Йәмғиәт
28 Ғинуар , 13:00

Радий Хәбиров Мөрәжәғәтнамәһендә нимә тураһында һөйләйәсәк?

Ишембай районынан крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе фекере

Радий Хәбиров Мөрәжәғәтнамәһендә нимә тураһында һөйләйәсәк?Радий Хәбиров Мөрәжәғәтнамәһендә нимә тураһында һөйләйәсәк?
Радий Хәбиров Мөрәжәғәтнамәһендә нимә тураһында һөйләйәсәк?

Ошо йома, 30 ғинуарҙа, Башҡортостан Башлығы республиканың Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаясаҡ. Радий Хәбиров нимә хаҡында һөйләйәсәк, ниндәй темаларға ҡағыласаҡ? Был хаҡта Ишембай районының билдәле крәҫтиән фермер хужалығы етәксеһе, Рәсәйҙең атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Геннадий Лейтер үҙ фекерен белдерҙе.

– Мөрәжәғәтнамәнең төп темаларының береһе, һис шикһеҙ, махсус хәрби операция тураһында булыр, тип уйлайым, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Геннадий Григорьевич. – Яугирҙарыбыҙ Ватанды алғы һыҙыҡта һаҡлауын дауам итә, бының өсөн беҙ уларға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Әлбиттә, яугирҙарға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам кәрәк. Бәлки, Башҡортостан Башлығы бөгөн көнүҙәк булған ниндәйҙер яңы ярҙам төрҙәрен иғлан итер, хәрби хәрәкәттәр ветерандарын реабилитациялау һәм эшкә урынлаштырыу тураһында һөйләр.

Шулай уҡ илебеҙҙә иғлан ителгән Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына һәм республикабыҙҙа уҙғарылған Ҙур һәм татыу ғаилә йылына иғтибарын йүнәлтер. Был ике теманың бер-береһенә тап килеүе осраҡлы түгел - Башҡортостанда, Рәсәйҙәге кеүек үк, күп милләтле халыҡтар йәшәй һәм был милләт-ара һәм конфессия-ара күршелектә һәр ваҡыт тыныслыҡ һәм тәртип булыуы мөһим. Радий Фәрит улынан Башҡортостан властарының был дуҫлыҡты нығытыу өсөн нимә планлаштырыуы хаҡында ла ентекле мәғлүмәт ишетербеҙ, моғайын.

Шәхсән миңә, крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе булараҡ, республика агросәнәғәт комплексының эше, уның перспективалары һәм үҫеше тураһында төбәк Башлығының фекерен белеү ҡыҙыҡлы булыр ине. Ерҙә эшләү, ауыл хужалығы – тормошобоҙҙоң нигеҙе. Юғары технологияларға ынтылырға, яһалма интеллектты үҙләштерергә мөмкин, әммә өҫтәлдә көн һайын икмәк һәм һөт булмаһа, беҙ йәшәй алмаясаҡбыҙ. Башҡортостан һәр ваҡыт игенселек, ауыл хужалығы төбәге булды, шуға күрә агросәнәғәттәге эштәрҙең торошо беҙҙең өсөн ҙур әһәмиәткә эйә.

Автор:
Читайте нас