Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Март , 13:00

Еңеүҙе бергәләп яҡынайталар

Аҙнай ауыл клубы күптән түгел зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырылды. Быға тиклем ауыл халҡы һыуыҡ бинала махсус хәрби операциялағы яугирҙарға гуманитар ярҙам әҙерләһә, хәҙер улар көн һайын йылы, яҡты мәҙәни усаҡҡа йыйылып, дәртләнеп, изге эштәрен дауам итә.

Еңеүҙе бергәләп яҡынайталар
Еңеүҙе бергәләп яҡынайталар

Бында һәр кем күңел талабы буйынса йөрөй. Клуб мөдире Гөлсәсәк Ишкилдина әйтеүенсә, ауылдаштар көн дә йыйылып, яугирҙарға маскировка селтәрҙәре үрә, блиндаж шәмдәре ҡоя.

- Мөдир булып былтырғы йылдың 1 сентябренән эш башланым. Бина һалҡынса булғанға күрә, бер бүлмәгә йылытҡыстар ҡуйып, шунда гуманитар ярҙам әҙерләнек. Хатта ауырып китеүселәр ҙә булды. Район хакимиәтенә, мәҙәниәт бүлегенә рәхмәт, Яңы йыл алдынан ауыл халҡына ҙур бүләк эшләнеләр. Клубты зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырыу менән, эштәр тағы
ла йәнләнде, - тип таныштырҙы Гөлсәсәк Сәйфулла ҡыҙы.

Айрат Ғәбитов менән Альберт Минибаев егеттәргә өсөнсө йыл блиндаж шәмдәре ҡоя. Улар тарафынан әҙерләнгән шәмдәрҙең хәҙер инде иҫәбе-һаны юҡ.

- Шәмдәр блиндаждарҙы йылытһын, яугирҙарға ашарҙарына бешерергә уңайлы булһын, тип тырышабыҙ. Ҡатынҡыҙҙар тушенкалар әҙерләй, беҙ шәмдәр ҡоябыҙ. Ауылдашыбыҙ Ғәлинур Усманов та әүҙем ярҙам итте, - тип белдерҙе Айрат Ғәбитов.

Икенсе бүлмәлә ҡатын-ҡыҙҙар тарафынан маскировка селтәре үреү әүҙем бара. Байтаҡ йылдар клуб мөдире булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан Әлфиә Насырова, ниһайәт, мәҙәни усаҡҡа газ үтеүенә һөйөнөсөн белдерҙе.

- Элек клуб икенсе бинала ине. Унда хатта дүрт мейес яға торғайныҡ. Аҙаҡ мәктәпкә күскәс тә мейес яҡтыҡ. Газ үткәс, эй рәхәт, еңелсә генә кейенеп киләбеҙ. Бергәләшеп эшләп, һөйләшеп, аҙағынан сәй эсеп, күңелдәрҙе йыуатабыҙ. Ошонда йөрөгән ҡыҙҙар менән «Миләш» ансамблендә лә йырлайбыҙ, төрлө концерттарҙа сығыш яһайбыҙ, буш ваҡыттарҙа скандинав таяҡтары менән йөрөйбөҙ, бассейнда йөҙәбеҙ, - тип белдерҙе Әлфиә Насырова.

Дүрт тиҫтә йылдан артыҡ педагогик стажы булған Нурия Насырова хәҙер яугирҙарға - элекке уҡыусыларға ярҙам итер өсөн бар тырышлығын һала.

- 40 йылдан ашыу уҡытыусы булып эшләп хаҡлы ялға сыҡтым. Минең өс уҡыусым МХО-ла ҡатнашты. Ваҡытында илһөйәрлек тәрбиәһен ныҡ биргәнбеҙҙер тием, барыһы ла ғорурлыҡ менән бурыстарын үтәне. Яугир уландарҙың хәлдәрен бер аҙ булһа ла еңеләйтәбеҙ, тип ең һыҙғанып тырышабыҙ. Ҡул ҡаушырып ултырырға хаҡыбыҙ юҡ, - тине Нурия Марат ҡыҙы.

Был изге эштә Аҙнай халҡына күрше ауылдарҙа йәшәүселәр ҙә ихлас ярҙам ҡулын һуҙа. Хажынан Сулпан Баязитова юрғандар, мендәрҙәр килтергән, Ишембайҙан Миңһылыу Арыҫланова ойоҡтар, бейәләйҙәр бәйләгән. Уренгой ҡалаһында йәшәүсе Сәүиә Ключенкова гуманитар ярҙамды ойоштороуҙа ла, бағыусылыҡ йәһәтенән дә ҙур әүҙемлек күрһәтә.

Хеҙмәтенә күрә - хөрмәте, тигәндәй, Ишембай районы Советы секретары Булат Ҡылысов “Благодарим” ирекмәндәр төркөмө етәксеһе Альмира Шәрәфетдинова менән бер
төркөм ҡатын-ҡыҙҙарға район хакимиәтенең рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Артабан да ошо изге эште дауам итеп, бергәләп еңеүҙе яҡынайтырға яҙһын.


Автор фотолары.

Еңеүҙе бергәләп яҡынайталар
Еңеүҙе бергәләп яҡынайталар
Еңеүҙе бергәләп яҡынайталар
Еңеүҙе бергәләп яҡынайталар
Автор: Миля Мазитова
Читайте нас