- Сорт һәм гибрид терминдарын йыш бутайҙар, ләкин улар араһында принциплы айырмалыҡтар бар. Был һүҙҙәр үҫемлектәр донъяһында төрлө төшөнсә бирә, - тип аңлатты учреждениеның әйҙәүсе агрономы Людмила Борисова. Белгес һүҙҙәренсә, сорт – бер төр сиктәрендә селекция һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән һәм билдәле һыҙаттар йыйылмаһына (файҙалы йәки декоратив) эйә булған үҫемлектәр төркөмө. Шуның менән ул ошо уҡ төргә ҡараған башҡа үҫемлектәрҙән емеш формаһы, тәме, төҫө, өлгөрөү ваҡыты менән айырылып тора. Орлоҡтан үҫтергәндә был билдәләр быуындан-быуынға тапшырыла.
Сорт үҫемлектәренең орлоҡтары бөтә беренсел сифаттарҙы һаҡлай. Шуға ла уларҙы үҙ орлоҡтары менән үрсетергә була. Бер генә файҙалы билдәһе булған үҫемлек сорт түгел.
- Гибридты бер төрҙөң ике сортын (һирәгерәк төрлө төрҙәрҙең) нәҫелләштереү ысулы менән алалар, - тип һүҙен дауам итте Людмила Борисова. – Бының маҡсаты – беренсел үҫемлектәрҙең көслө үҙенсәлектәрен берләштереү. Мәҫәлән, сиргә ҡаршы тороу һәләте, ҙур уңыш биреүе, емештәрҙең оҙаҡ һаҡланыуы һ.б. Был ысул менән алынған үҫемлек беренселдең сифаттарына эйә була алмай. Шуға гибридты орлоҡ менән үрсетеү мөмкин түгел. Тотороҡло һөҙөмтә булдырыр өсөн, йыл һайын яңы орлоҡтар һатып алырға кәрәк.
Мәҫәлән, “Герман F1” ҡыяры гибриды ҙур уңыш биреүе, күп сирҙәргә бирешмәүе һәм иртә өлгөрөүе менән айырылып тора. Ләкин унан орлоҡ алып, киләһе йыл үҫтереп ҡараһаң, һөҙөмтә көтөлгәнсә булмаясаҡ – нәҫел беренсел үҫемлектең сифаттарын һаҡламаясаҡ.
Шулай итеп, гибридтарға F1 маркировкаһы бирелә (итальян телендәге Filli “балалар” һүҙенән ҡыҫартылған). Йәғни ул “беренсе быуын” (ике төрлө сортты нәҫелләштереү
юлы менән алынған гибрид) тигәнде аңлата.
Йомғаҡ яһап, сорт үҫемлектәренең ыңғай яҡтарын билдәләп үтәйек:
- алынған орлоҡтарҙы сәскәндә сорт сифаттарын һаҡлап ҡала;
- хаҡы ла түбәнерәк.
Сорт үҫемлектәренең кире яҡтары:
- икенсе сорттар менән осраҡлы һеркәләнеүе ихтимал;
- уңыш буйынса тотороҡһоҙ күрһәткес бирә;
- гибридтарға ҡарағанда сирҙәргә һәм ҡоротҡостарға нығыраҡ бирешә.
Гибрид үҫемлектәрҙең ыңғай яҡтары:
- сирҙәргә һәм ҡоротҡостарға ҡаршы тороу һәләте;
- ҙур уңдырышлылыҡ һәм үҫтереү шарттарына яраҡлашыу;
- беренсел үҫемлектәрҙе нәҫелләштереү һөҙөмтәһендә һыҙаттарҙы тағы ла яҡшыраҡ итеү.
Гибрид үҫемлектәрҙең кире яҡтары:
- гибрид орлоҡтарының хаҡы сорттарҙыҡына ҡарағанда юғарыраҡ;
- гибридтарҙы орлоҡҡа ҡалдырыу файҙаһыҙ, уларҙы һәр саҡ һатып алырға кәрәк буласаҡ.
Сорт һайлайһығыҙмы, гибрид алаһығыҙмы – уныһын үҙегеҙ хәл итегеҙ. Беҙҙең маҡсат – аңлатма биреү генә, реклама түгел.
Фотолар редакция архивынан