Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Февраль , 13:00

Яугирҙарға ойоҡбаштар бәйләй

Яугир егеттәргә ярҙам итеү — барыбыҙҙың да изге бурысы. Был йәһәттән Ишембай ҡалаһында йәшәүсе ағинәй Гөлсирә Ғәниева күптәргә өлгө.

Яугирҙарға ойоҡбаштар бәйләй
Яугирҙарға ойоҡбаштар бәйләй

Инәйгә 91 йәш булыуға ҡарамаҫтан, ул махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ир-егеттәргә йылы ойоҡбаштар бәйләй. Өлкән йәштә булһа ла, Гөлсирә Миңлеғәле ҡыҙы көн һайын скандинав таяҡтары менән йөрөй, намаҙ уҡый, ураҙа тота. Тәмле ҡоймаҡтар бешереп, балаларын ҡаршы ала. Ә иң яратҡан шөғөлө - бәйләм бәйләү.

- 2001 йылда инсульт алғас, табиптар миңә мейе, телмәр эшмәкәрлеге өсөн бармаҡ гимнастикаһын эшләргә ҡушты. Шунан алып бәйләм ҡулымдан төшмәй. Бөтә балаларыма, ейәнейәнсәрҙәргә, туғандарға йөн ойоҡтар, шәлдәр бәйләп бөттөм. Иң кесе ҡыҙым Рәйлә бер көн: “Әсәй, барыбер тик ултыра белмәйһең, егеттәргә йөн ойоҡбаштар бәйлә”, - тип еп алып ҡайтып биргәйне, дәртләндем дә киттем. Үҙ алдыма доғаларымды уҡып, яйлап ҡына бәйләп тик ултырам. Иҫән-һау йөрөүҙәрен теләп, сүрәләр, хаттар ҙа яҙып һалам. Иртән торһам да, кис ятһам да, балаҡайҙарҙың тиҙерәк еңеү менән тыуған йорттарына, ғаиләләренә әйләнеп ҡайтыуын теләйем, - ти ағинәй.

Йүнсел инәйҙең үҙенә оҡшап балалары ла уңған. Һәр береһе үҙаллы матур тормош көтә. 

- Элекке заманда кейемгә ҡытлыҡ булды бит инде. Әсәйебеҙҙең йүнселлеге арҡаһында нужа күрмәнек. Һәр беребеҙгә ойоҡбаштар бәйләй торғайны. Утыҙ йылдан ашыу элек бәйләп биргән ойоҡтарын мин һаман да ҡомартҡы итеп һаҡлайым. Әсәйебеҙ бик егәрле булды, беҙҙән дә шуны талап итте. Еләк йыйып, 40-ар сирекләп ҡайнатмалар әҙерләй торғайныҡ. Тауға көнөнә ике менеп төшөп, селек тә бәйләнек, ҡап та һуҡтыҡ. Бөгөнгө илдең хәлен күреп, әсәйебеҙ ситтә ҡала алманы. Үҙенсә нисек тә булһа ярҙам итергә тырыша шулай. Күп туғандарыбыҙ, таныштарыбыҙ бөгөн алғы һыҙыҡта хәрби бурыстарын үтәй. Барыһына ла иҫәнлек-һаулыҡ теләйбеҙ, - ти Гөлсирә инәйҙең ҡыҙы Зилә Фәизова.

Күңел нурын һалып, изге теләктәр менән бәйләнгән йылы ойоҡбаштар тыуған яҡ сәләмдәре булып тиҙерәк барып етһен.

Автор фотоһы.

Автор: Миля Мазитова
Читайте нас