Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Февраль , 16:00

Маҡарҙа ҡатын-ҡыҙҙар советы ифтар ойошторҙо

Арабыҙҙа ураҙа тотоусылар барлығын иҫтә тотоп, Рамаҙан айында ауыҙ асыуҙы ойошторайыҡ, тип эш планына индереп ҡуйғайныҡ.

Маҡарҙа ҡатын-ҡыҙҙар советы ифтар ойошторҙо
Маҡарҙа ҡатын-ҡыҙҙар советы ифтар ойошторҙо

Ифтарҙа аят уҡылды, ил-йортҡа именлек, тыныслыҡ һоралды. Халыҡҡа бәрәкәтле, иманлы тормош теләп теләктәр әйтелде, әруахтар рухына доға ҡылынды һәм вәғәз тыңланды. Теләүселәр хәйер таратты.

Арабыҙҙа дини тормош юлын алып барыусылар ҙа бар, шөкөр. Улар намаҙға баҫты, өйрәнергә теләүселәрҙе лә артынан эйәртте. Ҡыҫҡаһы, ифтарҙың бөтә ҡағиҙәләре күҙәтелде.

Беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәте һәр ваҡыт мөһим ваҡиғаларҙың уртаһында, һәр идея-башланғысты дәррәү күтәреп алабыҙ. Ни өсөн ифтар ойоштороуҙы ла кәрәк тип таптыҡмы? Сөнки ҡатындан ҡатын быуаҙый, тигән матур мәҡәл бар. Төрлө эш - идеяларҙы беҙ бер - беребеҙҙән күреп ҡабатларға ғына торабыҙ. Шуға күрә, башҡа йәмәғәт ойошмаларына ғына түгел, тәү сиратта, ауылдаштарға өлгө күрһәтеү, дини йолаларға ылыҡтырыу маҡсатында матур мәжлес ҡорҙоҡ. Өҫтәл артында фекер алышыуға ҡоролған эшлекле, йәнле һөйләшеү ҙә алып барҙыҡ.

Барығыҙға ла Аллаһ Тәғәлә Рамаҙан айының бәрәкәтең бирһен!

Автор: Лилиә ҺИҘИӘТОВА, Маҡар ауылы ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе.
Читайте нас