Сулпан Хөсәйен ҡыҙы матур тормош юлы кисергән. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында уҡыусы ғына килеш нефть эшкәртеү заводында эшләй, ғаиләһенә ярҙам итә. Заводтағы эш стажы уның 43 йыл тәшкил итә.
Юбилярҙың балалары әйтеүенсә, уның оҙаҡ йәшәүенең сере – кешеләргә изгелекле, игелекке мөнәсәбәтендә һәм йәштән үҙ һаулығына иғтибарлы булыуында.
Автор фотолары.