Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Февраль , 13:00

Яҡташ мөслимә еңеү алып ҡайтты

Изге Рамазан айы алдынан ҡыуаныслы хәбәрҙәр аҙ булманы, әленән-әле мосолман ҡәрҙәштәрҙең башланғыстары, уңышлы эштәре тураһында хәбәрҙәр ишетелеп торҙо.

Яҡташ мөслимә еңеү алып ҡайтты
Яҡташ мөслимә еңеү алып ҡайтты

17 ғинуарҙа Рәсәйҙең баш мөфтишәйехе Рауил Ғәйнетдиндың фатихаһы менән, бер юлы Мәскәүҙә, Ҡаҙанда һәм Өфөлә «IQRA» проекты китаптарын уҡыу буйынса V халыҡ-ара конкурсының финалы үтте. Юбилей конкурсында Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән, шулай уҡ Яҡын Көнсығыш һәм Азия дәүләттәренән барлығы 500-гә яҡын кеше ҡатнашты.

Бәйгеселәрҙең 50-һе генә беренсе этаптан һуң финалға сыҡты. Шуныһы ҡыуаныслы, конкурста ғаилә менән ҡатнашыусыларҙың һаны йылданйыл арта бара – быйыл уның финалына өс ғаилә сыҡты. Уларҙың араһында яҡташтарыбыҙ – ирле-ҡатынлы Зөһрә Саҡаева һәм Нәдир Сәлихов та бар. Улар «Уҡы» төбәк конкурсында өс йыл рәттән ҡатнашып килде һәм юғары һөҙөмтә күрһәтте.

Быйыл ғаилә халыҡ-ара конкурста ҡатнашып ҡарарға була. Нәдир Сәлихов юғары һөҙөмтәләр күрһәтеп, ҡиммәтле бүләктәргә лайыҡ була, Зөһрә Саҡаева конкурс еңеүсеһе исемен яулай. Зөһрә Хәнәфи ҡыҙына мосолмандарҙың диниә назараты «Мөслим-тур» агентлығы менән берлектә хажға сертификат тапшыра. 

- Бына бишенсе йыл инде Мәскәү мосолмандары диниә назаратының идаралығы ойошторған «IQRA» проекты әҙәбиәт һөйөүселәрҙе ислам китаптарын уҡыу буйынса халыҡ-ара конкурсҡа саҡыра, - тип уртаҡлашты Зөһрә апай. – Бында һәр бәйгесе кәрәкле белем туплай, һабаҡ ала. «IQRA» конкурсы бойомға ашырылғандан алып 10 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан, уларҙың һаны йылданйыл арта ғына бара. Зөһрә Хәнәфи ҡыҙы 17-се мәктәптә 30 йыл инглиз, немец телдәре уҡытыусыһы булып эшләй. Шул уҡ ваҡытта тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары вазифаһын да үтәй, Н.И. Кузнецов исемендәге патриотик музейҙы етәкләй. Ул мәғариф өлкәһендәге ҡаҙаныштары
өсөн юғары исемдәр һәм наградалар яулаған. Әлеге көндә ғәрәп телен, ислам тәғлимәтен өйрәнә, төрлө дини конкурстарҙа ҡатнаша.

Әйткәндәй, Зөһрә апай сығышы менән Илеш районы Рсай ауылынан. Атаһы Хәнәфи Тимербай улы Саҡаев 16 йыл мулла булған, Бөйөк Ватан һуғышында Европаны азат итеүҙә ҡатнашҡан. Әсәһе Вәзимә Әхмәҙулла ҡыҙы Әхмәҙуллина – рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

Ғүмер буйы ауыл тарихын өйрәнә, архив материалдарын туплай. Ауылдың «энциклопедия»һы булған инәй 90 йәшендә биш китап сығара. Нәдир Ғаджиҡорбан улы Сәлихов Ҡөрьәнде һәм ғәрәп телен яҡшы белә, ауылда вәғәздәр һөйләй, балаларға һабаҡ бирә. Быйылғы йылда ул Мәрйәм Солтанова исемендәге ислам колледжын тамамлай. Был проекттың етәксеһе – Мәскәү мөфтийе, дин белгесе, китаптар авторы һәм йәмәғәт эшмәкәре Илдар Әләүетдинов. Уның хеҙмәттәре киң аудиторияға иман, әхлаҡ нигеҙҙәрен аңларға, тормошҡа айыҡ аҡыл менән ҡарарға ярҙам итә.

Мосолман яҡташтарға изге ғәмәлдәрендә уңыштар теләп ҡалабыҙ!


Фотолар шәхси архивтан.

Яҡташ мөслимә еңеү алып ҡайтты
Яҡташ мөслимә еңеү алып ҡайтты
Автор: Айһылыу Вахитова
Читайте нас