ошоға тиклем бер ҙә ауыҙыма алып ҡараманым, бер нисек тә хәҙер ҙә ҡабул итә алмайым. Кисерегеҙ. Ашығыҙҙы ашаным, тәмле, һүҙ юҡ. Бәпәйем дә имсәк кенә, бер үк ҡыҫтамағыҙ инде эсергә...
Табында оторо шаулаш башланды:
- Улай булмай инде. Ҡорһағыңа ҡоймағасың, йә башыңа, йә арҡаңа ҡоябыҙ. Беҙҙең яҡтың закуны шулай. Кәмприс булыр...
- Ҡай, әрәм итмә, бир үҙемә. Эсмәһә ултырһын! - өҫтәл аша кемдеңдер ҡулы һонолдо.
- Һиңә биреп ней... Уның үҙ өлөшө бит. Хужабикә хәл итә, көтөп тор сирутыңды, сабырһыҙ... - һонолған ҡулды кире "йыйыҙырыусыһы" ла табылды.
Кемдер берәүҙең:
- Ҡалай бер ыҡҡа бармаҫ бисә икән үҙе. Беҙ генә ул, ни тиһәләр шул булып, эс тиһәләр эсеп тик ултырғанбыҙ. Үҙһүҙле булып маташа.
Бер рүмкә күтәреп осар ине үҙен как бутты, - тигән һүҙҙәре лә ишетелеп ҡалды.
Ҡыйын ине Зәйләрәгә. Тороп ҡына сығып йүгерерҙәй булып ултыра, тик өҫтәлдең иң түренә ултыртҡандар, ике яҡтан мискәләй йыуан ханымдар ҡыҫтаған.
Һыңғар ҡулына тоҙло ҡыяр, икенсеһенә ит киҫәге тотҡан хужабикә был юлы бөтә йомартлығын араҡы шауҡымында алланған йөҙөнә сығарып Зәйләрәгә өҫтәл аша ҡаршы баҫып, ҡупшылап-юхалап нотоҡ һүҙен башланы :
- Бәпәйем... Беҙ ҙә һинең һымаҡ килен булғайныҡ. Беҙ ҙә эсмәйбеҙ тип бал тулы көрөшкәләрҙе кире этеп ултыра торғайныҡ. Хәҙерге аҡыл менән уйлайым да, алйот булынған икән дә, тип ҡуям. Күтәрә һуғып ашап-эсеп, донъяның артына тибеп йәшәүҙе яңы саҡ өйрәндек. Һине лә шуға өндәйбеҙ. Йәшһең, аңламайһың әле, балаҡайым... Ирҙәр ней улар ҡатындарҙы тыйырға шәптәр ул, ә үҙҙәре һыпырып алдына килгәнде вис эсәләр. Донъя йөгөн тиң тартырға кәрәк, уларға ғына эсергә тимәгән...
Табын хужабикәһенең һүҙҙәрен йөпләп бер нисә ҡатын һүҙ ҡыҫтырҙы.
- Эйе-эйе! Дөп-дөрөҫ әйтә еңгәң.
- Һыйлағанда һыу булһа ла эс тиҙәр, йә, тотма, инде лә инәлтһәң инде...
Табындағыларҙың Зәйләрәгә ҡарата ҡәнәғәтһеҙ йөҙҙә һөйләнеүҙәре лә ишетелде.
- Шуны ғына эс тә, көстәмәйбеҙ тинек бит, нимә иркәләп тик ултыраһың. Йәш килен тигәс тә, зерә килештерә...
- Фатима, нимәһенә көтәһегеҙ, эсмәгәс эсмәй инде, йығып ауыҙына ҡойоп булмаҫ, һис юғы ҡулындағы рюмкаһын ал да, ҡой арҡаһына, кәмприс булыр, һынығы яҙылыр, өлөш уныҡы бит.
- Эйе шул, дөрөҫ әйтә! Йә! - был өҫтәл артында ултырғандар гүйә ниндәйҙер мөһим закон ҡабул итеүгә тауыш бирәләрме ни. Геүләшеп йөпләп тә ҡуялар һәр фекерҙе.
Зәйләрә эргәһендә ултырған ҡатындың йәһәт кенә ҡулындағы араҡыһын тартып алып, соңҡаһы тәңгәленән арҡаһына ҡойоп ебәреүенә терт итеп урынынан ҡалҡынды. Һалҡын араҡы эҫе арҡа буйлап билдән түбәнгәсә ағып төштө.
- Эсмәй инәлткәндәрҙе ошолай итәбеҙ беҙ. Ҡотолдом тимә, икенсе түңәрәктә барыбер эсерәбеҙ, йә сәсеңде йыуабыҙ. Хи-хи-хи-хи...
- Өйрән беҙҙең яҡтың йолаһына, үәт...
Ултырышына хәтлем ағып барып төшкән һалҡын араҡыға һыуыҡһып ҡалтыранып ҡуйҙы йәш ҡатын. Һаҫыҡ араҡыны бер бер артлы түңкәрә һуғып көрәгәсенең бармағына буш рюмка кейҙереүҙән кинәнес табып көлөшкән табындаштарынан нисек тә ҡасыу яғын эҙләп Зәйләрә өҫтәл ябыуын һаҡ ҡына ҡалҡытып та ҡарап ҡуйҙы. Заманса эшләнгән өҫтәл аҫтынан сығыу юлы бик тар ине шул.
Икенсе әйләнештә Зәйләрәне артыҡ эсергә ҡыҫтап торманылар ҙа. Эргәһендә ултырған тыңҡыш кәүҙәле Фатима исемле апай йәнә рюмканы өҫтөнә ҡойорға булып ынтылды. Тигеҙлек юғалта барған ҡул эсемлек тулы һауытты өҫтәл ситенә, Зәйләрәнең һыңғар тубығына түгеп, төбөн генә яурынына һирпте. Ялтанған йәш ҡатынды араҡыға ҡойондороуҙан ҡыҙыҡ тапҡандар хихылдығы сығып көлөү тауышы сығарҙы.
Ҡотһоҙ ултырҙаштарҙан тамам ялҡҡан Зәйләрә өҫтәл аҫтынан ҡыҫыла-ҡыҫыла сығыу юлына имгәкләне.
- Аһ! Ҡайҙа бараң? Килен, ултыр!
- Хәҙер инәм. Тышҡа ғына сығып киләм дә, - әлбиттә был хәйлә ине.
- Туҡта, мин дә сығайым. Бәҙрәф яғында эт йөрөй, йә тештәлерһең, - хужабикә еңгәнең артынан эйәрә төшөүенә бер аҙ эсе бошто ҡатындың.
Әллә эскән кешеләр янында ултырып зиһене тарҡалғанмы, тамсы ла йотмаған көйө лә, ишек төбөндә аяҡ кейемдәре араһынан үҙенең итеген таба алмай этләнде Зәйләрә. Торған еренән бәүелә биреп торған йорт хужабикәһе ҡайҙандыр ҡуңалтаҡ быйма башы сығарып Зәйләрәнең аяҡ аҫтына бырғаны:
- Мә, сығып ингәнсе генә ошо ла барыр.
Тышҡа сыҡҡас тындары асылып киткән Зәйләрә нисек тә кире был һаҫыҡ, бәйләнсек бисәләр менән тулы өйгә инмәҫкә тигән фекергә килде.
Һалҡын һауаға сыҡҡас, эскәне башына буйтым ныҡ һуҡҡан ҡатындың бәҙрәф ишегенә тотоноп ни ары, ни бире атлай алмай тороуын файҙаланып, Зәйләрә ҡуңалтаҡ быйма башын ҡапҡа төбөндә ҡалдырып, йөн ойоҡсан көйө генә тыҡрыҡ аша арғы урамға - үҙе йәшәгән яҡҡа йүгерҙе...
Март айының көнө буйтым оҙон ғына булһа ла, Зәйләрә ҡунаҡлап ултырғансы эңер һиллеге лә яҡынлаған.
Курткаһы түшен ҡулы менән һыға тотоп, ирей башлаған ҡар өҫтөнән ойоҡсан йүгергән Зәйләрәгә ярай ҙа бер кем дә тап булманы. Аниһә, ояты ни тора!
Өйөнә инеп, иҙән уртаһында ултырғыстарҙан өй яһап уйнап ҡыйналған ике ҡыҙын ҡосаҡлағас ҡына түгелеп илап ебәрҙе йәш ҡатын.
Ҡайҙан ғына барып юлыҡты һуң Зәйләрә был өйөрмәгә? Килеп киткәнендә Мәрзиә еңгәһе көлөп-йылмайып ҡына ипле һөйләшкәс, табыны ла тыйнаҡтыр тип, бүләктәр алып тороп барғайны бит әле. Ярай , бүләге өсөн әллә ни иҫе китмәй ҙә уның, бына башынан аяғына тиклем араҡыға ҡойондороп ҡайтарыуҙарына ғына йәне үртәлде. Кеше эсмәһә көсләргә тигәнме ни?
Өҫ башын һалып, араҡы еҫе һеңгән сәстәрен йыуып алғас ҡына, бер аҙ күңеле урынына ултырып тынысланды.
Ҡыҙҙарын тамаҡ эсереп йоҡларға һалһа ла, Зәйләрәне бөгөн йоҡо тиҙ алмаҫы билгеле ине.
* * *
Был ауылға Айҙар менән Зәйләрә күсеп килгәндәрҙән. Төпкөл ауылға өй һалырға теләмәгән йәш парҙар ҡалаға ла яҡын тип ошо ауылдан өй һатып алдылар. Айҙар себерҙә эшләй. Зәйләрә бер-бер артлы ике ҡыҙ табып әлегә уларҙы тәрбиәләй. Сит ауыл сит инде, туған-тумаса юҡ ерҙә кемгәлер баш һалып инеп ултырып сығыу яйһыҙ. Мәрзиә еңгәй менән Зәйләрә магазинда танышып һөйләшеп киткәйнеләр. Йөҙөнән йылмайыу китмәгән алсаҡ ҡатынды Айҙар ҙа үҙ итеп, ҡайҙандыр сыбыҡ осо ағаһының тәүге ҡатыны булған өсөн еңгәй тип өндәште. Тормош-көнкүреш мәшәҡәттәрендә кәңәш-төңәш итешеп торһалар ҙа, бығаса бер табын артына йыйналышҡандары булманы. Байрамдарҙа гел Айҙар эштә тура килә, йә саҡырһалар ҙа башҡа берәй сәбәбе сығып тора ине.
Был юлы ла Зәйләрә Айҙарҙың өйҙә юҡлығына һылтанып Мәрзиә еңгәһенең саҡырыуын ҡабул итмәҫкә тырышҡайны. Ҡатындар байрамы бит, ирҙәрҙе былай ҙа саҡырмайым, кил ыштубы, тигәнгә генә ысҡынғайны. Ана бит, алсаҡ еңгә ни ғорло "йомарт" булып сыҡты...
Зәйләрәнең күҙе алдынан аҡлы-күкле һүгенеү һүҙҙәре менән һөйләшкән ҡатындар һыны китмәне. Ҡолағы осонан зәһәр көлөү тауыштары яңғыраны.
Әйтерһең дә, кисәге гүзәл заттар шайтан өйөрмәһенә юлығып аҙашып ҡалғандар ҙа, үҙ йөҙҙәрен юйғандар...
Ике яғына ике ҡыҙын ҡыҫҡан Зәйләрә сытырлатып күҙен йомоуға ла уйҙарынан арына алмай, һаташып ҡына яфаланмаһам ярар ине тип белгәненсә эстән сүрә ҡабатланы...
* * *
8 март байрамдары яҡынлағайны. Зәйләрәнең әсәһе ул саҡ конторала иҙән йыуа ине. Байрам уңайынан сәй табыны була, аҙаҡ лоторея уйнаталар тип, әсәһе кискә табан эшенә китте. Ҡыҙсыҡҡа ун йәштәр тирәһе саҡ ине булһа кәрәк. Әсәһе ҡайтҡанын көтөп ултырып арығас ятып йоҡлап китте. Зәйләрә көслө көлөү тауышына уянғанда төн ине. Өҫтәл тирәләй йыйылған байтаҡ ҡатындар көлөшә-көлөшә шешәнән һаҫыҡ самагон эсәләр ине. Зәйләрә үҙ әсәһенең дә шул нәмәне эсеүен күреп сикәнеп ҡуйғайны. Баҡтиһәң, был байрамдың башы ғына булған икән.
Тегеләрҙең тауышы татлы йоҡоһон телгеләһә лә, Зәйләрә бүленә-бүленә йоҡлап маташты. Иртән тороуына өй иҙәнендә арҡыс-торҡос ауып йоҡлап ятҡан ҡатындарҙы күреп эсе бошто. Етмәһә берәүһе ҡулйыуғыс эсенә зәһәр ҡоҫҡолоғон тултырған да, сайып төшөрөргә башы етмәгән. Бар өй эсе шуға ҡырҡыу әсе еҫкә күмелгән.
Етенсе март иртәһе ине был. Зәйләрәләрҙең класында март байрамы уңайынан кисә булырға тейеш ине. Иртәнге сәй эсеү түгел, бит йыуырға ла мөмкинлек юҡҡа эсе бошҡан ҡыҙ сумкаһын алып мәктәпкә юл алды. Ҡасан ҡайтҡансы бәлки был апайҙар беҙҙән ҡайтырҙар, әсәй ҙә айнығыр тип уйланы. Тик бушҡа. Малайҙар бүләк иткән фломастер һәм тараҡ өсөн ҡыуанып ҡайтҡан Зәйләрәне өйҙә тағы ла имәнесерәк күренеш көтә ине.
Иртән иҙән тулып аунап йоҡлап ятҡан инәй-апайҙар ғына етмәгәйне, ирҙәр ҙә ҡушылған ине байрам ҡорона. Зәйләрәнең ишек асып инеүен дә күрмәгән бер өйөр иҫеректәр тубы һүгенә-һүгенә ниҙелер тәнҡитләйҙәр ине. Өҫ башын алмаштырып, түрбашҡа тамаҡ эҙләп барған ҡыҙ баланы табаҡ-табаҡ өйөлгән бысраҡ һауыттар ҡаршы алды.
Сәйнүктән йылымыс сәй ҡойоп алып икмәккә ҡушып түрбашта ғына тамаҡ ялғаны ла Зәйләрә һарай яғына сыҡты. Кисә кис бикләгәндән асылмаған малҡай һарай ҡапҡаһын сылтыратып асҡан ҡыҙҙың аяҡ тауышын ишетеп сабырһыҙ баҡырыуға күсте. Асыуын асты ла һыйырҙарын Зәйләрә, тик һәнәк тотоп кәбәндән бесән сығара алмай ғына этләнде. Илай-илай ултырып усы менән йолҡоп бесән сығарҙы. Һәр сығарған усламды ашап һоғоноп торған малҡайҙың күҙҙәрендә үҙенең илаҡ йөҙөн күргән Зәйләрә әсәһенең ошолай ҡыланыуҙарына аңлай алманы. Ахыр сиктә ҡыҙыҡай бесәнлек ишеген ҡайырып асып, һыйырҙы кәбән төбөнә ҡушты.
Шәреһе ҡалҡҡан йылғаға алып барып һыйыр һуғарып ингәнсе, өйҙәрендә бер кем дә юҡ ине. Үҙҙәре юҡ әммә зәһәр еҫтәре ҡалған өй эсен ҡыҙсыҡтың ҡырып таҙалап сығыу теләге уянды. Табаҡ тулып ултырған бысраҡ һауыт-һаба йыуылып, иҙән һеперелгәс кенә өй эсенә йәм йүгергәндәй булды. Утынлыҡтан утын индереп, мейес алдында тәмәке тартҡан ирҙәр өйгән төпсөктәрҙе ут тамағына тыҡҡас ҡына, Зәйләрә ишекте асып өй эсен елләтте. Әсәһе был кисте ҡайтманы. Ниндәйҙер бер ағай килеп әсәһенең ҡайҙалығын һорашып китте. Моғайын да кантор тирәһенән берәйһелер, тип сырамытты. Белмәйем тип кенә ҡалды ҡыҙ. Белмәй шул, белһә бәлки барып әсәһен ҡайтайыҡ тип өгөтләр ине.
Ишегенә бик һалып ятҡан ҡыҙ төнө буйы ут һүндермәй әсәһен көттө.
Икенсе көн кисләтеп килгәндә күрше апайҙың ауыҙынан әсәһе түбән оста туйҙа йөрөүен ишетте. Ҡараңғы төшөп барғанда Зәйләрә ҡапҡаларында ҡыҙыл флаг елберләгән теге туйлы өйҙө тапты. Урамы эсендә үк өйкөм-өйкөм торған иҫерек ирҙәр араһынан туп тура оло өй тупһаһына атланы ҡыҙ. Тәүге осраған ҡатын затынан әсәһен һорашты. Уныһы аңлайышһыҙыраҡ итеп аласыҡ ишаратына ымланы.
Ярты бүҫкәһенән тәмәке төтөнөнә күмелгән аласыҡ эсендә әсәһе бер ни белмәй йоҡлап ята ине. Зәйләрә илай-илай әсәһен һелкетеп уятып маташты. Ауыҙынан шайығы ҡойолоп йоҡлаған тос ҡатын кәүҙәһенә сибек ҡыҙҙың нисек көсө етһен, уята алмай бергилке эргәһендә ултырғас, ҡайтырға сыҡты. Һалҡын, ярым ташландыҡ аласыҡ эсендә, туй өҫтәле артынан ҡасып эсеп ултырған ирҙәр-ҡатындар араһында әсәһенең бер ни белмәй йоҡлап ҡалыуына әсенеп Зәйләрә ҡайтып еткәнсе иланы. Санаға һалып ҡына һөйрәп ҡайтыр ине лә, эх, хәлгенәһе етмәй шул...
Икенсе көн иртә менән Зәйләрә тағы ла теге өй яғына юл алды. Алъяпҡыстар тағып алып ҡоҙалар һыйлап йөрөгән әсәһен күреүгә бер аҙ ҡыуанып ҡуйҙы.
- Әсәй, әйҙә ҡайт, - тип өндәшеүенә,
- Ҡыҙыл туйҙа ғына булам да ҡайтам, бар ҡайта тор, - тип арҡаһынан һөйгән булды.
Ошо оҙайлы байрам көндәрендә ҡыҙының ни ашап тамаҡ туйҙырып йөрөүен уйлап та бирмәгәндер инде әсәһе. Асыҡманыңмы, нишләй балам, тип тә һораманы бит хатта. Хәйер, үҙе туҡтың күҙе лә туҡ шул.
Әсәһе Зәйләрә мәктәпкә киткәс кенә ҡайтҡан булып сыҡты. Ауыр сумкаһын һөйрәп саҡ урамға килеп ингән ҡыҙҙы эстән бикле ишек ҡаршы алды. Һарайҙағы тана һыйыр ҙа ошо оҙайлы байрамдарҙа Зәйләрә ҡулына ҡарап ҡалғайны, ул да ҡыҙҙың ҡапҡа асып ҡайтып инеүен күреп моңһоу мөңрәп ҡуйҙы.
Зәйләрә һәр тәҙрә буйлап күпме генә туҡылдап йөрөмәһен, эстән тауыш-тын ишетелмәне. Үҙәген өҙөп асығыуы еткәнгә түҙмәгән ҡыҙсыҡ нигеҙ буйының ҡарҙан әрселә барған ташына ултырып һыҡтап та алды.
Буйтым ваҡыт үткәс Зәйләрә солан тәҙрәһен ярып булһа ла эскә инергә ҡарар итте. Тәҙрә өлгөһөнә буйы етмәгәс, утынлыҡтан түмәр тәгәрләтеп сығарып, шуға баҫып, утын менән кесе өлгөнө эскә ҡарай төрттө.
Үлгән кеше кеүек йоҡлаған әсәһенең янына ятып тороп тағы бер ҡат илап алды ҡыҙ. Әсәһенең туҙғыған сәстәрен һыйпап, күп эсеүҙән шешенгән йөҙөнә ҡарап бар үпкәһен һөйләне лә һөйләне. Иҫерек әсәһе бер ни белмәй йоҡлауын ғына белде.
Икенсе көнөнә иртә менән күрше ауылдан өләсәһе килеп етте. Бахмурҙан ауырыған әсәһен ҡарауыллап Зәйләрә уҡыуға ла бара алманы. Төнө буйы тере ҡан ҡатыш ҡоҫҡан әсәһенә нисек кенә ярҙам итергә белмәй, һәр уфтаныуҙы йөрәге аша үткәреп, үрһәләнеп өй буйлап йөрөп уҙғарҙы. Өләсәһе әсәһен пыр туҙҙырып әрләп, саҡ сәстәренән һөйрәп туҡмаманы. Зәйләрә төштө араларына. Эсһә лә әсәй бит ул уға. Йәлләй ине.
"Инде ошонан йүнәлһәм тамсы ла эсмәйем! Ғәфү ит, ҡыҙым... Ғәфү ит, әсәй..." - тип тәүбәһенә килде әсәһе лә.
"Эсеп туҙғып йөрөүеңде әллә ни күреп кейәүҙән айырылдың. Үҙ ауылыңа ҡайтмай ситен ерҙән өй алдың. Холҡ булдымы инде ошолайтып ятыуың? Атаң менән минең йөҙгә ҡыҙыллыҡ килтерәһең бит, балаҡайым..." - урындыҡ ситенә ултырып илаған өләсәһен йәлләп Зәйләрә лә түгелеп илап тик ултырҙы.
Тик әсәһе биргән ант тумыртҡа тәүбәһеләй генә булды. Көн йылып, ер ҡараһы асылғас, бөтөнләй ҡайтмай, ҡырҙа йөрөп эсеүҙе кәсеп итте әсәһе. Зәйләрәне уҡыуы бөтөү менән өләсәһе үҙенә алды.
Бөгөнгөләй күҙе алдында ул көн. Ат арбаһына танаҡайҙың быҙауын һалып, үҙен арба терһәгенә арҡанлап бәйләп эйәрттеләр ҙә, өләсәһе менән Зәйләрә йөк артынан йәйәү эйәрҙеләр.
Быҙауына ызлаған малҡай арҡан һөйрәүенә ҡалмай алға уҡ уҙып йүгерә.
"Эээйй... Малдың малы бала тип йығыла... Аҡтығын эскер бала... Бала кәрәгер әле..." - ауыҙ эсенән мөңгөрләп һәлмәк баҫып эйәрә килгән өләсәһе һүҙҙәрен ул саҡ аңлап та етмәй ине, әммә хәтерендә ныҡ һаҡланы.
Арба әҙәм аҙымын еткермәй алғараҡ китте. Еләҫ ел иҫеүенә күбәләктәй осоноп Зәйләрә алға төшөп, юлға сығыр алдынан башына өләсәһе бәйләгән яулыҡ остоғон сисеп тотоп йүгерҙе.
Ҡырсын юл өҫтөнән ҡапыл ҡайҙандыр көслө ел иҫеп, саң туҙаны күтәрелеп, өйөрөлөп-өйрөлөп күккә олғашты. Күҙҙәренә саң тулған Зәйләрә ике ҡулы менән битен ҡаплағанда, теге ал яулыҡ ысҡынып осоп, өйөрмәнең тап уртаһына тура килеп, әллә ҡайҙарға хәтлем күтәрелде.
- Өләәәс! Өләәәәс! Яулығым остооо... Ааааййй... яулығымдыыы...! - һыңғар ҡулы менән күҙен ҡаплай биреп, өйөрмә артынан йән фарман йүгергән Зәйләрәне өләсәһе саҡ туҡтатты.
- Балам! Ҡуй! Йүгермә, зинһар! Тотма яулыҡты! Ярамай, балам! Туҡта! - сәсәп йүгереп маташҡан өләсәһенең тауышын ишетеп етмәгәс, ҡул һелтәүҙәренән генә хәл айышын аңланы Зәйләрә.
Нисек ҡапыл ғына ҡупһа был өйөрмә, шулай кинәт юҡҡа сыҡты. Өйөрмә юл ситенән аҫҡараҡ Зәйләрәнең ал яулығын һелтәп ҡалдырған ине.
- Ҡыҙым, бер ҡасан да дауыл йә өйөрмә осороп алып киткән әйберҙе тотма. Бик ныҡ ҡәҙерле кейем булған хәлдә лә, кейәһе булма. Онотма шуны, йәме. Һау кешене лә ауырыу итер, зәғифләр көс бар өйөрмәлә , - тигәйне өләсәһе.
Ярай-ярай тип баш һелкеп торған Зәйләрәнең күҙ алдында әкиәти күренештәр хасил булды. Имеш тә, дауыл осорған кәпәсте алып эткә кейҙерһәң айыу була ла ҡуя, йәки һыйырҙан ат яһай. Ҡыҙыҡ та инде... Түлкә өләсәй ярамай тигәс, ярамай инде һынап ҡарарға...
Ошо айырылышыуҙан һуң Зәйләрә бүтән бер ҡасан да әсәһен күрә алманы. Зәйләрәне алып ҡайтып киткәндәре өсөн өләсәһенә ныҡ үпкәләгән әсәһе кеше аша ғына, "бүтән ҡайтып та йөрөмәйем", - тип кенә хәбәр ебәртте. Зәйләрә әсәһенең теүәл генә ҡайһы яҡҡа эш эҙләп сығып китеүен белә алманы, һаман да шул эскелеген алға ҡуйыуы арҡаһында үлеп тейәлеп тә ҡайтты. Шул уҡ йылдың көҙө ине ул...
Ыҙа күрмәй генә буй еткерһә лә, Зәйләрә әсәйле сағын гел һағынды Эсмәһә ниндәй оҫта ҡуллы ине бит ул. Бешергән ризыҡтары тел йоторлоҡ ине. Эх, ошо эскелек өйөрмәһе...
Ҡала һөнәрселек училищеһы тамамлаған ҡыҙ киләсәк тормошо хаҡында ныҡ уйланды. Өләсәһенең: "эскән кеше - кеше түгел!" - тигән әйтемен иҫтә тотто.
Үҙе ни тиклем бер егетте яратһа ла, уның аҙ-маҙ эскеләп алыуын белеп, мөхәббәтле тормоштан баш тартып, үҙен яратҡаны өсөн икенсе егеткә кейәүгә сыҡты. Уны һайлауына ла эсмәүе ярҙам итте. Әммә Айҙар эсмәгән көйө лә юҡ барға ҡуҙғып енләнеүе, аҡса өсөн үлеп йығылып барыуы менән "хайран" итте Зәйләрәне. Түҙҙе, түҙә барыһына ла, сабыр булырға тырыша Зәйләрә...
Мышнап ҡына йоҡлап ятҡан ике ҡыҙын ҡыҫып ҡосаҡлап яратып, Зәйләрә күҙе алдынан кино таҫмаһынан һүтелгәндәй һәр бала саҡ хәтирәһен ентекле иҫләне.
Бәхетле инең уның бала сағы бер мәл. Күбәләктәй елбәҙәк ҡыҙсыҡ ҡанаттарын утлы өйөрмә көйҙөрҙө. Зәғифләнде Зәйләрә. Тиҫтерҙәре кеүек осоноп бейегеһе килмәй тиһегеҙме ни уның?
Әле килеп, бөгөнгө табын да бит ошо утлы өйөрмә сарпыуынан. Былай ҙа яралы ҡанаттарын һыҙырып һыҙлатып, үткәндәрен оторо иҫләтеп илаттылар байрам тигән ыңғайҙан.
Юҡ... Зәйләрә утлы өйөрмә эсендә ҡалған өр яңы итектәре өсөн әсенмәй. Ҡалһын! Алһын уны дауыл үҙенә! Кеймәҫ Зәйләрә өйөрмә урлаған итекте! Үҙенең бала сағын урлағаны еткән, бәләкәстәренең бәхетле балалығына ҡағылаһы булмаһын был ҡәһәрле елдәр!
…Әллә һаташты, әллә көндөҙгө хәл ваҡиғалар төш булып инде, Зәйләрә таңға ғына эленгән йоҡоһонда ниҙәндер ҡасып бер булды. Аяҡтарының көс еткеһеҙ булып ҡатып ҡалыуынан йүгерә алмай, әллә ҡолап, әллә осоп маташты. Иңдәрендә ҡанат тойған Зәйләрә ергә яҡын ғына елпенде. Үрләмәне, өҫкә күтәрелмәне...
Төштә лә ул ҡурҡа ине... өйөрмәнән...
Фото: Гөлнур Артыҡаева