Биҫтә халҡы үҙ көстәре менән бергәләп иман йортон төҙөү эшенә һигеҙ ай элек тотонған. Бөгөнгө көндә бинаның стеналары күтәрелгән, ҡыйығы ябылған, тәҙрәләре ҡуйылған. Смаҡайҙар мәсетте Рамаҙан айы башланыуға өлгөртөргә ниәтләй.
- Ауылыбыҙ дингә күптән һыуһағайны. Быға тиклем дини ғилем алырға, йома намаҙҙарына Ишембайҙың төп мәсетенә йәки Иҫке Ишембай ҡасабаһы мәсетенә йөрөнөк.
Иншалла, тиҙҙән төҙөү эштәре тамамланғас, үҙебеҙҙә лә мәсеттең ишеге асылыр, аҙан тауыштары яңғырар. Был изге эште иң беренсе билдәле йәмәғәт эшмәкәре Әнүәр Хөснулла улы Шәңгәрәев башлап ебәрҙе. Иман йортона үҙ заманына күрә уҡымышлы кеше, батша ғәскәрендә полк муллаһы булып йөрөгән, кешеләрҙе дауалаған данлыҡлы яҡташыбыҙ Әмерхан Хәмиҙуллиндың исемен бирҙек. Рөхсәт ҡағыҙҙарын алып, проектты раҫлағас, былтыр май айында төҙөү эштәренә тотондоҡ. Изге эштән бер кем дә ситтә ҡалмай. Кемдер аҡсалата ярҙам күсерә, берәүҙәр ҡул көсө менән булыша, икенселәр техникаһын йәлеп итә. Көн һайын ошонда иртәнән алып кискә тиклем барыһы ла тиерлек эш өҫтөндә, - ти Уран Хәмиҙуллин.
Төҙөлөш эштәре ямғыр, ҡар, буранға ҡарамай, көн һайын әүҙем бара. Күмәкләп тотонғас, эш тә ырамлы. Барлыҡ эштәрҙең башында оҫта ҡуллы Илгиз Шәңгәрәев йөрөй. Атаһынан бирелгән оҫталыҡты аманат итеп алып Илгиз Хөснулла улы яҡташтары өсөн байтаҡ изге эштәр ҡылған. Смаҡай мәктәбен төҙөүҙә лә уның хеҙмәте ҙур. Уға иман йортон төҙөшөүҙә Рәсим Нәжмитдинов, Уран, Фәим, Фидан Хәмиҙуллиндар, Мөнир, Сабир, Рәис, Ринат, Рафаил Шәңгәрәевтар, Илдар Ваһапов, Айрат Хәйруллин, Әмир Мирасов, Салауат, Радик Мифтаховтар, Рафаил Хәйбуллин, Азамат Ғүмәров, Мөхәррәм Шәрәфетдинов, Зөфәр Фәхретдинов, Рәйес Әхмәров һәм башҡаларҙың ярҙамы ҙур булған.
Хәҙер иман йорто алыҫтан күренеп, балҡып тора. Әлеге мәлдә эшселәр бинаның икенсе ҡатының иҙәненә йылытҡыс материалдар түшәй. Мансарда киләсәктә ҡатын-ҡыҙҙарҙың намаҙ ҡылыу урыны буласаҡ. Артабан иҙәндәргә ағас таҡталар йәйеү күҙаллана. Материалдар ҙа күптән әҙер.
Смаҡайҙа тыуып үҫеп, әлеге мәлдә сит тарафтарҙа ғүмер итеүсе яҡташтар ҙа ярҙам ҡулы һуҙған.
- Мин Әмерхан Хәмиҙуллиндың ейәне булам. Бөгөнгө көндә ғаиләм менән Стәрлетамаҡ ҡалаһында ғүмер итәм. Үҙем Смаҡайҙа тыуып үҫтем. Атай-әсәйем дә ошонда мәңгелек йорттарында. Күңелем менән мин һәр саҡ Смаҡайымда. Бәләкәй саҡта ни өсөн башҡа ауылдарҙың мәсеттәре бар, ә беҙҙә юҡ, тигән һорау йыш борсой торғайны
Ауылдаштарыбыҙҙың иман йортон төҙөү тураһындағы изге ниәтен ишеткәс тә, бер икеләнеүһеҙ финанс яҡтан ярҙам итергә теләк белдерҙем. Аллаға шөкөр, ҡайтҡан һайын мәсет күҙгә күренеп үҫә. Уңған, егәрле яҡташтарыма ҡарап һоҡланам. Бер нисә ай эсендә “һә” тигәнсе мәсетте күтәреп тә ҡуйҙылар. Ошонда төҙөү эштәрендә ҡатнашҡан ағайҙар, егеттәр һәр береһе ҡул эше оҫталары. Ниһайәт, Смаҡайыбыҙҙы ла иман йорто йәмләүенә бик шатмын! - тип яҡташтары менән ғорурланыуын белдерҙе Альберт Хәмиҙуллин. Шулай уҡ изге эштәр өсөн Фәйзуллиндар ғаиләһе, Булат Садыҡов та аҡсалата ҙур ярҙам күсергән.
Көн һайын хәйер-саҙаҡалар күсереүселәрҙе һанап бөтөрөрлөк түгел. Изге эштән ҡатын-ҡыҙҙар ҙа ситтә ҡалмаған. Өмәләр үткәреүҙә, төҙөлөш материалдарынан ҡалған сүп-сарҙы таҙартыуҙа әүҙем ярҙам итә улар. Мәсет төҙөүселәрҙе көн һайын ашатыу ҙа ҡатын-ҡыҙҙар иңендә.
- Салауат ҡалаһында йәшәһәк тә, ирем менән көн һайын ошонда төҙөлөш эштәрендә ҡайнашабыҙ. Смаҡайҙың ҡатын-ҡыҙҙары менән сиратлап өмәселәрҙе ашатабыҙ. Хатта аҙнаһына икешәр мәртәбә ашарға әҙерләп килтергән ҡатындарыбыҙ ҙа бар. Башланған эш - бөткән эш, тиҙәр бит. Мәсетебеҙ күҙ асып йомған арала өлгөрөп тә килә. Эске яҡтан төҙөлөш тамамланһа, Алла бирһә, бергәләп ошонда Ҡөрьән уҡырға, Ислам динен өйрәнергә, йома намаҙҙарын үткәрергә, ифтарҙар ойошторорға булһын. Биргән саҙаҡаларыбыҙ, ярҙамдарыбыҙ, башҡарған эштәребеҙ үҙебеҙгә меңләтә сауап булып әйләнеп ҡайтһын, - ти Гөлгөнә Нәжмитдинова.
Әлеге ваҡытта иман йортонда эске эштәр әүҙем бара. Алда бүлмәләр бүлеү, һыу, канализация системаларын үткәреү, йылытыу приборҙарҙын ҡуйыу, түшәм-стеналарҙы күркәм күренешкә килтереү буйынса байтаҡ эштәр көтә. Бик тиҙҙән татыу һәм берҙәм Смаҡай халҡы был эштәрҙе лә бөтөр, “Әмерхан” мәсете халыҡҡа үҙ ишектәрен асыр, был тарафта ла аҙан тауыштары яңғырар.
Автор фотолары.