- Бәхетле ғүмер кисерҙек, Аллаға шөкөр. Ғүмер буйы түрә булып эшләһәм дә, артыҡ байлығыбыҙ юҡ. Иң ҙур байлығыбыҙ – балаларыбыҙ, - тип һүҙ башланы ғаилә башлығы.
Яңыраҡ Гөлсирә менән Әүхәт Дәүләтовтар үҙҙәренең зөбәржәт туйҙарын билдәләгән. Ошо көндәрҙә ғаилә башлығы үҙенең 75 йәшлек күркәм юбилейын
ҡаршылаған. Иңгә-иң терәп, бер-береһенә терәк булып, бәхетле ғүмер кисерә улар. - Икебеҙ ҙә ошо ауылда ябай крәҫтиән ғаиләһендә тыуып үҫтек, - тип һүҙен дауам итте Әүхәт ағай. - Бер-беребеҙҙе бишенсе кластан уҡ беләбеҙ, бергә уҡыныҡ. Тыуған ауылда башланғыс мәктәпте бөткәс, Байғужаның һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә уҡыуҙы дауам иттек. Мин һуңынан Салауат индустриаль колледжына автомеханик һөнәренә уҡырға индем. Уны 1970 йылда уңышлы тамамлағас, юллама буйынса Чита аэропортына механик итеп эшкә ебәрелдем. Әрме хеҙмәтен Украинала медик-санитар батальонында үттем. Әрмегә
китер алдынан ауылға ҡайтып, Гөлсирә менән ЗАГС-ҡа торҙоҡ. Икәүләп Өфө автобусына билет алырға тип Ишембайға сыҡҡан саҡта автобус туҡталышы эргәһендә генә урынлашҡан ауыл Советы контораһына инеп тиҙ генә никахыбыҙҙы теркәттек. Туҡталышта торған ике кешене шаһит итеп күрһәттек тә, яҙылышып та ҡуйҙыҡ. Аҡ йөҙлө, һылыу ҡыҙҙы икенселәр алып китеп бармаһын, тип ҡурҡҡанмындыр. Шулай итеп апайығыҙ мине әрменән көтөп алды, - тип йылмая Әүхәт Ишҡәле улы йәшлек йылдарын иҫләп.
Хеҙмәтен тултырғас егет тыуған ауылына эшкә ҡайта. “Ударник” колхозында тәүҙә автомеханик була. Һуңынан тырыш, үҙ эшенә талапсан, башҡаларҙы тыңлата белгән, һәр саҡ тәртип яратҡан егетте етәкселәр баш инженер итеп ҡуя. Ә 1982 йылдан Әүхәт Ишҡәле улы ауыл Советы рәйесе, 1988 йылдан колхоз рәйесе итеп һайлана. Йәш ғаиләгә колхоз бәләкәй генә өй ҙә бирә. Һуңынан, балалар күбәйгәс, йәштәр әле йәшәп ятҡан ҙур йортто һатып ала. Мөхәббәт емештәре булып уларҙың ике улы һәм ике ҡыҙы донъяға килә.
Гөрләп торҙо яландар
- Ғүмерем буйы ошо ауылдан бер ҡайҙа ла китмәнем. Йәш саҡта беҙҙең тиңдәштәр оҙон аҡса артынан Себер яҡтарына юлланды, фатир алды. Фотографик хәтер ҡайһы берәүҙәрҙә ныҡ һаҡлана, тип әйтәләр бит әле. Ғүмеремдең 70 йылы барыһы ла күҙ алдымда. Үҙемде белгәндән алып ауыл нисек булған, артабан нисек үҫешкән - барыһы ла хәтеремдә. Мин бәләкәй саҡта урам буйҙарында йәшел сиҙәм була торғайны, уның уртаһынан ат арбаһының юлы, ике яғынан йәйәүлеләр үткән һуҡмаҡ ине. Һуңыраҡ, тракторҙар күренә башлағас, шул сиҙәмдәр тапалып, кәлейәләр барлыҡҡа килде. Өйҙәр, колхоздар һалам
башлы ине. Һуңынан колхозыбыҙҙың гөрләп торған замандары, яландарҙа техника тауышы тынманы. Аҙаҡ йөрәктәрҙе әсетеп колхоз, совхоздар бөтөрөлдө. Бөгөн шул ҡасандыр техника үткеһеҙ
бысраҡ урамдарҙа ялтырап асфальт ята.
Ауылыбыҙҙа матур-матур ике ҡатлы йорттар ҡалҡа. Ғүмеребеҙ һәр саҡ эш менән
үтте. Алты йәштә генә атайһыҙ ҡалдым.
Тормоштоң ауыр саҡтарын да татырға тура
килде. Хеҙмәт кенәгәм минең 10 йәшемдә
үк асылған. Өсөнсө класты бөткәс колхозға
бесәнгә эшкә сыҡҡайным. Ауылым һәр саҡ
яҡын, уның яҙмышы, киләсәге өсөн тырышып, янып йәшәнек. Колхоз йылдарын бик
һағынып хәтергә алам. Беҙ эшләгән осор
“Ударник” колхозының иң уңышлы йылдарына тура килде. Мин әрменән ҡайтҡанда
Марс Шаһиев колхоз рәйесе ине, уны
үрләткәс, урынына Харис Шаһиев килде.
16 йыл бергә татыу эшләнек. Колхозыбыҙ
гөрләп торҙо. Унан һуң мине колхоз рәйесе
итеп ҡуйҙылар. Барлыҡ өлкәләрҙә лә -
производство, малсылыҡ, ауыл хужалығы,
спорт, мәҙәниәттә тик алдынғылар рәтендә
булдыҡ. Ололар һаман да иҫләйҙер әле,
район һабантуйҙарында “Ударник” гел беренсе урындарҙа килде. Гараж тулы техника – комбайндарҙың ғына һаны 28 берәмек
ине, дүртешәр бригада эшләй, малдарҙы
күп аҫраныҡ, һөт-тауар фермалары планды
һәр саҡ арттырып үтәне. Колхозыбыҙҙың
дүрт меңдән артыҡ һөрөнтө ере, дүрт
бригадаһы булды. Игенселек буйынса тик
алдынғы урындар алдыҡ. Һөтсөлөк буйынса Ҡашалаҡбаш, Кинйәбулат, Байғужа
фермалары планды арттырып үтәне,
Бәләкәй һәм Оло Байыҡтың һарыҡ фермаларында өс мең баштан артыҡ һарыҡ
тоттоҡ. Йөнөн хөкүмәткә тапшыра инек. Ит,
һөт, картуф, сөгөлдөр үҫтереп мул табыш
алдыҡ. Себеш сығарып, өйрәк тә үҫтерҙек.
Элек кешеләр ҙә күп ине, барыһы ла егәрле
булды, дәртләнеп эшләне. Күҙ алдығыҙға
килтерегеҙ, ҡышҡыһын ғына Кинйәбулат
фермаһында 90 кеше эшләй ине. Үҙем дә
тәртип яраттым, башҡаларҙан да шуны
талап иттем. Шулай күҙ алдымда гөрләп
торған колхоз да һүнде. Фермалар емерелде, зернотоктар бушаны, техника таралды, - ти элекке рәйес.
Колхоз, совхоздар тарала башлағас,
Әүхәт Дәүләтовты ауыл Советы рәйесе
итеп һайлайҙар. Байғужа ауыл Советы
башлығы булып 30 йылдан ашыу эшләп,
хаҡлы ялға сыға ул. Әүхәт Ишҡәле улы
ваҡытында намыҫлы, талапсан, эшенә етди
ҡараған етәксе булараҡ халыҡ һөйөүен,
ихтирамын яулаһа, хәҙер ауылдаштары
өсөн изге күңелле, өлгөлө ғаилә башлығы,
тос фекерле аҡһаҡал ул. Намыҫлы,
фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн Әүхәт Ишҡәле улына Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл
хужалығы хеҙмәткәре тигән маҡтаулы
исем бирелгән. Бер нисә йыл рәттән «Социалистик ярыш еңеүсеһе» тигән исемгә
өлгәшкән. «Ауыл хужалығы йүнәлеше буйынса белемем булмаһа ла, эш тәжрибәм
мине күпкә өйрәтте», - ти ул.
Пенсияға сыҡҡас та йүнсел Дәүләтовтар
ғаиләһе тик ятмай, кредит алып, һыйырҙар
үрсетеп, трактор, бесән саба торған техника алып ебәреп, һөт аҙыҡтары етештерәләр,
балаларына ярҙам итәләр. Һаулыҡ яғы
ҡаҡшағас, эре мөгөҙлө малдарҙы бөтөрөп,
50-ләп баш һарыҡ аҫрайҙар. Әммә коронавирус ваҡытында икеһе лә ҡаты сирләп
киткәс, уларын да бөтөрәләр. Әле тырыш
ғаилә йыл һайын башмаҡ һатып алып
һимертә, уны һуғымға һуйып, балаларына таратып бирә. Йәйгеһен күпләп өйрәк,
ҡаҙ аҫрайҙар, баҡса тултырып йәшелсә,
емеш-еләк үҫтерәләр.
Ябай ҡулдар тыуҙырған матурлыҡ
Йорт хужабикәһе Гөлсирә Минеғәле
ҡыҙы күптәргә аҫалы балаҫ һуғыусы, милли биҙәүестәр эшләүсе оҫтабикә булараҡ
билдәле. Ул Кинйәбулат ауылының
иң әүҙем ағинәйе лә, башҡорт халыҡ
театрының үҙешмәкәр артисы ла, милли кейемдәр тегеүсе лә. Йәштәрсә
дәртләнеп, бер мәҙәни саранан да ситтә
ҡалмаған хәләл ефетенә ҡарап, Әүхәт
ағай: « Әле клуб ҡына капиталь ремонтҡа
ябылып ҡуйҙы. Юғиһә, апайығыҙҙы өйҙә
тота алмаҫ инегеҙ. Шунан ҡайтып инмәй»,
- тип шаяртып та ҡуйҙы.
Гөлсирә апайҙың бойоғорға ваҡыты юҡ.
Өйҙә лә яратҡан шөғөлдәре, эштәре күп.
Хужабикәнең балаҫтары, ҡул эштәре ауыл,
район кимәлендә үткән барлыҡ мәҙәни
сараларҙың, күргәҙмәләрҙең биҙәге. Уның
балаҫтарын башҡа ҡала һәм райондарҙан
заказ биреп, бик теләп һатып алалар.
- Мин бәләкәйҙән үк сигә торғайным.
Әүхәттәр Тәйрүктең бер яҡ башында
йәшәне, беҙҙең өй аҫтараҡ булды. Элек
көн йылына башлаһа ҡыҙҙар менән ҡул
эштәрен тотоп һарай башына менеп
сигеү сигә торғайныҡ. Егеттәр ҙә һарай
башында гармун тарта. Әүхәт менән берберебеҙҙе ишетә, күрә инек. Миңә уҡыу
ул тиклем эләкмәне. Ишембайҙа алты
айлыҡ курс үтеп, ашнаҡсы һөнәренә уҡып
сыҡтым. Салауатта эшләнем. Унда фатир
бирергә лә теләгәйнеләр. Әммә Әүхәт
ағайығыҙҙың колхозды, ауылды ташлап
киткеһе килмәне. Колхозда кассир, балалар баҡсаһында ашнаҡсы, аҙаҡ идарала
белгес булып эшләп хаҡлы ялға сыҡтым.
Беҙ бөтә ерҙә лә бергә булдыҡ. Ул ауыл
халҡын өмәгә саҡырғанда, етәксе ҡатыны
булараҡ, башҡаларға өлгө күрһәтеп, иң
тәүҙә үҙем сыға торғайным. Сөгөлдөрөн
дә эшләнек, япрағын да, кесерткәнен
дә бәйләнек, бәрәңгеһен дә йыйҙыҡ.
Колхоз эшенән һуң, ҡайтып үҙебеҙҙең
баҡсала эшләнек. Салғы тотоп икәүләп
бесәнгә сығып китә торғайныҡ. Әүхәт
көнө буйы колхоз, ауыл Советы эше менән
йөрөгәнгә күрә, дүрт баланы ҡарап үҫтереү
күберәк минең иңдә булды. Ҡайһы ваҡыт
ауырыраҡ та булып китә ине. Сөнки балалар баҡсаһы булманы. Ҡышҡыһын ҡаты
бурандар ваҡытында көрт кисеп, яҙлыкөҙлө урамда үтеп сыҡҡыһыҙ бысраҡтан
эләгә-йүгерә балаларҙы әсәйҙәргә алып
барып ҡалдырып, эшкә йүгерә инек.
Балаларға аталарына ҡарағанда ҡатыраҡ
та булдым. Эшкә өйрәттек. Хәҙер бер
ҙә үпкәләмәйҙәр, киреһенсә, рәхмәт
әйтәләр. Әҙ йоҡланыҡ, күп эшләнек, донъя
көтәбеҙ, тип тырыштыҡ,- ти хужабикә.
Бәхет сере - татыулыҡта
Дәүләтовтарҙың бөгөн бөтә балалары ла башлы-күҙле булып, үҙ аллы донъя
ҡорған. Ата-әсәләренән өлгө алып, матур
тормош көтә улар. Төрлө өлкәләрҙә тырышып эшләп, үҙҙәре лә өләсәй-олатай
булғандар. Бөгөн юбилярҙарҙың ун ейәнейәнсәре, ике бүлә-бүләсәре бар. Ҡоҙаҡоҙағыйҙары менән бергә татыу ғүмер итә
улар.
- Бергә бәхетле ғүмер кисереүҙең сере -
бер-береңде хөрмәт итеп, аңлашып, татыу
йәшәүҙә. Берегеҙ өндәшкәндә, икенсегеҙ
өндәшмәй ҡалһын. Әүхәт тәбиғәте
менән тура һүҙле, ҡыҙыуыраҡ кеше.
Әгәр ҙә нимәлер оҡшамай икән, эсендә
ҡалдырмай, әйтеп бирә. Әммә кешегә бер
ҡасан да асыу һаҡламай. Балаларыбыҙ ҙа
бәләкәйҙән бер-береһе менән татыу, туған
йәнле булып үҫте. Оло ҡыҙыбыҙға кесе
туғандарын ҡарашыу күберәк эләкте инде.
Тормошта бер-береңде аңлап йәшәгәндә
мөхәббәт тә була, - ти Гөлсирә апай.
Тормош тәжрибәһен байтаҡ туплаған
ғаилә башлығы ла йәш быуынға аҡыллы
кәңәштәрен еткерҙе.
- Табын артына балалар менән бергә йыйылғанда йыш әйтә киләм. Хәҙер тормош
көтөүе күпкә еңел. Элекке һалам, ҡабыҡ
башлы өйҙәр шиферлыға, профнастиллыға
әйләнде. Бәләкәй йорттар ике ҡатлы булып үҫеп сыҡты. Өйҙәргә газ, һыу үтте.
Бағаналарға яҡтыртҡыстар ҡуйылды.
Иртән кеше тороуға урамдарҙы ялтыратып
таҙартып трактор үтә. Элекке кеүек эшкә
билдән ҡар кисеп йөрөйһө түгел. Әммә
шуныһы үкенесле, баҡсаларында бәрәңге
сәскән, хужалыҡтарында мал тотҡан кеше
кәмене. Күберәк малды оло йәштәгеләр
тота. Тормош ауыр, эш хаҡы бәләкәй, тип
бер ҡасан да зарланмағыҙ. Илгә кәрәкле
кешеләр булығыҙ. Хәҙерге йәштәргә бөтә
мөмкинлектәр бар. Дәрт булһа, теләһә
ниндәй кәсепкә тотоноп, аҡса эшләргә
була. Бына, мәҫәлән, ауылда башмаҡ
үҫтереп итен һатырға, Ҡорбан ғәйетенә
һарыҡ үрсетергә була. Бесәнлектәр ҙә
етерлек, техника ла бар. Йәш саҡта,
көслө ваҡытта ауылда малсылыҡ менән
шөғөлләнһендәр. Себерҙә йөрөгәндәрҙән
дә кәм булмаған килем алырға мөмкин.
Һәм, иң мөһиме, ғаиләлә ике яҡтың да
тырышлығы, ярҙамы кәрәк. Ғаилә усағы
икәү ҡулында. Шул ваҡытта ғына донъя
көтөүе күңеллерәк, - тине ул.
Автор фотолары.