Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Ғинуар , 14:00

Ғәлиевтарҙың йылылыҡ һәм мөхәббәт усағы

Татыу, ишле ғаиләләр менән осрашҡандан һуң миндә ыңғай һәм йылы тәьҫораттар ҡала. Парлы ғүмер итеүҙән йәм табып, бер-береһен хөрмәт итеп, ҡәҙерен белеп йәшәй улар. Көҫәпҡол ҡасабаһында ғүмер итеүсе ишле ғаилә - Динара һәм Замир Ғәлиевтар өс балаға ғүмер биргән.

Ғәлиевтарҙың йылылыҡ һәм мөхәббәт усағы
Ғәлиевтарҙың йылылыҡ һәм мөхәббәт усағы

Динара Рифат ҡыҙы ҡалабыҙҙың 15-се мәктәбен тамамлағандан һуң Салауат медицина училищеһында шәфҡәт туташы һөнәренә уҡырға инә. Студент йылдарында Яр-Бишҡаҙаҡ ауылы егете Замир Әнүр улы менән таныша.

- Яҡын әхирәтемдең егете Замир менән дуҫ ине. Улар мине буласаҡ тормош иптәшем менән таныштырҙы, бер йыл осрашып йөрөнөк һәм 2009 йылда өйләнештек. Һуңғы курста уҡығанда тәүге сабыйыбыҙ, мөхәббәт емешебеҙ Радмила донъяға килде. Әсәйем бәпесебеҙҙе ҡарашырға ярҙам итте. Шул йылды йәйен ҡулыма диплом алдым, - тип хәтерләй Динара Рифат ҡыҙы.

Динара Ғәлиеваның хеҙмәт юлы Ишембай психоневрология интернатында башлана. Ике йыл эшләгәс, икенсе балалары донъяға килә. Декрет ялынан һуң Ишембай үҙәк район дауаханаһының неврология бүлегенә процедуралар эшләүсе шәфҡәт туташы булып урынлаша. Ул яратҡан һөнәренә бар күңелен һалып эшләй, пациенттарға укол-системалар ҡуя. Медицина хеҙмәткәрҙәре ауырыуҙарҙы уколдар, дарыуҙар менән генә түгел, яғымлы ҡараштары, йылы һүҙҙәре менән дә дауалай. Юҡҡа ғына уларҙы аҡ халатлы фәрештәләр тип атамайҙар. Шуға ла Динараға пациенттарынан бик күп рәхмәт һүҙҙәре ишетергә тура килә. Дүрт йылдан һуң ярайһы уҡ оҫтарып аған белгесте “Invitro” медицина лабораторияһына эшкә саҡыралар.

Динара Рифат ҡыҙының тормош иптәше Замир Әнүр улы 76-сы һөнәрселек училищеһында уҡып автоматика һәм контроль-үлсәү приборҙары менән эшләү һөнәрен ала. Оҙаҡ йылдар Себер тарафтарында монтажсы-бригадир була. Уның ҡулынан килмәгән эше юҡ, бар нәмәгә оҫта.

Ғәлиевтарҙың балалары – тормош терәктәре. Өлкән ҡыҙҙары Радмила 15-се мәктәптә 9-сы класта белем ала, тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшә, “Адель” бейеү студияһына йөрөй. Еңеүҙәре бихисап, төрлө миҙалдар менән бүләкләнгән. Рамир улдары ла ошо мәктәптә 7-се класта уҡый. Ул ҡатнаш көрәш менән даими шөғөлләнә. Ә кескәйҙәре Рамина – 23-сө «Баҙлауыҡ» балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе.

Йорт-ҡураң булғас, эш етерлек. Бар хужалыҡ мәшәҡәттәрен бергәләп башҡара Ғәлиевтар, шулай еңел дә, күңелле лә, тиҙәр. Күрше-тирә менән дә дуҫ-татыу, ярҙамлашып йәшәйҙәр. Уларҙың йорто йәйен сәскәләргә, емеш-еләккә күмелә. Аҙбарҙарында ҡошҡорт тоталар. Ҡышын балалары менән һырғалаҡҡа, бассейнға йөрөһәләр, йәйен тәбиғәт ҡосағында булырға яраталар. Татыу ғаилә Салауат Юлаев хоккей командаһының көйәрмәндәре лә. Шуға ла яратҡан командаларының Өфөлә үткән матчтарында йыш булалар.

Динара Рифат ҡыҙы төрлө яҡлап өлгөр, ҡул ҡаушырып ултырмай. Әлеге ваҡытта декрет ялында булыуға ҡарамаҫтан, ауырыуҙарға ярҙам ҡулы һуҙа, системалар, уколдар яһай. Был ваҡытта уға «тимер аты» ярҙамға килә. Инде 13 йыл ул руль артында. Ә өйөндә уңған хужабикә һәм әсәй. Уның иң яратҡан шөғөлдәре - баҡса үҫтереү һәм тәмле-татлы ризыҡтар бешереү. Йорт алдарын сәскәгә күмеп, үҙе үҫтергән йәшелсә-емештәрҙән төрлө ризыҡтар әҙерләп, яҡындарын тәмлекәстәр менән һыйлап, барыһына ла ҡәнәғәт булып йәшәй ул.

Әйткәндәй, Динара “Торатау” гәзитенең интернет төркөмөндә үткән «Рәхмәт, әсәйем!» фотоконкурсында иң күп тауыш йыйып, еңеүсе тип билдәләнгәйне.

Уңған хужабикәнән бәхетле йәшәү серҙәрен һорашам.

- Беҙ ябай ғаилә. Аллаға шөкөр, ирем балаларым, тип өҙөлөп тора. Эш һөйгән, тыуған ерен яратҡан кешегә һәр ерҙә лә етеш тормошта йәшәргә мөмкинлектәр күп. Тормош иптәшем, балаларым менән ҡош-ҡорт ҡарайбыҙ, емеш-еләк үҫтерәбеҙ. Ишле ғаиләлә балалар ҙа эшкә ылығып, бер-береһен хәстәрләп, олоно-оло, кесене-кесе
итергә өйрәнеп үҫә. Барыбыҙға ла мәғлүм: ғаилә - ул йылылыҡ һәм мөхәббәт усағы, - ти йылмайып Динара.

Ирле-ҡатынлы Ғәлиевтар һәр башланғыстарында бер-береһенә терәк булғас, бар эште кәңәшләшеп башҡарғас, ғаилә караптары ла ныҡлы, ел-дауылдарға бирешмәй.


Фотолар ғаилә архивынан.

Ғәлиевтарҙың йылылыҡ һәм мөхәббәт усағы
Ғәлиевтарҙың йылылыҡ һәм мөхәббәт усағы
Ғәлиевтарҙың йылылыҡ һәм мөхәббәт усағы
Ғәлиевтарҙың йылылыҡ һәм мөхәббәт усағы
Автор: Гөлнора Йәмилева
Читайте нас