Йәмғиәт
30 Ғинуар , 09:00

Яугир Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде

Яҡташыбыҙға юғары награданы муниципаль район хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов тапшырҙы

Яугир Шайморатов миҙалы менән бүләкләндеЯугир Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде
Яугир Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде

Роман Хисмәтуллин 2023 йылда үҙ теләге менән махсус хәрби операция биләмәһенә юллана. Яҡташыбыҙҙың алты балаһы бар. Уларҙың бәләкәйенә ике ай ғына булһа, өлкәненә - 11 йәш. Тап балаларының бәхетле, яҡты киләсәге өсөн ул Ватан һағына тора.

Тылдан ярҙам һәм йылылыҡ

Роман ғаиләһенә үҙенең был етди ҡарары тураһында юлға сығыр алдынан ғына хәбәр итә. Ауыр булһа ла, ғаилә башлығының был ҡарарын аңлап ҡабул итәләр. Хәҙер, өс йылдан һуң, Роман шул мәл дөрөҫ аҙым эшләүен белдерә.

- Мин балаларымдың Белем байрамын күреп өлгөрөр өсөн медицина тикшереүен ашыҡмай ғына үттем. Ғаиләм менән 1 сентябрҙә мәктәпкә барып ҡайтҡас ҡына, бөтә документтарҙың әҙер икәнен һөйләнем, - тип иҫкә ала Роман. – Ҡатыным иланы, әлбиттә. Әммә ул минең терәк-таянысым, уның елкәһенә балаларҙы ҡарау буйынса бик ҙур бурыс ятты.

Хеҙмәт ваҡытында яҡташ яугир булған батальонға бик күп посылкалар килә. Әммә уның хәтерендә иң иҫтә ҡалғаны - үҙ ғаиләһенән килгән посылка. Тәмлекәстәр араһында алғы һыҙыҡта бик кәрәкле булған бәйләнгән балаклава һәм ғаилә фотолары була. Бер посылкала йортоноң йылыһы тупланған була: балаклава әле лә яугирҙы мөһим йөкләмәләр ваҡытында йылытып тора, ә фотоларҙы йөрәге янында ғына һаҡлап йөрөтә.

Биш билет һәм бөтәһе лә отошло!

Роман Хисмәтуллин әрме хеҙмәтен тимер юл ғәскәрҙәрендә үтә. Әммә алғы һыҙатта уны бөтөнләй яңы бурыстар көтә. Контрактҡа ҡул ҡуйғанда уны Һауа-десант ғәскәрҙәренә ебәрәләр. Бында уға “Прорыв” Т-90М танкыһында оператор-наводчик вазифаһын үтәргә тура килә. “Быға тиклем хәрби техникаға ҡайһы яҡтан барырға кәрәклеген дә белмәй инем”, - тип хәтерләй Роман.

Уҡыуҙар тамамланғандан һуң, махсус хәрби операция биләмәһенә юлланыр алдынан яҡташыбыҙ магазиндан биш лотерея билетын һатып ала. Уларҙың
бөтәһе лә отошло булып сыға, ә берәүһе хатта ҙур ғына сумма алып килә. Был ҡыҙыҡлы осраҡ батальон командирын илһамландыра һәм ул яҡташыбыҙға
Счастливчик тигән ҡушамат бирә. Роман яуҙа үҙен күп тапҡыр ҡыйыу һәм батыр яугир итеп күрһәтеп өлгөрһә лә, яраланыуҙар уны урап үтә. Херсон
йүнәлешендә хәрби бурыстарҙы уңышлы үтәгәне өсөн ул “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән наградлана. Роман иһә был осраҡтарҙы үҙенә тағылған ҡушамат
менән бәйләмәй һәм һәр саҡ “Миңә уңыш йылмайҙы”, тип кенә яуаплай.

Фронттағы тормош һәм ауырлыҡтар

Үҙенең тәүге хәрби алышын Счастливчик яҡшы хәтерләй. Был көндө ул билдәһеҙлектән иң ҙур ҡурҡыу кисерә. Үҙ бурыстары тураһында яугир күп һөйләмәй: уға билдәле координаттар буйынса дошмандың әйберҙәрен юҡ итергә кәрәк була.

Әммә алғы һыҙатта хәрби бурыстарҙан һәм төрлө ауырлыҡтарҙан тыш тынлыҡ минуттары ла була. Бындай мәлдәрҙә батальон көнкүреш менән мәшғүл: хәрбиҙәр мунса төҙөй, ашарға бешерә. Кухня буйынса дежур булған һәр яугирҙың яратып бешергән аҙығы бар. Беҙҙең яҡташ, мәҫәлән, Суета ҡушаматлы яугир бешергән солянканы яратып ашай. Роман үҙе иһә шешлек бешерергә ярата. Алғы һыҙатта иһә яугирҙар хатта билмән дә бешереп ашайҙар икән.

Быйыл Роман Яңы йылды өсөнсө тапҡыр алғы һыҙатта ҡаршылаған. Яугирҙар үҙҙәренсә өҫтәл әҙерләгән: оливье һәм краб таяҡсалары менән салаттар эшләгән, сәғәт теүәл ун икелә бокалдар күтәргән. Алкоголь эсемлектәрһеҙ, әлбиттә. Фронтта эсеү тыйыла, тостар әйтмәйҙәр. Яугирҙарҙың нимә теләүе билдәле: уларҙың һәр береһе еңеү тураһында хыяллана һәм тиҙерәк тыуған йорттарына әйләнеп ҡайтырға теләй.

Танкыға ҡарағанда экипажы ҡурҡынысыраҡ

Һауа-десант ғәскәрҙәре составындағы 134-се айырым танк батальоны 80 процент Башҡортостан яугирҙарынан тора. Роман Хисмәтуллин менән бергә тағы бер Ишембай яугиры ла хеҙмәт итә икән. “Танкыға ҡарағанда, эсендәге экипажы ҡурҡынысыраҡ”, тип яҙылған яугирҙың шефронында. Был сувенирҙы уға тәжрибәле командир бүләк иткән. Бербереңде аңлау, иптәштәреңдең ышаныслы иңен тойоу – яуҙа иң кәрәклеһе. Счастливчиктың бөтә танк экипажы хәрби
бурыстарҙы үтәгәне өсөн Шайморатов миҙалы менән наградлана. Был юғары награданы яҡташыбыҙға Ишембай районы хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов
тапшырҙы.

Тантаналы ваҡиға яугир тыуған яҡҡа сираттағы ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан сағында булды.

- Муниципаль район етәкселеге ярҙамы менән мин күңелемә бигерәк тә ҡәҙерле булған посылканы алған инем. Азат Ишемғолов яугирҙарҙың башҡа үтенестәрен дә иғтибарһыҙ ҡалдырманы – беҙҙең батальонға дрондар детекторын тапшырҙы. Был алғы һыҙатта иң кәрәкле әйберҙәрҙең береһе, - тине Хисмәтуллин.

Счастливчиктың ялы яңы башланды, әммә яратҡан ғаиләң менән булыу өсөн был ваҡыттың бик аҙ икәнен ул белә. Шулай ҙа махсус хәрби операцияла хеҙмәт
итеүҙең мөһимлеген яҡташыбыҙ яҡшы аңлай. Алғы һыҙыҡҡа ҡабаттан барыу һәм еңеү яулау - балаларының бер ҡасан да һуғыш күрмәйәсәгенә ышаныс.


Автор фотолары.

Яугир Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде
Яугир Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде
Автор:Алёна Чернова
Читайте нас