

Һайран мәҙәниәт йортонда "Ҡоштарға - тағараҡтар" акцияһын ойоштороп, балаларға ҡоштар тураһында бик ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр бирелде, викторина уҙғарылды.
Балалар үҙҙәре эшләгән тағараҡтарын тотоп фотоға төштөләр һәм килтергән емдәрен һалып, клуб ихатаһында үҫкән ағастарға элеп тә ҡуйҙылар. Афарин!