Сарала Урман-Бишҡаҙаҡ, Яр-Бишҡаҙаҡ, Ҡарайған, Сәлих, Әптек ауылы ир-егеттәре ҡатнашты. Шул уҡ ваҡытта шоу сиктәрендә славян халыҡтарының Масленица байрамы ла ойошторолдо, ҡунаҡтарҙы тәмле ҡоймаҡтар һәм эҫе сәй менән һыйланылар.
- Беҙ, Хөсәйеновтар ғаиләһе, Ишәй ауылынан килдек. Ат фестивале тураһында социаль селтәрҙән белдек, - тип ихлас уртаҡлашты Резеда Хөсәйенова. – Улыма Даниил да, ҡыҙым Эвелина ла ат яраталар, спорт менән шөғөлләнәләр. Ярыштар ҙа, концерт та бик оҡшаны, беҙ байрамдан ҡәнәғәтбеҙ.
Шулай итеп фестивалдә беренсе урынға Урман-Бишҡаҙаҡ ауылы лайыҡ булды. Икенсе урында – Сәлих ауылы, өсөнсө урында – Ҡарайған ауылы. Дүртенсе урынды әптектәр яулаһа, бишенсе урынды Яр-Бишҡаҙаҡ егеттәре алды. Әйткәндәй, иң яш ҡатнашыусылар – Әптек ауылы үҫмерҙәре. Ысын батырҙар – Ватан һаҡсылары өлгөрөп килә. Алҡыштар!
Ат фестиваленың бағыусыһы – «Яр ярым фабрикаттары» предприятиеһы етәксеһе Айгөл Ваһапова, ул сараны байрамса сағыу ойоштороуҙа ҙур ярҙам күрһәтте.
Автор фотоһы һәм видеоһы.