- Фермала барлығы 572 баш эре мөгөҙлө мал иҫәпләнә, шуларҙың 170-е - һауым һыйырҙар. Һәр иртән 1750 литр һөт һауып “Рощинский” совхозына тапшырабыҙ. Хужалыҡта 22 кеше эшләй. Шуларҙың бишәүһе - һауынсы, өсәүһе - быҙау ҡараусы, ҡалғандары хужалыҡтағы башҡа эшселәр. Уларҙың күбеһе Васильевка, Петровск, Әрмет ауылдарынан йөрөп эшләй. Эш хаҡы ла арыу түләнә, шуға барыһы ла тырыша. Арбаңды - ҡыш, санаңды йәй әҙерлә, тиҙәр бит. Хужалыҡта мал аҙығын йәй көнө етерлек әҙерләп ҡуйҙыҡ. Һауын һыйырҙарына кукуруз силосы, бесән ашатабыҙ, башмаҡтарға сенаж, бесән, һалам бирәбеҙ, - тип таныштырҙы предприятие идарасыһы Михаил Егоров.
Михаил Александрович - ғүмере буйы ауыл хужалығында эшләгән тәжрибәле белгес. Ул мәктәп йылдарынан уҡ көтөүсе булып эш башлай. Ферма мөдире, зоотехник була. Хәҙер уның етәкселегендә хужалыҡта эш уңышлы алып барыла.
Башҡа белгестәр ҙә - үҙ һөнәренең оҫталары. Мал табибы булып эшләүсе Марат Вилданов, һауа торошоноң ниндәй генә булыуына ҡарамаҫтан, һәр иртән Түбәнге Әрмет ауылынан мотоциклына ултырып, фермаға килеп етә.
- Түбәнге Әрметтә 10-сы класты тамамлағас, Стәрлетамаҡ ауыл хужалығы техникумында уҡыным. Һуңынан әрме сафында хеҙмәт итеп тыуған ауылыма эшкә ҡайттым. Башта күп йылдар ферма мөдире, аҙаҡ ветеринар булып эшләнем. Былтыр Евгений Лейтер эшкә саҡырып алды. Бында эш башлауыма бер йыл булып килә. Һөнәрем бик оҡшай. Малай саҡтан уҡ мал яраттым, - ти Марат Вилданов.
Марат Сабур улы үҙе лә шәхси хужалығында күпләп мал аҫрай икән. Улы Илнур мобилизация башланғандың тәүге көндәренән үк махсус хәрби операцияла йөрөй. Намыҫлы хеҙмәте, күрһәткән батырлыҡтары өсөн бихисап наградаларға, орден-миҙалдарға лайыҡ булған. Яугир улы – атаның иң ҙур ғорурлығы.
Һыйыр һауыу бинаһында киске һауым ваҡыты ла етте. Ауыл эшсәндәренең һәр минуты ҡәҙерле икәнен иҫтә тотоп, тиҙ генә һауынсы ҡыҙҙар менән дә аралашырға өлгөрҙөк.
- Эште ҡураға һыйырҙарҙы индереүҙән, уларҙы бәйләүҙән, һауыу машинкаларын әҙерләүҙән башлайбыҙ. Бер кешегә 50 башһыйыр тура килә. Уларҙы сәғәт-сәғәт ярым эсендә һауып бөтәбеҙ, - тип эш
барышы менән таныштырҙы һауынсы Елена Егорова һәм биҙрәләрен тотоп
ашығып китеп тә барҙы.
Предприятие хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, ҡыш булыуға ҡарамаҫтан һәр һыйырҙан тәүлегенә уртаса һауым 20 литр тәшкил итә. Һауылған һөт ике тонна һыйҙырышлы һыуытҡысҡа һалына һәм тейешле температураға еткерелә. Һөт ҡуйылығы ла нормаға ярашлы. Фермаларҙа бар ерҙә таҙалыҡ һәм йылылыҡ хөкөм һөрә. Быҙауҙар һаны йөҙҙән артыҡ. Иң йылы ҡурала яңы тыуған быҙауҙар тора. Ике-өс айлыҡ булғас, улар дөйөм төркөмгә күсерелә. Хужалыҡтағы тәртип - барыһы ла коллективтың берҙәм эш һөҙөмтәһе. Һөтсөлөк-тауар фермаһында ҡышлатыу уңышлы үтәсәгендә шик юҡ.
Автор фотолары.