Ришат Әбүбәкиров Үрге Этҡол ауылында тыуып үҫкән. Ул бәләкәй саҡтан табип булырға хыяллана. Хатта мәктәптә уҡығанда Яңы йыл байрамдарында Айболит булып кейенә. Мәктәпте тамамлағандан һуң егет Башҡорт дәүләт медицина университетына имтихандар тапшырып, дауалау эше факультетына уҡырға инә. Ошо йүнәлеште һайлаған кешеләргә һоҡланмай булмай. Был һөнәрҙә һәр пациенттың һаулығы һәм ғүмере өсөн яуаплылыҡ алаһың бит! Ә нисә йыл уҡырға кәрәк! Университеттан тыш, интернатура, ординатура көтә... Ришат Фәрит улының, медицина өлкәһенә ҙур ынтылыш менән килгәнгәме, уҡыуы ла яҡшы бара.
- 2004 йылда Ишембай үҙәк район дауаханаһының хиругия бүлегенә, ординатура һәм интернатура үтергә тип, бер йылға ҡайтҡайным, 22 йыл үтеп киткән. Әлеге ваҡытта поликлиникала хирург булып эшләйем, - ти табип.
Юғары категориялы табипхирург Ришат Әбүбәкиров ауырыуҙы диагностикалау, пациенттың торошон һәм клиник хәлен медицина ярҙамы стандартына ярашлы баһалау эшен башҡара. Ул хирургия бүлегендә дауаланыу өсөн ауырыуҙарҙы һайлап ала, күкрәк һәм ҡорһаҡ ҡыуышлығы сирҙәре киҫкен булған пациенттарҙы ваҡытында асыҡлай һәм дауаханаға оҙата. Шулай уҡ ул планлы һәм ашығыс медицина ярҙамы талап ителгән операциялар эшләй, сирлеләрҙең реабилитация дауалауы үтеүен тәьмин итә, башҡа медицина учреждениеларында ярҙам күрһәтелгән пациенттарҙы артабан дауалауҙы ла алып бара. Эшкә яраҡлы йәштәге ауырыуҙарҙы, беренсе тапҡыр инвалидлыҡ алған хирургия һәм травматология профилле сирлеләрҙе динамик күҙәтеү һәм реабилитация дауалауы маҡсатында диспансер иҫәбенә ала.
Тәжрибәле хирург һөйләүенсә, хирургия профилендәге ауырыуҙарҙың 80 проценты амбулатор-поликлиника ысулы менән хирургта дауалана башлай. Уға тулы медицина ярҙамы күрһәтелә һәм хирургия стационарына ятыу талап ителмәй. Поликлиника хирургының төп бурысы – ауырыуҙарға диагноз ҡуйыу һәм уларҙы рациональ дауалау. Ришат Әбүбәкиров шулай уҡ медицина документацияһын, бигерәк тә медицина һәм юридик әһәмиәткә эйә булған амбулатор карталарҙы алып барыуға ҙур иғтибар бүлә.
- Һуңғы йылдарҙа бер сәғәт эсендә ҡабул ителгән ауырыуҙар һаны бик күп. Был табиптан бик иғтибарлы булыуҙы, дөрөҫ ҡарарҙы тиҙ табыуҙы, осраған ортопед-травматологик һәм хирургик ауырыуҙарҙың күбеһендә нимә эшләргә кәрәклеген һәм нисек дауаларға икәнен аныҡ белеүҙе, пациентҡа үҙе менән нимә булғанын һәм нисек һауығырға икәнен мөмкин тиклем ябай итеп аңлатыуҙы талап итә. Сифатлы ярҙам күрһәтеүҙә хирург булараҡ минең ролем бик мөһим, сөнки тап хирург башҡаларға ҡарағанда йышыраҡ кешеләрҙе ҡотҡара һәм уларҙың тормошон еңеләйтә. Һөнәрем донъяла иң яуаплыларҙан һәм
мин уға тейешле рәүештә, ғорурлыҡ менән ҡарайым, – ти Ришат Фәрит улы.
Ришат Әбүбәкиров фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн рәхмәт хаттары һәм БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән.
Табипҡа бер нисә һорау бирмәй булдыра алманым.
- Ришат Фәрит улы, остаздарығыҙ кемдәр?
- Миңә бик талантлы, оҫта хирургтар менән бергә эшләү бәхете тейҙе. Остаздарым табип-хирургтар Алексей Алексеевич Катковты һәм Александр
Александрович Журавлевты һәр саҡ иҫкә алам. Ҙур тәжрибә туплауҙа ярҙам итеүҙәре өсөн мин уларға рәхмәтлемен. Ҡыҙғанысҡа күрә, уларҙың икеһе
лә иҫән түгел.
– Һөнәрегеҙҙең мөһим яҡтары тураһында әйтегеҙ әле?
– Ниндәй генә хирургик операцияны ҡарама, һәр береһе яуаплы. Пациент ныҡлы һауыҡҡансы, барыһын да контролдә тотаһың. Минең өсөн эштән ҡәнәғәтлек
кисереү, кеше ғүмерен һаҡлап ҡалыу мөһим. Сирле кешенең һиңә ышаныуы ла бик кәрәк. Урамға сығып үҙем ҡасандыр үлемдән ҡотҡарған кешеләрҙең һау-сәләмәт донъя көткәндәрен күрһәм, үҙемде бәхетле тоям.
- Һеҙгә башлыса ниндәй сирҙәр менән мөрәжәғәт итәләр?
- Үт ҡыуығында таш, яман сир булмаған шештәр, варикоз, атеросклероз, бүҫер, тиренең ялҡынһыныу ауырыуҙары (фурункул, абсцесс, флегмен) менән мөрәжәғәт итәләр. Шуға ла мин пациенттарға сәләмәт тормош рәүешен алып барырға, күберәк йәйәү йөрөргә тәҡдим итәм.
- Үҙегеҙгә һәм коллегаларығыҙға нимә теләр инегеҙ?
- Беҙҙең эш түҙемлек, иғтибар, ышаныс, йыш ҡына күңел көсөн талап итә. Коллегаларымдың һайлаған һөнәренә тоғро ҡалыуын, ҡуйылған бурыстарҙы еңел үтәүен һәм уларға тыныслыҡ, именлек, ғаилә бәхете, ныҡлы һаулыҡ теләйем. Эшебеҙ табиптарға ла, пациенттарыбыҙға ла ҡәнәғәтлек килтерһен.
Әйткәндәй, Ришат Фәрит улының был изге һөнәрҙә эшләүсе туғандары ла күп. Мәҫәлән, бер туған һеңлеһе Зөлфиә Йәрмөхәмәтова функциональ диагностика бүлеге мөдире. Тормош иптәше Лилиә Әнүр ҡыҙы – УЗИ кабинетында шәфҡәт туташы. Әсәһенең ағаһы – ғүмере буйы хирург булып эшләгән Фазыл Шакир улы
Фәтҡуллинды ла һәр кем белә. Динар Фәхретдинов Өфөлә ашығыс медицина ярҙамы күрһәтеү дауаханаһында юғары категориялы хирург. Бер һүҙ менән әйткәндә, табиптар династияһы!
Лилиә һәм Ришат Әбүбәкировтар ике ул үҫтергәндәр. Өлкәне Тимур “Башнефть” предприятиеһында инженер-технолог булып эшләй. Арыҫлан иһә Ишембай нефть колледжында 2-се курста белем ала. Әбүбәкировтар спорт менән дуҫ, бассейнға йөрөйҙәр, йыш ҡына Өфөгә Салауат Юлаев хоккей клубының матчтарын ҡарарға баралар. Тәбиғәттә ял итергә яраталар, концерттарҙа йыш булалар. Ғүмерен кешеләр һаулығына арнаған һәләтле хирургҡа артабан да Гиппократ антына тоғро хеҙмәт итеүен һәм рәхмәтле пациенттар теләп ҡалабыҙ.
Автор фотолары.