Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Февраль , 13:00

Һайлаған һөнәренә ҡырҡ йыл тоғро

Башҡортостан Башлығы Ишембай предприятиеһы хеҙмәткәрҙәренә юғары наградалар тапшырҙы

Һайлаған һөнәренә ҡырҡ йыл тоғро
Һайлаған һөнәренә ҡырҡ йыл тоғро

Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан республика Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы. Орден, миҙал, юғары исем, Маҡтау ҡағыҙҙары һәм Рәхмәт хаттары менән һөнәри ҡаҙаныштары өсөн 60-тан ашыу кеше билдәләнде. Тантаналы йыйылышта махсус хәрби операция яугирҙары, ғалимдар, табиптар, аграрийҙар, уҡытыусылар, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, эшселәр, инженерҙар ҡатнашты. Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, тап улар республиканың алтын фондын тәшкил итә.

- Беҙ еңел булмаған осорҙа йәшәйбеҙ.  Бөгөн Башҡортостан бөтә ил менән махсус хәрби операция бурыстарын үтәүҙә ҡатнаша. Ватаныбыҙҙың азатлығын һаҡлап ҡалыу – беҙҙең изге бурыс, - тип билдәләне Радий Фәрит улы. – Һәр беребеҙ ҡулынан килгәнсә еңеүгә үҙ өлөшөн индерә. Ауыр шарттарҙа беҙ республиканың тотороҡло үҫешен тәьмин итәбеҙ. Тылда эш алып барабыҙ, иҡтисадты һәм социаль өлкәне үҫтереүҙе дауам итәбеҙ.

Был көндө тантаналы йыйылышта ишембайҙар ҙа булды. “Витязь” машиналар эшләү компанияһы” акционерҙар йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре Таңһылыу Әсәҙуллина, Айҙар Зәйнуллин һәм Андрей Шлычков “Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн” II дәрәжә орден миҙалдары менән билдәләнде.

Бәләкәй Мәҡсүт ауылында тыуып үҫкән яҡташыбыҙ Таңһылыу Шәйхетдин ҡыҙы 1985 йылда 76-сы һөнәрселек училищеһын тамамлағас та “Витязь” машиналар эшләү компанияһы”нда эш башлай.

- Ун ете генә йәштә заводҡа тәүге тапҡыр аяҡ баҫтым. Тәүҙә автомат-револьвер станогы артына ҡуйҙылар. Аҙаҡ быраулауҙа эшләнем. Хәҙер инде егерме йыл шымартыу станогында эшләйем, - тип уртаҡлашты 4-се разрядлы токарь. – Әлхәмдуллилаһ, эштән бәхет бар тимен. Миңә кәңәштәрен биреүсе, һәр саҡ ярҙамлашып тороусы цех начальнигы Рәзилә Шамил ҡыҙына рәхмәтлемен. Иң мөһиме, завод етәкселеге эшләгән кешене күрә, баһалай белә. Минең шатлығымды уртаҡлашыусы, һөйөнөүсе
ғаиләмә лә рәхмәтлемен. Ейәнейәнсәрҙәрем: “Өләсәй, беҙ һинең менән ғорурланабыҙ!” - тиҙәр. Ошонан да оло бәхет бармы икән?! Һаулыҡ ҡына булһын, тырышып эшләйбеҙ әле!

Таңһылыу Әсәҙуллина тырыш хеҙмәткәр генә түгел, бик күптәр өсөн остаз да. Уның ярҙамы менән күптәр төрлө станоктарҙа эшләү серҙәренә төшөнә.

Яҡташтарыбыҙҙы юғары награда алыуҙары менән ихлас ҡотлайбыҙ һәм эштәрендә уңыштар теләйбеҙ!


Азат Мөхәмәтйәнов фотоһы.

Һайлаған һөнәренә ҡырҡ йыл тоғро
Һайлаған һөнәренә ҡырҡ йыл тоғро
Һайлаған һөнәренә ҡырҡ йыл тоғро
Һайлаған һөнәренә ҡырҡ йыл тоғро
Һайлаған һөнәренә ҡырҡ йыл тоғро
Автор: Гөлназ Ғиниәтуллина
Читайте нас