Зөһрә Салауат ҡыҙының ата-әсәһе ауылда көслө уҡытыусылар була. Шуға ла мәктәпте уңышлы тамамлаған ҡыҙ, уҡытыусылар династияһын дауам итеп, педагог һөнәрен һайлай һәм Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының математика-информатика факультетына уҡырға инә. Студент йылдарында Үрге Этҡол егете Әмир Әсҡәт улы менән тормошон бәйләй.
Йәштәр ауылда төпләнә. Әмир ағай мәктәптә - уҡытыусы, ә Зөһрә апай балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып хеҙмәт юлын башлайҙар. Мөхәббәт емештәре булып, бер-бер артлы ҡыҙҙары Гүзәл һәм улдары Урал донъяға килә. Арыҫланбаевтар тырыш, уңған балалар тәрбиәләй.
- Тормош юлымда Әмиремде осратыуыма рәхмәтлемен, хәҙер 35 йыл бер-беребеҙгә терәк булып йәшәйбеҙ. Балаларыбыҙ, ейән-ейәнсәрҙәребеҙ - беҙҙең ғорурлығыбыҙ, маяҡтарыбыҙ, - ти Зөһрә апай.
Арыҫланбаевтарҙың ҡыҙҙары Гүзәл мәктәпте тик яҡшы билдәләргә генә тамамлап, Башҡорт дәүләт университетында белем ала. Әлеге көндә Ишембай катализатор заводында химик булып эшләй. Тормош иптәше Илгиз менән Искәндәр һәм Самира исемле балалар үҫтерәләр. Улдары Урал Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтында белем ала, армия сафында хеҙмәт итә. Ҡатыны Юлиә менән Асель һәм Сафия исемле ҡыҙҙар тәрбиәләйҙәр.
Ауылда йәшәгәс, мал-тыуар аҫрамай булмай. Арыҫланбаевтар ҙа күпләп мал, ҡош-ҡорт тота, баҡсаларында емешеләк үҫтерә. Уларҙың туғанлыҡ ептәре көслө. Туған-ырыуҙары менән ҡатышып, хәлдәрен белеп йәшәйҙәр.
- Һөнәремде бик яратам, сөнки был бит эш түгел, ә серле әкиәт донъяһы. Ә балалар уларҙың геройҙары, - ти Зөһрә Салауат ҡыҙы.
Тәрбиәсе – еңел һөнәр түгел. Бәләкәс балаларҙа үҫешкә, белем алыуға, йәшәүгә нигеҙ һала бит тәрбиәселәр. Тап улар сабыйҙарыбыҙҙы хәреф танырға, һанарға, төрлө ҡул эштәренә, йырларға, бейергә һәм башҡа һөнәрҙәргә өйрәтеп, мәктәпкә оҙата. Күпме сабырлыҡ, белем кәрәк. Тәрбиәсе ҡулы аҫтында бәләкәй ҡыҙҙар һәм малайҙар тормошҡа тәүге аҙымдарын яһай, үҙҙәрен кешеләр араһында, коллективта тоторға өйрәнә.
Зөһрә Салауат ҡыҙы балалары менән төрлө район конкурстарында әүҙем ҡатнашып, призлы урындар яулай. Йыл да башҡорт телендә әкиәттәр, шиғырҙар һөйләп, “Тамырым” бәйгеһендә, “Гагаринсылар” олимпиадаһында, шашка ярыштарында урындар яулайҙар. Бынан тыш, башҡорт халҡының милли йолаларын, тарихын, фольклорын өйрәнәләр, балаларҙың телмәрен үҫтерәләр.
- Беләһегеҙме, беҙҙең эштә иң ҡыуаныслыһы нимә? Ҡасандыр һиндә тәрбиәләнгән балаларҙың мәктәптә, унан һуң уҡыу йорттарында белем алған саҡтарындағы уңыштарын ишетеү. Ата-әсәләрен, йә үҙҙәрен урамда күргәс, туҡтап уңыштарын һөйләһәләр, һинән дә бәхетле кеше юҡ, сөнки шул ҡаҙаныштарға нигеҙ балалар баҡсаһында һалына. Тимәк, эшең бушҡа китмәгән. Шуныһы һоҡландыра, 30 йыл эсендә тәрбиәләгән балаларымдың балалары ла хәҙер миңә йөрөй. Юлда осрағанда уларҙың әсәләре мине күргәс, ҡосаҡлап алалар. Онотмағандары өсөн бик ҙур рәхмәтлемен һәм шатмын, - ти тәжрибәле тәрбиәсе.
Тәрбиәләнеүселәре тураһында һөйләгәндә Зөһрә Салауат ҡыҙының күҙҙәрендә айырыуса йылылыҡ, наҙ һиҙелә. Үҙ эшен яратҡан кешеләр генә һөнәрҙәре тураһында бәйән иткәндә шулай янып китәлер.
- Һәр бала үҙе бер үҙенсәлекле донъя: саф күҙҙәре менән һиңә ышанып бағалар, улар менән бергә бәләкәй генә уңыштарына ла ҡыуанаһың. Шуға күрә лә эштән бер ҙә арып ҡайтмайым - балалар ыңғайына мәж килеп, улар менән уйнап, сафланып ҡалғандай тоям үҙемде, - тип
йомғаҡланы әңгәмәне мәҡәләм геройы. Эйе, тәрбиәсе һөнәре ныҡлыҡ, яуаплылыҡ һәм сабырлыҡ талап иткән ауыр хеҙмәттәрҙең береһе.
Бәләкәстәрҙең һәр береһенең күңеленә асҡыс табыуҙа, киләсәктә шәхес булып формалашыуында был һөнәр эйәләренең роле ҙур.
Фотолар ғаилә архивынан.