Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Ғинуар , 17:00

Барлыҡ йөкләмәләр һәм бурыстар - Еңеү өсөн!

Бөгөн, 30 ғинуарҙа, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһе менән сығыш яһаны.

Барлыҡ йөкләмәләр һәм бурыстар - Еңеү өсөн!
Барлыҡ йөкләмәләр һәм бурыстар - Еңеү өсөн!

Ҡаланың 3-сө мәктәбе директоры, ҡала биләмәһе Советы рәйесе, Ишембай районы башҡорттары ҡоролтайының етәксеһе, Һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары советы рәйесе Салауат Ғәфүр улы сараға ҡағылышлы фекер белдереп үтте.

- Мин етәксе һәм төрлө өлкә вәкиле булараҡ Башҡортоствн Башлығы Радий Хәбировтың Мөрәжәғәтнамәһендә үҙем өсөн төп һәм икенсел темаларҙы билдәләмәйем. Улар бөтәһе лә – төп, сөнки был буырыстарҙы «Барыһы ла Еңеү өсөн!» тиәгн дөйөм маҡсат берләштерә. Алғы һыҙатҡа хат яҙыусы иң бәләкәй балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһенән алып гуманитар йыйыуҙа ҡатнашҡан иң оло кешегә тиклем был Еңеүгә тос өлөш индерә. Педагогтар, артистар, табиптар, спортсылар, журналистар, ауыл хужалығы һәм предприятиелар эшселәре – барыһы ла Еңеүҙе үҙенсә яҡынлаштыра, - тип белдерҙе Салауат Ғафур улы. - Республикала төрлө милләт вәкилдәре бер-береһенә нәфрәт һаҡламай, улар бик татыу һәм берҙәм. Нисек тиһәң дә, халыҡтар дуҫ булған Совет осоро үҙ тәрбиәһен һиҙҙертә. Иғтибар итһәгеҙ, ил өсөн еңел булмаған осорҙа күпме илһөйәр балалар тәрбиәләнек. Ошоларҙа сағылыш таба ла инде Республика башлығының дөрөҫ һәм аныҡ йөкләмәһе. Беҙҙең халыҡ берҙәм һәм дуҫ, тимәк ул еңелмәйәсәк. 2026 йылдың Рәсәйҙә – Халыҡтар берҙәмлеге, төбәктә Ҙур һәм татыу ғаилә йылы тип иғлан ителеүе беҙҙең рух ныҡлығы тураһында дәлил булып тора. Шулай уҡ туған телдәрҙе үҫтереү һәм һаҡлау ҙа бик мөһим. Хәҙерге заманда тел белгестәренең һәм журналистарҙың эштәре икеләтә яуаплы. Йәш быуынды тәрбиәләүҙә һәм сәләмәт тормошто пропагандалауҙа спорттың әһәмитәе әйтеп бөткөһөҙ ҙур. Былар бәтәһе лә бөгөн Радий Фәрит улының мөрәжәғәтнамәһендә сағылыш тапты. Киләсәктә лә Еңеү өсөн тырышасаҡбыҙ.

Автор: Айһылыу Вахитова
Читайте нас