Афған һуғышы тамамланыуға 37 йыл ваҡыт уҙһа ла, ундағы ҡан ҡойошло ваҡиғалар интернациональ бурыстарын үтәп ҡайтҡан яҡташтарыбыҙҙың күңел яраларын әленән-әле ҡуҙғатып тора. Сығышы менән Ялтран ауылынан булған Минеәхмәт Иҫәнамановҡа ла 18 йәшендә генә утлы афған еренә аяҡ баҫып, йыл ярым буйы уның ҡаялы-ташлы бормалы юлдарынан урап ҡайтырға тура килә.
Төштәремдә гел һуғыш күрҙем
Минеәхмәт Әхәт улы 1966 йылдың 5 сентябрендә Ялтран ауылында күп балалы ғаиләлә дүртенсе бала булып донъяға килә. Беренсе класҡа уҡырға төшкәс, ғаиләһе Ҡолғонаға күсенә. Унынсы класты шунда тамамлай.
- Бәләкәйҙән хәрби булырға хыялландым. Нишләптер төштәремдә гел һуғыш күрә инем. Беҙ, ауыл малайҙары, бәләкәйҙән эшләп, сынығып үҫтек. Мәктәптә уҡығанда саңғы, йүгереү буйынса спорт ярыштарында ҡатнашып, гел алдынғы урындар ала торғайным. Иң яратҡан дәресем башланғыс хәрби әҙерлек булды. Автоматты һүтеп, яңынан йыйырға яраттым. 23 февралгә ҡарата үткәрелгән «Йәгеҙ әле, малайҙар», «Зарница» уйындарын түҙемһеҙләнеп көтөп ала инем. Унынсыны тамамлағандан һуң, документтарымды йыйып, хәрби училищеға инеү теләге менән хәрби комиссариатҡа юлландым. Әммә нишләптер һаулыҡ буйынса медкомиссияны үтә алманым.
Әсәйем: «Ярар, улым, сентябрҙә 18-ең тула. Әрмегә барып ҡайтҡас уҡырһың”, тип кәңәш итте. Ул ваҡытта әрмелә хеҙмәт
итеү беҙҙең иң төп бурысыбыҙ һаналды. Йәй бесән әҙерләү мәшәҡәте менән тиҙ
үтте. 18 октябрҙә ниһайәт повестка килде.
Военкоматҡа килгәйнек, минең комсомол билетым юҡ. Һис таба алмайбыҙ. Унһыҙ
әрмегә лә алмайҙар. Ҡаланың Совет урамында урынлашҡан ВЛКСМ-ға туҡталып,
тиҙ генә фотомды табып, комсомол
билетына йәбештерҙеләр ҙә әрмегә
оҙаттылар. Ул саҡта егеттәр башлыса Германия, Венгрияға эләгә торғайны. Минең
командалағы егеттәрҙе Германияға
алып киттеләр. Мине ҡалдырҙылар. Бер
аҙна үткәс кисен поезға тейәнеләр ҙә,
ниһайәт, беҙ ҙә юлға сыҡтыҡ. Тәүҙә ҡайҙа
юлланғаныбыҙҙы береһе лә өндәшмәне.
Бер аҙҙан һуң Ҡаҙағстан буйлап китеп барыуыбыҙҙы аңланыҡ. Сержанттар беҙгә Үзбәкстандың Сәмәрҡәнд
ҡалаһына барыуыбыҙҙы аңғартты.
Һалдаттар араһында беҙҙе Афғанстанға
әҙерләйәсәктәр, тигән һүҙ таралды.
Әсәйем миңә йөн ойоҡтар бәйләп һалып
ебәргәйне. Йылы яҡҡа юл тотҡас уларҙың
кәрәге юҡ тип, юлда һатып, аҙыҡ-түлеккә
алмаштырып алдыҡ, - ти яугир-интернационалист.
Шулай итеп, яҡташыбыҙ Сәмәрҡәндтәге
элемтәселәр хәрби әҙерлек үҙәгенә
эләгә. Уның менән бергә Йәнырыҫ ауылынан Бәхтиәр Латыпов та була. Ярты
йыл тирәһе әҙерлек үткәндән һуң, 1985
йылдың 25 апрелендә уларҙың ротаһын
санитар самолет менән Афғанстанға
илтәләр. Самолетта кем ятып, кем ултырып, ике сәғәт тирәһе осҡандан һуң Ҡабул
аэропортына килеп төшәләр.
- Моғайын, «9-сы рота» фильмын
ҡарағанһығыҙҙыр. Барлыҡ ваҡиғалар
тап шул фильмдағы кеүек булды. Килеп
төшкәс тә, ҡаршыбыҙға йөҙҙәре ҡояшҡа
янған, күкрәктәренә миҙалдар таҡҡан
дембелдәр осраны. Улар беҙ ултырып
килгән самолет менән ҡайтырға йыйыналар. Тирә-яҡта вертолеттар оса, хәрбиҙәр
йөрөй, боеприпастар ташыйҙар. Ҡояш
өтөп алып бара. Ҡабулда беҙҙе 103-сө
элемтә полкының 52011-се хәрби часына
тәғәйенләнеләр. Мине БТР-ҙа уҡсы итеп
ҡуйҙылар. Беҙҙең төп бурыс БТР-60 менән
колонналарҙы алдан һәм арттан һаҡлап
оҙатып йөрөү. Бүлек командиры украин
кешеһе булды. Водителебеҙ - молдован, өс уҡсы - төркмән, үзбәк һәм мин -
башҡорт. Төрлө милләт кешеләре үҙ-ара
татыу хеҙмәт иттек, бер-беребеҙҙе күп
тапҡырҙар үлемдән алып ҡалдыҡ. Үзбәк
менән төркмән егете рус телен йүнләп
белмәгәнлектән, мин уларға күп нәмәне
үҙ телемдә аңлатып бирә инем.
Беренсе килеп төшкәс, әлбиттә, ауыр
ҙа, ҡурҡыныс та булды. Тауҙарҙа атыш
тауыштары тынмай. Тәбиғәте лә ҡырыҫ,
яланғас ҡая-таштар. Беҙҙең яҡтағы
тәбиғәткә ҡарап һоҡланып туймаҫлыҡ. Ә
бында ағасы ла, үләне лә юҡ, тәнде өтөп
барған 60 градус эҫелек тора.
Иң тәүге хәрби операцияға юлландыҡ.
Бер яҡта ҡая, икенсеһендә упҡын булған
тар ғына осло ташлы юлдан кискә тиклем
барҙыҡ. Төнгөлөккә туҡтап, ашнаҡсылар
ялан кухняһы ойоштороп ебәрҙе. Ҡараңғы
тиҙ төштө. Беҙ колоннаны һаҡлап барғас,
төнгөлөккә ҡарауылға ҡуйҙылар. Күҙгә
төртһәң дә күренмәҫлек, дөм ҡараңғы
төндә ике сәғәт һайын алмашынып һаҡлап
торабыҙ. Ай ҙа, йондоҙҙар ҙа күренмәгән
шомло төн. Тирә-яҡтан атыш тауыштары
тынмай. 18 йәшлек егетте дошмандар
араһына Афғанстан тауҙарына килтереп
ҡуйһындар әле. Әлбиттә, ҡурҡыу тойғоһо
ныҡ булды. Эргәлә хатта берәү йөрөй
һымаҡ тойола ине. Кеше насарға тиҙ
өйрәнә бит, яйлап ҡурҡыу тойғоһо юғалды.
Аҙаҡтан хеҙмәт итеүе еңелерәк була башланы. Бер нисә тапҡыр үлемдән тороп
ҡалдым. Бында, һис шикһеҙ, әсәйемдең
уҡыған доғалары ярҙам иткәндер. Беҙҙе
Пакистан, Һиндостан яғына ебәрҙеләр.
Юлда китеп барғанда афған халҡының
ҡышлаҡтарҙа бик ярлы, бысраҡ йәшәүен
күрҙек. Беҙҙәге ҡайын һымаҡ булып үҫкән
грек сәтләүеге ағастарын күреп, беренсе
тапҡыр емешен ауыҙ иттем. Сәтләүектәр
ерҙә ҡойолошоп ята. Рюкзактарға тултырып йыйып алдыҡ. Шулай уҡ гранат
емештәрен дә йыйып, компот эшләп
эстек. Бер ваҡыт хатта дөйә итен ашарға
ла тура килде. Эргәһенә снаряд төшөү
сәбәпле, яралы дөйәне салып өлгөрөп,
итен беҙгә лә тәҡдим иткәйнеләр. Һурпа
итеп бешереп ашаныҡ.
Һыу ҡәҙерен Афған һуғышы
ныҡ төшөндөрҙө
Бер мәл тауҙарҙа торғанда ашарыбыҙға
икмәк бөттө. Эҫелә тиҙ боҙолғанға күрә,
уны беҙ ҡырҡып, сухари итеп киптереп
ашайбыҙ. Афған һалдаттарынан икмәк
һорап алдыҡ. Икмәктәре ҡара ондан
бешерелгән утын оҙонлоғондағы тоҙһоҙ
бер аҙыҡ. Улар уны арҡаларына бау менән
аҫып йөрөйҙәр. Бер ваҡыт эсергә һыуыбыҙ
ҙа бөттө. Урал машинаһына һәм БТР-ға
ултырып һыу эҙләп сығып киттек. Төркмән
егете «Мишка, әйҙә минең менән “Урал”да
бар”, тип ныҡышһа ла, нишләптер ризалашмай, БТР-ға ултырҙым. Ул көндө һыу
таба алмай оҙаҡ йөрөнөк. Бер ҡышлаҡ
эргәһендә бәләкәй генә йылға ағып
ята. Килеп етеп, БТР менән һыуҙың теге
яғына сығыуыбыҙ булды, арттан килгән
“Урал” машинаһы шартлап, тәгәрмәстәре
осоп килеп ятты. Водитель менән баяғы
төркмән егете ҡаты яраландылар. Вертолет саҡыртып, уларҙы госпиталгә
оҙаттыҡ. Һыу ташырға машина ҡалманы.
Бер һауытҡа йылғанан һыу алабыҙ
ҙа, хлор һалып бутап, уныһы ултырғас
ҡына эсәбеҙ. Юғиһә, төрлө ауырыуҙар
эләктереүең бар. Һыу ташыр өсөн йәнә
бер “Урал” машинаһы килтерҙеләр. Тағы
һыу эҙләргә сығып киттек. Ниһайәт,
беҙҙең Һәләүек шикелле ҙур ғына йылғаға
килеп сыҡтыҡ. Һыу тултырып алып,
рәхәтләнеп һыу инеп, әйберҙәребеҙҙе
йыуып алдыҡ. Нисә аҙналар буйы һыу
күрмәгәнлектән бик йонсоғайныҡ. Бер
нисә көн үткәс артабан киттек. Кис төшөп
килә, беҙҙең менән замполит та ултырған.
Тар ғына юлдан китеп барғанда БТР-ыбыҙ
осло ташҡа эленеп ултырҙы. Ҡуҙғалып та
булмай, аҫта упҡын. Беҙ оҙатып барған
колонна ла бик йыраҡ китте. Тау-таш
араһында рация тотмағанлыҡтан, ярҙам
саҡыртып булмай. Ҡараңғы төшкәс беҙҙе
юғалтып, кире эҙләп килеп еттеләр.
Һиндостан сигенә 20 километр ара ҡалған
ине. “Анау тауҙар артында ғына ята ул!”
тип күрһәтте командирыбыҙ. «Эх, барып киноларында күргән һинд ҡыҙҙарын
ҡараһаң ине», - тип уйлағаным әле булһа
ла хәтерҙә. Бер ташландыҡ ауылға килеп
ултырҙыҡ. Дошмандар юҡлығын тикшереп, кире БТР-ға менеп ултырыуыбыҙ булды, тып итеп уртабыҙға ғына пуля килеп
тейҙе. Һәм атыш башланды. Төнө буйы
яуҙырҙылар ғына. Иң оҙон төн моғайын
шунда булғандыр. Икенсе көндө кире
ҡайтырға бойороҡ алдыҡ. Күптәребеҙ
бысраҡ һыу эсеп йөрөп, һары ауырыуын
эләктергәйне. Беҙҙе Ҡабулдағы хәрби
госпиталгә һалдылар.
Тыуған яҡҡа юл
1986 йылдың 5 ноябрендә ҡайтырға
сыҡтым. Ҡабул аэропортына килдек. Ә
самолет юҡ. Палаткаларҙа көтөп ятырға
тура килде. Ниһайәт, санитар самолет бирҙеләр. Самолетта пилоттың
Афғанстан сиген сыҡтыҡ тип әйтеүе булды, барыбыҙ ҙа бер тауыштан «Урра!»
ҡысҡырып ебәрҙек. Ташкентҡа килеп
төшкәс, бөтәбеҙгә лә юлға аҡса таратып бирҙеләр. Таможняны үткән саҡта
Ишембай егеттәре килеп сыҡты. Билет
алырға сиратҡа баҫҡанмын. Алдымда
погрансы формаһында ҡара ғына йөҙлө
бер егет тора. Һөйләшеп китеп, икебеҙ
ҙә Ишембайҙан икәнебеҙҙе асыҡланыҡ.
Этҡол ауылынан Хәмит Байназаров
исемле һалдат ине ул. Күптән мәрхүм
булды инде. Ырымбурға тиклем поезд
менән, артабан Салауатҡа тиклем автобуста ҡайттыҡ. Маҡарға автобуста килеп
төштөм. Тыуған яҡҡа яҡынлашҡан һайын
йөрәк шәберәк тибә. Артабан йәйәүләп
ҡайтырға сыҡтым. Сәлимйән тигән ауылдаш ағай машинаһына кеше ултыртып
Маҡар яғына ҡарай үтеп китте. Берәй
сәғәт тирәһе үткәс кире әйләнеп килде.
Баҡтиһәң, бер егетте әрмегә оҙатҡан
булған икән, ҡайтышлай мине ултыртып алды. Һөйөнөсөнөң сиге юҡ ине. Ут
эсенән тере ҡайтҡан ауылдашын ултыртып ҡайтып килә лә баһа! Әлбиттә, бөтә
ауыл халҡы, бигерәк тә яҡындарым бик
шатланды. Әсәйем әле иҫән. 85 йәшен
тултырып матур ғына тормош көтә, - ти
кисәге яугир.
Әрменән һуңғы тормош
Шулай итеп, 1986 йылдың ноябрендә
Минеәхмәт Иҫәнаманов тыуған яҡтарына
ҡайтып төшә. Ишембайҙа янғын һүндереү
һағында эш белешеп, шунда документтарын тапшыра. Бәләкәйҙән хәрби булырға
тигән хыялына тоғро ҡалып, Свердловск
янғын-техник училищеһының ситтән тороп уҡыу бүлегенә документтарын тапшыра. Унда өс йыл уҡып, кесе лейтенант
дәрәжәһен ала. Эшләгәндә ғәмәли янғын
спорты менән әүҙем шөғөлләнә. Белорет, Межгорье, Өфө ҡалаларында үткән
төрлө ярыштарҙа ҡатнаша. Ҡарауыл
начальнигы булып «Витязь»дың янғын
һүндереү часында - 15 йыл, 42-се янғын
һүндереү часында 10 йыл эшләп капитан
дәрәжәһендә хаҡлы ялға сыға. Минеәхмәт
Әхәт улы намыҫлы, фиҙаҡәр хеҙмәте
өсөн I, II дәрәжә “Намыҫлы хеҙмәте өсөн”
миҙалдары, “Янғын һағы отличнигы”
билдәһе һәм башҡа наградалар менән
бүләкләнә.
Әлеге мәлдә Минеәхмәт
Иҫәнаманов “Инман” ойошмаһында һаҡсы булып эшләй.
Биксән ауылы ҡыҙы Айһылыу
менән Айрат һәм Руфина исемле
балалар тәрбиәләп үҫтергәндәр.
Бөгөнгө көндә балалары башлыкүҙле булып үҙ аллы тормош
ҡорған, өләсәй менән олатайға
ейәндәр бүләк иткән. Айрат
улы атаһы һымаҡ хәрби юлды
һайлап, язаларҙы үтәү федераль
хеҙмәтендә эшләй.
Кисәге яугир бөгөн йәмәғәт
эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша,
йәш быуында илһөйәрлек рухын
тәрбиәләүгә ҙур өлөш индерә.
Афған һуғышы ветерандары
менән мәктәптәрҙә үткәрелгән
класс сәғәттәренә, батырлыҡ
дәрестәренә йөрөй.
- Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, афған утын үткән егеттәребеҙҙең
яртыһы арабыҙҙа юҡ. Инвалид
булғандары ла күп. Уларҙың
ғаиләләренә ярҙам итеүҙе беҙ үҙ
өҫтөбөҙгә алдыҡ. Хәлдәрен белешеп, өмәләр ойоштороп, берберебеҙгә ярҙам итеп йәшәйбеҙ.
Әлеге мәлдә махсус хәрби
операцияла йөрөгән элекке
рәйесебеҙ Илдус Хөббөтдинов
менән йыш бәйләнештәбеҙ.
Былтыр егеттәр менән йыйылышып, УАЗик машинаһы һатып
алып, ремонтлап, буяп, гуманитар ярҙам тейәп, оҙаттыҡ. Хәҙер
хәрби бурыстарын үтәп йөрөгән
егеттәргә тағы ла ауырыраҡ.
Әлеге һуғыш бөтөнләй башҡа:
заманса ҡоралдар, техника...
Илебеҙгә лайыҡлы алмаш
үҫтереү - беҙҙең төп бурыс.
Һуңғы ваҡыттарҙа мәктәптәрҙә
ҡурҡыныс хәлдәр булып тора.
Был ата-әсәләрҙең эш менән
мәшғүл булып, балаларға
күберәк ваҡыт бүлмәүенән дә
киләлер. Минеңсә, ошондай
үҫмерҙәр менән утты-һыуҙы
кискән, тормоштоң тәжрибәһен
туплаған, нәҡ беҙҙең кеүек ветерандар күберәк эшләргә тейештер. Илһөйәрлек тәрбиәһен
биреүҙе көсәйтергә кәрәк. Йәш
быуынға һәр саҡ үҙ-үҙең менән
ғәҙел булырға, алдашмаҫҡа
кәңәш итәм. Бер ваҡытта ла
еңел юлды эҙләмәһендәр. Беҙ
элек мәктәптә уҡығанда токарь, водитель, хәрби булырға
хыялландыҡ. Хәҙер йәштәр телефонда, компьютерҙа ғына ултырып, еңел аҡса эшләү тураһында
уйлай. Физик яҡтан сынығып,
эшләп үҫһендәр, спорт менән
шөғөлләнһендәр, үҙҙәрен оло
тормош юлына әҙерләһендәр.
Әрмелә ниндәй генә ғәскәргә
эләкһәң дә, физик әҙерлек талап ителә. Ир-егет иң беренсе осраҡта үҙен генә түгел,
буласаҡ ғаиләһен дә һаҡлай,
яҡлай алырға тейеш. Хәҙер күп
балаларҙың күҙҙәрендә күҙлек,
ҡулдарында телефон. Элек
беҙгә телевизор ҡарау ҙа йыш
эләкмәне. Күбеһенсә урман эшен
эшләп, бура бурап, утын ярып,
һунарға, балыҡҡа йөрөп үҫтек.
Күҙлек кейгән тиҫтерҙәремде
иҫләмәйем дә хатта. Хәҙер ейәндәремде лә ошо юҫыҡта
тәрбиәләргә тырышам. Һәр саҡ
митингыларға йөрөтәм, Үрек йылғаһында балыҡ тотабыҙ, ҡышын һунарға ла йөрөтәм. Бер ваҡытта ла һунарға табыш алам, тип йөрөмәнем. Ул күберәк спорт ҡыҙыҡһыныуы булғандыр - арҡаға мылтыҡ аҫып, урман ҡыҙырып ҡайтһам, күңелем була, - ти ветеран яугир.
Автор һәм М.ИҪӘНАМАНОВТЫҢ шәхси архивы фотолары