Студенттар төрлө, ләкин һәр ҡайһыһы үҙенсә сағыу һәм һәләтле, уларҙың барыһын да уҡыу йорттары тормошо берләштерә. Маҡар ауылының аҫыл егеттәренең береһе, әлеге көндә Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалында психология һәм педагогика факультетының 4-се курсында уҡып йөрөүсе Илһам АБДУЛЛИН да иң күңелле, иҫтәлекле һәм бәхетле мәлен кисерә.
Йәш, һәләтле йырсы, алып барыусы булараҡ яҡташыбыҙ тирә-яҡта киң танылыу алған. Үҙе менән яҡындан танышыу маҡсатында уны редакцияға саҡырҙыҡ. Әңгәмәсем бер нисә уҡыу йортон тамамлауы хаҡында һөйләп үтте.
- Маҡар мәктәбендә 9-сы класты тамамлағас, Өфө автотранспорт колледжына уҡырға индем. Уҡыу еңел бирелмәне. Сөнки черчение фәненән чертеждар килеп
сыҡмай торғайны. Колледжда үткән төрлө мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнаштым, алып барыусы ла булдым. Ике йыл уҡығандан һуң үҙем теләп әрмегә юлландым. Хеҙмәт юлым Белгород, Ростов-на-Дону ҡалаларында үтте. Армиянан ҡайтҡас, колледждан документтарымды алып Стәрлетамаҡ физик культура колледжының юридик факультетына уҡырға индем һәм уны тамамлап, ҡулыма диплом алдым, - тине ул.
Илһам Себер тарафтарында ла эшләп өлгөрә, үҙен водитель, монтажсы, быраулаусы ярҙамсыһы, инженер һөнәрҙәрендә һынап ҡарай. Әммә һаулығы ҡаҡшау сәбәпле, тыуған яғына ҡайтырға мәжбүр була. Артабан әңгәмәсем Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалының психология һәм педагогика факультетына уҡырға инә. Әле ул һуңғы курсты тамамлау өҫтөндә.
- Ә ни өсөн психология һәм педагогика факультетын һайланың?
- Был факультет миңә нисектер яҡын тойолдо. Әсәйем дә ошо уҡ юғары уҡыу йортонда башланғыс кластар уҡытыусыһы һөнәрен алған. Уҡыуҙар башланып бер ай ҙа үтмәне, мине уҡытыусылар төрлө мәҙәни сараларға ылыҡтырҙы. Беҙҙең факультетта һәләтле студенттар күп. Деканыбыҙ Лилиә Бакир ҡыҙы Абдуллина үҙе лә ижади ҡарашлы етәксе булараҡ беҙгә бик иғтибарлы булды. Университетта ҙур тамаша залы бар, унда төрлө саралар йыш үтә. Беренсе курстан алып мин «Мистер
и Мисс СФ УУНиТ» конкурсында ҡатнашам. Үҙеңде күп яҡлап үҫтереү өсөн уҡыу йортонда бөтә мөмкинлектәр бар. Шуға ла психология факультетына килеү миңә сәнғәт тормошон тағы ла нығыраҡ асып ебәрҙе, тип әйтер инем.
- Йырға булған һөйөү ҡайҙан килә?
- Ғөмүмән, Маҡар ауылы таланттарға бай. Әсәйем Гүзәлиә Миңнияр ҡыҙы йыр оҫтаһы, гармунда ла уйнай ул. Әсәйемдең бер туған ҡустыһы Айҙар ағай ҙа гармунда уйнай, йырлай. Атайым Рәйнис Риф улы моңға ғашиҡ кеше булды. Үкенескә ҡаршы, был донъянан иртә китеп барҙы. Янымда ошондай ижади кешеләр булғанда нисек йыр-моңһыҙ йәшәргә мөмкин...
- Белеүемсә, һин балалар музыка мәктәбен тамамлағанһың, ошо хаҡта ла һөйләп үтһәң ине?
- Эйе, мин данлыҡлы Мәрйәм Солтанованың Маҡар музыка мәктәбендә (Ишембай балалар сәнғәт мәктәбе филиалы) белем алдым. Етәксебеҙ Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙы һәләтле балаларҙы күреп, уларға артабан үҫешергә мөмкинлек бирҙе.
Миңә гитара, фортепиано, баян дәрестәре оҡшай торғайны. Мәктәптә уҡығанда төрлө конкурстарҙа ҡатнашып маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләндем. Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙына, уҡытыусыларыма ижадҡа булған һөйөүемде үҫтереүҙә
ҙур өлөш индергәндәре өсөн рәхмәтлемен. Әйткәндәй, музыка мәктәбен мин ҡыҙыл таныҡлыҡ менән тамамланым.
- Илһам, һин Ишембай мәҙәниәт һарайында ла эшләп алдың...
- Бер нисә йыл элек Ишембайҙа “Ретро-шлягер” вокал башҡарыусылар конкурсында ҡатнашып лауреат булғайным. Шунда Ғәзим ағай Ильясов, минең һәләтемде күреп,
мәҙәниәт һарайында эшләргә әйҙәне. Шулай итеп, уҡыуҙа ирекле графикка күсеп, унда эш башланым. Әммә әле диплом эшен яҙыу, уны яҡлау өсөн күп ваҡыт талап ителә. Барыһына ла өлгөрөп булмай, был эште ташларға тура килде.
- Никах туйҙарын, юбилейҙар алып барыусыһы булараҡ эшең тураһында ла һөйләп үтһәң.
- 2022 йылда Себерҙән һаулығым ҡаҡшап ҡайтҡас, еңелерәк, аҡсалыраҡ эш тапҡым килде. Әсәйем беренселәрҙән булып, “Әйҙә, һин кеше менән еңел аралашаһың, моңло йырлайһың, алып барыусы булып эшләп ҡара”, тип өгөтләне. Йыйған аҡсаға музыкаль аппаратура һатып алдым. Икенсенән, дуҫым - бейеүсе ҡыҙ Рәсимә
Кәримова “Мин үҙем бейейем, һин сараны алып бара алаһың, ярҙам итәм, әйҙә, бергә эшләйек”, тип дәртләндереп ебәрҙе. Шулай эште икәүләп башланыҡ. Әммә һәр ваҡыт та уның менән гел бергә эшләп булмай. Шуға әле ауылдашым Рәфис
Ильясов менән бергә саралар үткәрәбеҙ. Башта алып барыусы эше минең өсөн ҡыйыныраҡ, ауырыраҡ үтте кеүек. Тәжрибә туплау ҙа кәрәк ине. Психология
һәм педагогика факультетында уҡыу миндә ҙур мөмкинлектәр асты. Сөнки кешене анализлау ҙә кәрәк, ҡунаҡта ултырған һәр кешегә лә яҡын килеп уйындарҙа
ҡатнашыуға өгөтләп булмай. Тәүҙә кешенең йөҙөнә, күҙенә ҡарайһың. Һәр кемгә айырым иғтибар ҙа кәрәк. Кемделер көлдөрәһең, кемгәлер яҡын килерлек тә түгел. Күҙҙәре янып торған кешеләр менән уйындар ойоштороу отошло. Кемдер шаяртыуҙарҙы насар ҡабул итә. Факультетта һәр сараны алып барғас, миңә хәҙер “тамада” булыуы еңел бирелә. Әлеге заманда алып барыусылар күп. Әммә мин үҙемә бер ҡасан да реклама эшләмәйем. Мине белгән, күргән кешеләр байрам сараларына саҡыралар. Улар бер-береһенә минең хаҡта еткерәләр. Аллаға шөкөр, заказдар бар, етәрлек, буш ултырған юҡ. Иң мөһиме кешеләргә минең алып барыуым оҡшай. Программала кешеләрҙе ялҡытмай, арытмай, оялтмай ғына торған уйындар
бар. Икенсенән, йәш булһам да, йәштәрсә, шаҡы-шоҡо йырҙар ғына йырламайым. Кешенең күңеленә үтеп инерлек йырҙар башҡарам. Йырсы егетебеҙ Рәфис Ильясовтың гармунда һәм ҡурайҙа моңло уйнауы һәр кемде әсир итмәй ҡалмай. Шуға кешеләр беҙҙең менән ысын мәғәнәһендә ял итә тип әйтә алам. Никахтарҙы беҙ башҡорт йолалары менән үткәрергә тырышабыҙ. Иң мөһиме - эшем миңә бик оҡшай.
- Студент тормошо һәм яратҡан эшең менән яныуҙан тыш, бәйгеләрҙә йыш ҡатнашаһыңмы?
- Бер нисә йыл элек “Йөрәк һүҙе” конкурсында ҡатнашып икенсе урын алдым. Унда Рәшит Шәкүрҙең “Тел диңгеҙе” шиғырын уҡып ишеттерҙем. Үткән йыл Ишембайҙа үткән “Башҡортса караоке” тапшырыуында ҡатнаштым. “Ҡурай ТВ” проектында үҙемде һынап, “Яратыу” йырын башҡарҙым. Быйыл “Башҡорт йыры”нда ҡатнашырға теләгем бар. Әйткәндәй, мин йыл да ураҙа тотам. Шуға ла үткән йыл конкурстар ураҙа мәленә тап килеп, унда бара алманым.
- Киләсәктә үҙеңде ҡайһы өлкәлә күрәһең?
- Пландар күп һәм ҙур. Әммә улар менән бүлешкәндә, уларҙың үтәлмәй торған сифаты бар. Мин үҙем асыҡ кеше булһам да, киләсәккә пландар хаҡында ҡысҡырып һөйләргә яратмайым. Шулай ҙа һуңғы курста уҡығас, әле үк Стәрлетамаҡ мәктәптәренән психолог булып эшләр өсөн саҡырыуҙар бар. Иң мөһиме әле үҙемә уңайлы урында эшләйем. Киләсәктә уҡыуымды магистратурала дауам итеү теләге ла бар. Үҙем өсөн генә булһа ла бик кәрәкле иҡтисад һөнәрен дә үҙләштерге килә.
- Илһам, бик күптәрҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙы бирмәй булдыра алмайым. Ни өсөн һин һаман өйләнмәнең?
- Эйе, ысынлап та, был һорауҙы миңә күптәр бирә. Миңә 30 йәш булыуға ҡарамаҫтан,
өйләнмәгәнмен. Әсәйем уҡытыусы, атайым яҡшы етәксе булды. Мин итәғәтле ғаиләлә
тәрбиәләнгәнмен. Шуға ла кәләш итеп тәрбиәле, ысын башҡорт ҡыҙын күрге килә. Буласаҡ ҡатыным минең күңелде, ә мин уның күңелен аңлаған кеше булырға тейеш. Шуға ла ашыҡмайым. Миңә оҡшағаны килеп сығыр тип өмөт итәм.
- Һинең гуманитар ярҙам менән махсус хәрби операцияға барыуың билдәле.
- “Шатлыҡ” баҙары директоры Илдар Хәйрулла улы Фәтиев гуманитар ылау менән
яҡташтарыбыҙға йыш ярҙам итә. Ул миңә шылтыратып беҙҙең менән МХО зонаһына барырға теләмәйһеңме, тип һораны. Мин, әлбиттә, ризалаштым. Унда ун көн тирәһе булып ҡайттыҡ. Ылау менән беҙ машиналар, мотоциклдар, аҙыҡ-түлек, маскировка селтәрҙәре, мейестәр, госпиталдәргә түшәк кәрәкяраҡтары һәм башҡа әйберҙәр
алып барып тапшырҙыҡ. Минең хәрби хеҙмәт юлым Украина менән сиктәш урында үткәс, барыһын да күреп белә инем. Шуға ла ҡурҡыу-ҡурҡмау тураһында бер һүҙ ҙә булманы. Юлда барғанда Новошахтинск ҡалаһы заводында шартлау яңғыраны. Шуға ла тура юлдан түгел, ә баҫыуҙар буйлап барырға тура килде. Ундағы тормош бөтөнләй икенсе, әйтерһең халыҡ 90-сы йылдарҙа ҡалған кеүек. Бөтә ерҙә “Москвич”,
ВАЗ-2101 “Жигули” кеүек элекке машиналар. Ҡайһы бер йорттар һыуһыҙ, кешеләр барактарҙа йәшәйҙәр. Әйткәндәй, беҙҙең университет студенттары һәм уҡытыусылары, Маҡар ауылы халҡы ла гуманитар ярҙам йыйыу буйынса ҙур эш алып бара.
- Студенттарға ниндәй теләктәрең бар?
- Cтуденттар өсөн бар мөмкинлектәр бар. Һәр кем уҡыған йылдарының тәмен белеп, уны сағыу итеп үткәрһен. Сөнки ул ваҡытты кире ҡайтарып булмай. Мин колледжда белем алғанда, әсәйҙән аҡса һорамаҫ өсөн, автомойкала, автосервиста эшләнем. Әле иһә, эштәрҙең ниндәйе генә юҡ. Студенттарға өсөнсө курстан индивидуаль уҡыу графигы менән, бер юлы уҡып һәм эшләп тә йөрөү мөмкинлеге бар. Уҡый башлағанһығыҙ икән, уны аҙағына тиклем еткерергә кәрәк. Һәм уҡырға бер ҡасан да һуң түгел!
- Йылы аралашыу өсөн ҙур рәхмәт, Илһам. Ҡуйған маҡсаттарыңа ирешергә яҙһын, һиңә артабан да уңыштар теләйбеҙ.
Фотолар әңгәмәсенең шәхси архивынан.