Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Ғинуар , 15:19

Ирекмәндәр театрға сәйәхәт ҡылды

Этҡол ауыл Советы хакимиәте Үрге Этҡол, Уразбай, Аҙнай ауылы ирекмәндәр төркөмө ағзалары өсөн Салауат башҡорт драма театрына сәйәхәт ойошторҙо.

Ирекмәндәр театрға сәйәхәт ҡылды
Ирекмәндәр театрға сәйәхәт ҡылды

Был апайҙар - ауыл клубтарында ойошторолған маскировка, дронға ҡаршы селтәрҙәр әҙерләү, госпиталдар өсөн мендәрҙәр, эске кейемдәр тегеү, окоп шәмдәре ҡойоү эшендә ҡатнашҡан иң әүҙем кешеләр. Улар эшләй ҙә, ял да итә белә. Был көндө Салауат башҡорт драма театрында инглиз драматургы Рэй Куни әҫәре буйынса ҡуйылған “№13” комедияһын ҡаранылар. Тамашанан, әртистәрҙең уйнауынан дәрт алып, юлда йәшлек йырҙарын йырлап, илһамланып, ял итеп ҡайттыҡ.

Сәйәхәтте ойоштороусыларға рәхмәттәрен әйтеп, һуңғыһы булмаһын, тигән теләктә ҡалды ирекмән апайҙарыбыҙ.

Ирекмәндәр театрға сәйәхәт ҡылды
Ирекмәндәр театрға сәйәхәт ҡылды
Ирекмәндәр театрға сәйәхәт ҡылды
Ирекмәндәр театрға сәйәхәт ҡылды
Ирекмәндәр театрға сәйәхәт ҡылды
Ирекмәндәр театрға сәйәхәт ҡылды
Автор: Гөлдәр ЙӘРМӨХӘМӘТОВА.
Читайте нас