Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Февраль , 10:00

ИШЛЕ ҒАИЛӘ – ИЛ КҮРКЕ

Үрге Этҡол урта мәктәбендә Башҡортостанда иғлан ителгән Ҙур һәм татыу ғаилә йылына арналған бик матур сара үтте.

ИШЛЕ ҒАИЛӘ – ИЛ КҮРКЕ
ИШЛЕ ҒАИЛӘ – ИЛ КҮРКЕ

Унда өлгөр, тырыш уҡыусыларыбыҙҙың ғаиләләре – Ҡаһармановтар, Үзбәковтар, Хисаметдиновтар, Арыҫланбаевтар, Ғәйнуллиндар, Үмәрбаевтар һәм Ғөбәйҙуллиндар ҡатнашты.

Ике өлөштән торған был кисә күңелле лә, файҙалы ла булды. Балалар ата-әсәләре алдында шиғырҙары, күңелле йыр-бейеүҙәре менән сығыш яһаны. Аҙаҡ ғаиләләр араһында конкурс уҙғарылды. Сараға һәр ғаилә гәзит эшләп алып килгәйне, улар үҙҙәре тураһында мауыҡтырғыс итеп һөйләне. Ҡыҙыҡлы уйындар, йомаҡтар ҡойоу, мәҡәлдәр әйтеү, сәхнә күренештәре, балалар өсөн күңелле спорт ярыштары - байрам барыһына ла бик оҡшаны.

Ҡыҙҙар ансамбле Нурия Әбүбәкирова көйөнә яҙылған «Әсәйем» йырын, Сәлимә Ихсанова Гөлнара Хәлфетдинова һүҙҙәренә, Гөлдәр Ишҡыуатова көйөнә яҙылған «Бәхет өсөн» йырын башҡарҙылар. Ә инде Йәмил Әбүбәкировтың, Камила Шәрәфетдинованың, Рәил Ҡаһармановтың шиғырҙары һәр кемдең күңелен әсир итмәй ҡалманы. Ҡыҙҙар башҡарыуында «Рәхмәтлемен, әсәй, һиңә» бейеүе лә әсәйҙәргә бик оҡшаны.

Сарала ҡатнашыусылар ғаиләләр ҙур һәм татыу, илебеҙ тыныс булһын, тигән теләктә таралышты.

Фото Үрге Этҡол мәктәбе архивынан.

ИШЛЕ ҒАИЛӘ – ИЛ КҮРКЕ
ИШЛЕ ҒАИЛӘ – ИЛ КҮРКЕ
ИШЛЕ ҒАИЛӘ – ИЛ КҮРКЕ
ИШЛЕ ҒАИЛӘ – ИЛ КҮРКЕ
Автор: Мәҙинә ЛАТЫПОВА, Айһылыу БИБАКОВА, башланғыс кластар уҡытыусылары.
Читайте нас