Йәмғиәт
18 Февраль , 09:00

Рамаҙан айын көтөп ала өлкәндәр

Ҡалабыҙҙың оло йәштәгеләр һәм инвалидтар бүлексәһендә инәй-бабайҙар изге Рамаҙан айын ҡаршы алырға йыйына. Был изге ай Аллаһ Тәғәләнең беҙгә күрһәткән иң бөйөк мәрхәмәттәренең береһе. Был айҙа беҙгә донъя мәшәҡәттәренән арынып, иманды нығытып алырға, насар ғәҙәттәрҙән ҡотолорға, ғонаһтарҙан таҙарынырға мөмкинселек бирә.

Рамаҙан айын көтөп ала өлкәндәрРамаҙан айын көтөп ала өлкәндәр
Рамаҙан айын көтөп ала өлкәндәр

Рамаҙан айы ул Ҡөръән айы, сабырлыҡ айы. Был айҙы туғаның, ҡәрҙәшең менән сағыштырырға була. Мәҫәлән, яҡын кешең яныңда саҡта беҙ уға иғтибар ҙа бирмәйбеҙҙер, ә ул кешене юғалтҡас һағынып иҫкә алабыҙ, юҡһынабыҙ.

Рамаҙан айы алдынан Оло йәштәгеләр һәм инвалидтар бүлексәһендә инәй-бабайҙар йома намаҙына йыйылды.

Ринат Иҫәнбаев Рамаҙан айы тураһында һөйләп, ҡөръән аяттары уҡыны. "Был изге ай беҙҙең өсөн ашап-эсеүҙән генә тыйылыу булмаһын, ә иманыбыҙҙы яңы дәрәжәгә күтәрһен", тигән теләктәрен еткерҙе ул.

Беҙҙә лә Ураҙа тоторға ниәт иткән апайҙар бар. Мәҫәлән, Зөлфиә апай Ишморатова быйыл икенсе йыл Ураҙа тоторға ниәтләй. Уның тотҡан ураҙаларын Аллах ҡабул итеп, сауаптарын насип итһен.

Беҙ Хоҙайҙан мәрхүм туғандарыбыҙға, хәрби яланда хеҙмәт итеүсе яугирҙарыбыҙҙың иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын һорап доға ла ҡылдыҡ.

 Сәлимә Ишмөхәмәтова.

Автор фотолары.

Рамаҙан айын көтөп ала өлкәндәр
Рамаҙан айын көтөп ала өлкәндәр
Рамаҙан айын көтөп ала өлкәндәр
Рамаҙан айын көтөп ала өлкәндәр
Читайте нас