Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Март , 10:00

Март айына һынамыштар

Март башында тамсы тамһа, йәй яҡшы килә.

Март айына һынамыштар
Март айына һынамыштар

Марттың берендә аяҙ булһа, яҙ буйы аяҙ була.
Март ҡояшлы һәм йылы булһа, яҙ шундай уҡ килер. Ҡар яуһа, икмәк уңыр.
Йылы ел иҫһә – ямғырлы йәйгә. Ел төнъяҡтан иҫһә, йәй һалҡын килер.
Мартта буран булып, көрттәр хасил булһа, йәшелсә уңыр.
Марта ҡарғалар оя-оя осоп, уҡ булып аҫҡа атылһалар – ҡар көтөгөҙ.
Оҙон боҙборсаҡтар – яҙҙың оҙаҡ һуҙылыуына.
Ҡыр ҡаҙҙары бейектән осһа, һыу күп, түбәндән осһа – аҙ була.

 

Рәйлә Ғәниева фотоһы.

Автор:
Читайте нас