Урман-Бишҡаҙаҡ ауыл Советы хакимиәте башлығы Руслан Йәрмөхәмәтов башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһаны, киләсәккә пландар менән уртаҡлашты. Шулай уҡ Руслан Хәбир улы ауыл Советы эштәрендә һәм тормошонда әүҙем ҡатнашыусыларҙы билдәләп, рәхмәт хаттары һәм бүләктәр тапшырып үтте.
- Мин Яңы Георгиевка ауылында яңыраҡ йәшәй башланым. Тәүге көндән үк ауылдың мәсьәләләрен өйрәндем, бөгөн яңы идеялар менән янып йәшәйем, - тип ихлас уртаҡлашты мәғариф идаралығы начальнигы Ольга Урванцева. – Ауыл Советында ойошторолған сарала тәүге тапҡыр ҡатнашам. Бында ниндәй әүҙем, тырыш, талантлы кешеләр йәшәгәнлеген күреп бик ҡыуандым. Ауыл Советы биләмәһенең шундай ҙур икәнлеген күҙ алдына ла килтермәгәйнем. Үҙемдең ҡулдан килгәнсә, төрлө проекттарҙы ғәмәлгә ашырыуҙа ихлас ҡатнашасаҡмын. Барыһына ла уңыштар юлдаш булһын!
Сара урындағы артистарҙың йырҙары һәм бейеүҙәре менән үрелеп барҙы.
Был хаҡта мәҡәлә гәзиттең киләһе һанында баҫыласаҡ.
Автор фотолары һәм видеоһы.