

Салауат музыка колледжын уңышлы тамамлаған Аҙнай ауылы егете Алмаз Усманов диплом алыу менән армияға юллана. Туғандары уның был ҡарарын аңлап ҡабул итә, сөнки Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы ҡарт олатаһы, армияла хеҙмәт иткән олатаһы, атаһы, ағайҙарынан өлгө алып үҫкән егет үҙе лә бәләкәйҙән хәрби булырға хыяллана.
Колледжда уҡығанда уҡ Алмаз студент тормошона баш-көллө сума. Рәүеф олатаһына оҡшап йырға, атаһы Рәил кеүек ҡурайҙа уйнарға маһир була. Шуға ла уҡыу йортонда үткәрелгән һәр сараның уртаһында ҡайнай. Уны ҡалалағы төрлө байрам, конкурстарға ла саҡырып ҡына торалар.
- Минән бер курсҡа өлкәнерәк уҡыған Хоҙайбиргән исемле егет хәрби оркестрға алынды. Уның әйҙәүе буйынса мин дә 2024 йылда контракт төҙөп, Рәсәй Ҡораллы Көстәренең хәрби оркестрында хеҙмәт итергә юлландым. Хәрби ант биргәндән һуң миңә тромбон тигән музыка ҡоралы тапшырҙылар. Дөрөҫөн генә әйткәндә, унда уйнай белмәй инем. Маҡсат ҡуйылған икән, нисек тә булһа үтәргә кәрәк. Шуға тромбонда үҙем тырышып уйнарға өйрәндем. Ҡурай менән дә һис айырылғым килмәне. Уның моңон бында бик оҡшаттылар, - тип уртаҡлашты Алмаз.
Әйткәндәй, әлеге ваҡытта хәрби хеҙмәттә булған яҡташыбыҙ менән интернет селтәре аша ғына аралашыу форсаты тейҙе. Байрам уңайынан һинең турала гәзиткә мәҡәлә яҙайыҡ, ауылдаштарың, туғандарың күреп һөйөнөр, ғорурланыр, тигән тәҡдимде егет шатланып ҡабул итте һәм тыуған республикаһын бик һағыныуын әйтте.
- Бында кешеләр ҙә, климат та икенсе. Тыуған яҡ ныҡ һағындыра! Мөмкинселек булғанда туғандарыма шылтыратып торам. Хәрби оркестр булғас, беҙ концерттарға йөрөйбөҙ, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарҙы һуңғы юлға оҙатыуҙа ҡатнашабыҙ.
Ҡораллы Көстәр сафында булыу кешене тәрбиәләй, сыныҡтыра. Ҡыйыуланған, буйға оҙонайып киткән Алмаз 2025 йылдың июнь айында тыуған Аҙнайына отпускыға ҡайта. Туғандары уны шатланып ҡаршы ала. Олатаһы йортонда, тыуған ауылының саф һауаһын һулап, Берғамыт һыуын эсеп, ял итеп, йәнә хеҙмәткә юллана. Уға хәрби хеҙмәтен 2028 йылға тиклем үтәйһе бар әле. Аҙаҡ инде Алмаз мотлаҡ юғары белем алырға, ғаилә ҡорорға теләй.
Хәрби хеҙмәтеңде тултырып, тыуған яҡҡа имен-һау әйләнеп ҡайтыуыңды, туғандарың менән бәхетле осрашыу минуттарын кисереүеңде теләйбеҙ һиңә, кесе сержант Усманов!
Фото шәхси архивтан.