Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Февраль , 13:00

“РАМАҘАН ТИРМӘҺЕ”НӘ РӘХИМ ИТЕГЕҘ!

.

“РАМАҘАН ТИРМӘҺЕ”НӘ РӘХИМ ИТЕГЕҘ!
“РАМАҘАН ТИРМӘҺЕ”НӘ РӘХИМ ИТЕГЕҘ!

Намаҙлығым күркәмлеге булып,
Мәсет, манаралар нурлана.
Намаҙ уҡып доғалар ҡылғанда
Кеше күңелдәре паклана.
Намаҙлыҡта торған кешеләрҙең
Уйҙарында сафлыҡ, таҙалыҡ.
Намаҙ уҡыйыҡсы намаҙлыҡта,
Рухи тамырҙарҙан көс алып.

Мәҡәләмде Фәүзиә Ҡотлогилдинаның ошо шиғри юлдары менән башлауым бушҡа түгел. Тап әле изге Рамаҙан айында күптәребеҙ ураҙаға инде. Арабыҙҙа тәүге тапҡыр ураҙа тотоп, тәүге намаҙын уҡып, Аллаһ Тәғәләгә ҡаршы тәүге аҙымдарын яһаусылар ҙа бар. Изге Рамаҙан айында бер-беребеҙгә ҡарата изгелекле булыу, яҡшы эштәр башҡарыу, мохтаждарға ярҙам итеү - һәммәбеҙҙең ниәте.

Ишембайҙа бишенсе йыл рәттән “Рамаҙан тирмәһе” эшләй. Быйыл берҙәм ифтарҙар ҡалабыҙҙың элекке 9-сы мәктәп бинаһында (Крылов урамы, 31) ойошторола. Тәүге көндән үк тиҫтәләгән мосолман ҡәрҙәштәребеҙ “Рамаҙан тирмәһе”нә йөрөй башланы. Мөслимәләр уларҙы аш-һыу, һыйниғмәттәр әҙерләп ҡаршы ала. Ифтарға йыйылған яҡташтарыбыҙ көн дауамында ураҙа тотҡандан һуң ауыҙ асып ҡына ҡалмай, бер-береһе менән ихлас аралаша, яу яланында йөрөгән ир-егеттәребеҙ именлегенә, уларҙың иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләп доға ҡыла.

Ишембай районы имам-мөхтәсибенең урынбаҫары, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн дини дәрестәр алып барыусы Мәҫкүрә Солтанова белдереүенсә, көн дә йөҙ кешегә йылы аш әҙерләнә. Был бик сығымлы эш, әммә Ишембай мөхтәсибәте бынан биш йыл элек тәүге тапҡыр “Рамаҙан тирмәһе”н ойоштороп, йыл һайын изге ай дауамында уңышлы рәүештә берҙәм ифтарҙар ойоштороп килә. Изге эшкә эшҡыуарҙар, төрлө предприятиелар етәкселәре, арҙаҡлы яҡташтарыбыҙ ҡушыла. Тотош ғаиләләре менән ярҙам итеүселәр ҙә байтаҡ.

Рамаҙан айында Аллаһ Тәғәләнең бер киң рәхмәте бар. Әгәр берәй кем ураҙа тотҡан кешеләрҙе саҡырып, ауыҙ астырһа, ифтар мәжлесе ойошторһа, ошо ураҙа тотҡан кешеләрҙең сауабы шул кешегә лә яҙылыр тип әйтелә. Шуға ла ифтар үткәреүселәргә тейешле сауаптар насип булһын, тип теләйек.

- Тәрәуих намаҙҙары мәсеттә һәр ваҡыт уҡылып килде. Һуңғы йылдарҙа ул дин нигеҙҙәрен өйрәтеүгә йүнәлтелеп, фәһемле вәғәздәр менән бәйле алып барыла. Был йүнәшле ғибәҙәттә бигерәк тә ғилемле йәш хәҙрәттәрҙең ихласлығы һөйөндөрә. Быйылғы Тәрәуих намаҙҙарында Ҡөрьәнде тулыһынса уҡып сығыу ниәтләнгән. Был изге ғәмәлде Ҡөрьәнде тотош яттан белгән йәш хәҙрәтебеҙ Самир башҡара. Был районыбыҙҙа тәүге күренеш, - тип уртаҡлашты Мәҫкүрә Зәйләғи ҡыҙы. – Беҙгә ярҙам итеп, ифтар ойоштороу өсөн 9-сы мәктәп бинаһын биргән Ишембай районы хакимиәтенә рәхмәтлебеҙ.

Изге айҙа бер-беребеҙгә мәрхәмәтлерәк булайыҡ, тотҡан ураҙаларыбыҙ ҡабул булһын, сауаптарын насип итһен.

Финанс ярҙам күрһәтергә, ифтарҙа ҡатнашырға теләүселәр Мәҫкүрә Зәйләғи ҡыҙына мөрәжәғәт итә ала: 8-987-473-04-90.

Автор фотолары.

“РАМАҘАН ТИРМӘҺЕ”НӘ РӘХИМ ИТЕГЕҘ!
“РАМАҘАН ТИРМӘҺЕ”НӘ РӘХИМ ИТЕГЕҘ!
“РАМАҘАН ТИРМӘҺЕ”НӘ РӘХИМ ИТЕГЕҘ!
“РАМАҘАН ТИРМӘҺЕ”НӘ РӘХИМ ИТЕГЕҘ!
“РАМАҘАН ТИРМӘҺЕ”НӘ РӘХИМ ИТЕГЕҘ!
“РАМАҘАН ТИРМӘҺЕ”НӘ РӘХИМ ИТЕГЕҘ!
“РАМАҘАН ТИРМӘҺЕ”НӘ РӘХИМ ИТЕГЕҘ!
“РАМАҘАН ТИРМӘҺЕ”НӘ РӘХИМ ИТЕГЕҘ!
Автор: Гөлназ Ғиниәтуллина
Читайте нас