Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Ғинуар , 17:00

Һынау

- Эй, балаҡайым, һиңә күҙ тейгән бит. Шундай ҡаты күҙле кешеләр була икән, хатта үҫеп ултырған йәш имән дә ҡорой, йүгереп йөрөгән мал да тәгәрәп ятып үлә, тиҙәр. Ул ҡатын үҙе беләме икән күҙенең ҡатылығын. Бәлки, үҙенә лә күҙе тейәлер әле, һөтөм юҡ тигән бит.

Һынау
Һынау

Сәйҙә иҫ киткес һылыу ҡатын: ебәк һымаҡ оҙон алтын сәс, йылмайып торған һөрмәле күҙҙәр, тығыҙ йомро күкрәктәр, ымһындырғыс тулы аяҡтар. Уны һис тә утыҙға етеп барған балалы ҡатын тимәҫһең. Юлда осраған һәр ир-ат  уның үҙенсәлекле матурлығына һоҡланып тыныс  ҡына уҙып китә алмай. Ә һуңғы көндәрҙә ул тағы ла сәскә атырға етешкән  роза сәскәһе һымаҡ тулыланып, һөйкөмләнеп китте. Биттәре алһыуланып тора, бөтә ҡиәфәтенән нур бөркөлә, әсәй булырға йыйынған ҡатын-ҡыҙҙың иң сибәр мәле. Ире уны Алиһәгә тиңләй, ғорур бөркөттәй ҡурсалап ҡына тора:

 - Их, кәләш, ҡулымдан килһә, һине бер кемгә лә күрһәтмәй, ҡуйынымда ғына йөрөтөр инем, - ти шаяртып. Үҙенең ихлас һөйөүен белдерә. Юҡ, көнләшеп кәмһетмәй,  эстән генә ғорурлана , хатта бер аҙ маҡтанып та ала. Кемдеке -уныҡы! Ун йыл бергә йәшәһәләр ҙә Салауат ҡатынын көндән-көн нығыраҡ ярата, хөрмәт итә бара, эшкә ҡосаҡлап үбеп сығып китә, осоп йүгереп ҡайта. Бәхетле улар. Бер көн кис ял итеп ултырғанда:

   - Кәләш, инде өйөбөҙҙө эшләп бөттөк. Дан килеп сыҡты ҡорған донъябыҙ. Шөкөр. Әллә, мин әйтәм,  улыбыҙға иптәшкә  берәй һеңлекәшме йә энекәшме алып ҡайтайыҡ? -  тигәйне ҡатынына һөйөп ҡарап.

   -  Уррра! Алайыҡ, әсәй, алайыҡ!  Миңә уйнарға ҡусты кәрәк. Ҡыҙҙар илаҡ була ул. Ана, күршеләрҙең бөтәһенең дә туғандары бар... - Ата-әсә урталарына килеп ултырған улдарын яратып ҡосаҡлап алды.

  - Камил исеме шәп тә инде, атай.  Бөтә яҡтан камил туғаным булһын, ибет, әсәй! - Һигеҙ йәшлек Урал, ололар кире уйлап ҡуймаһын тигәндәй,  күптәнге хыялын әйтеп ҡалырға тырышты.

   - Ярар, улым, малай булһа Камил, ҡыҙ тыуһа Камила булыр, -  тип йөпләп ҡуйҙы атаһы.

   Ваҡыты еткәс, Сәйҙә артыҡ йонсомай шалҡан кеүек ул тапты. Бер көн бәпесен ҡосаҡлап  имеҙеп ултыра ине, янына бойоҡ йөҙлө, ябыҡ ҡына  бер ҡатын килеп инде.

 - Миңә баламды ла бирмәйҙәр, һөтөм дә нишләптер юҡ.  Уға һеҙҙең һөттө бирәләр икән, шуға танышып сығайым тигәйнем, - тип ултырғысҡа килеп ултырҙы. Күҙе тумбочкалағы банкаға төштө.

   - Аббау, шул тиклем һөт һауып алдығыҙмы? Ҡалай һап-һары, ҡуйы ғына! Бына минең күкрәктәр буп-буш, - тип ҡулдары менән түшен ҡапшаны.

  - Атаҡ-атаҡ, тегендә минең бала ас ята, нишләп былай алйып ултырамсы? -Сәйҙә был сәйер ҡатынға ауыҙ асып бер һүҙ ҙә әйтеп өлгөрмәне, тегенеһе банканы күтәреп сыҡты ла китте.

   Бигерәк ҡыҙыҡ ҡатын булды әле, ҡайһы палатала ята икән? Һөтөмдө  шәфҡәт туташтары һорап алып китә ине ләһә, тип аптырап торҙо ла ҡалды.

   - Ярай инде, мәнфәғәтен күрһен, - тип һөйләнде. Уның һөтө, ысынлап та, күп була шул,  роддомда ятҡанында тәүге улы ла тәүҙәрәк имеп бөтә алмай ине. Шул саҡта карауаттары ярыш ҡатындың ҡыҙын имеҙеп рәхәтләндергәйне. Уныһы аҙаҡ "баламдың икенсе һөт анаһына" тип яулыҡ япты. Һаман аралашалар.

    -  Эй, һыйыр булһам, ҡалай һөтлөкәй генә булыр инем икән, - тип иренә иркәләнеп ала. Шуғалыр Уралы бер ҙә ауырымай, тап-таҙа булып үҫеп килә.

  Камилын наҙлап яратып, һөйләшеп ята торғас, йоҡлап киткән. Әллә ниндәй шомло төш күреп, өшөп уянып китте. Ҡулы менән улын ҡымтып алайым тиһә, эргәһендә бушлыҡты һәрмәне. Бынағайыш, улын алып киткәндәрен дә һиҙмәгән! Тороп ултырғайны, бөтә тәне таралып бара, башы зыңлап әйләнә. Әллә ниндәй хәлһеҙлек. Ай, Аллам, ни булды миңә? Бит-ҡулымды йыуып алайым әле, хәл инмәҫме икән, тип карауатынан саҡ тороп, стенаға тотона-тотона ҡулйыуғыска табан яйлап ҡына  аяҡтарын шылдырҙы... Һәм ҡапыл быуынһыҙ булып йығылып барғанын тойҙо ...ҡаҡ иҙәнгә шап итеп барып төштө.

   Күпме ятҡандыр, бер ваҡыт аңына килде. Күҙҙәрен асты. Тирә-яҡты байҡап алды. Ҡулына система ҡуйғандар. Ни булған? Ҡайҙа улы? Ни эшләп икенсе палатала ята? Үҙен һәрмәп ҡараны, бөтә кейеме еүеш. Ҡото осто. Түше ауыртҡанға ҡапшап ҡараһа, имсәктәре буп-буш булып һәленгән, баштарынан шыйыҡлыҡ ағып ята. Бармағын тейгеҙеп күҙенә яҡын килтерҙе, эрен һымаҡ шыйыҡса. Аңламағас, еҫкәп ҡараны, һаҫыҡ еҫ. Башын ҡалҡытып, иҙәнгә ҡараны. Карауаты янында эрегән һөт күләүеге ята, ағып йәйелеп  китмәһен тип, бер сепрәк һалғандар.

  Иҫенә килгәнен күргәс, янына  табип килде.

- Ни булды, һылыу? Берәйһе бер-бер хәбәр әйттеме әллә? Сәйҙә "юҡ" тигәнде аңлатып, башын һелкте.

- Балам ҡайҙа, уның хәле нисек?

- Улың тыуыу  менән ихлас ҡотлайым, һеңлем! Борсолмағыҙ, улығыҙ һәйбәт тоя.

 - Рәхмәт! Ни эшләп мине бында һалдығыҙ?

- Әйҙәгеҙ әле, ултырып ҡарайыҡ, - тине табип.

   Сәйҙә ҡалҡынып ҡарағайны күҙҙәренән ут көлтәһе күренде, ҡолаҡтары шауланы һәм... ҡараңғылыҡҡа сумды. Көн менән төндө бутап бик оҙаҡ ятты ул. Тамағына аш барманы. Ябыҡты. Уҡмашып-уҡмашып сәстәре ҡойолдо. Күҙҙәренең нурҙары бөттө. Ҡолағын сыңлатҡан бушлыҡ зиһененә тейҙе, бер нәмә эшләгеһе килмәй. Табиптар төрлө анализдар алды, һөҙөмтәләре һәйбәт, тип аптырашты, диагноз ҡуя алманы.

   Бер көн иртән уянып китһә, ҡатын тәнендә еңеллек һиҙеп тороп ултырҙы. Нисәмә көндәр аңҡы-тоңҡо ятҡан Сәйҙә үҙҙәренең ауыл янындағы теште һындырырҙай шишмә һыуын эскеһе килде. Ыңғай үҙгәрештәрҙе күргән шәфҡәт туташы:

   - Ҡотто алдығыҙ бит, һылыу, бөтә больницаны аяҡҡа баҫтырҙыҡ, - тине ҡыуанып.

   -  Бынан ары бөтәһе лә һәйбәт буласаҡ. Мине улым көтә. - Сәйҙә бар ихтыяр көсөн йоҙроғона тупланы. Иренә тиҙерәк йомошон еткерҙе.

  Билдәһеҙлектән арыған Салауат  шунда уҡ елдереп килеп тә етте. Әгәр ҡатыны әжәлдән ете ҡат ер аҫтында тере һыу бар тиһә, уны ла табып алып килтерер  ине. Сәйҙә тәмләп кенә бер нисә йотом һыу йотто, һалҡын тире бәреп сыҡты. Таҫтамалын һыулап бөтә тәнен һөртөп алды, күҙҙәре асылып ҡалды. Хәл ингәндәй булды. Ҡаҡашып бөткән өҫтөн сисеп ташлап таҙаларын кейҙе. Шунан яйлап ҡына атлап тәҙрәгә килде. Ҡасандан бирле тәҙрәнән күҙен алмаған ире шаңҡып ҡалды, ағарып китте. Ҡатынан шәүлә генә тороп ҡалған. Был тиклем хәле насарҙыр, тип көтмәгәйне. Нисек ярҙам итергә белмәй ыуаланды, йөрәге өҙгөләнде.

   Ысынлап та, Сәйҙә шул көндән шәбәйеүгә китте, реанимациянан төшөрҙөләр. Балаһын килтерҙеләр. Йәштәренә төйөлә-төйөлә буш имсәген улыҡайына ҡаптырып ҡараны, ләкин һөт төшмәне. Унан бигерәк түштәре үлтереп һыҙлап үҙәгенә үтте, ул ваҡыттарҙа үҙен ҡайҙа ҡуйырға белмәне. Йоп-йомро күкрәктәрҙән эсе буп-буш ҡоро тире аҫылынып ҡалды. Күпте күргән табиптар ҙа ни әйтергә белмәй, ҡулдарын йәйҙе. Сәйҙә тәне генә түгел, йәне әрнегәненә ла үҙенә урын тапманы. Балаларым хаҡына һаулығымды нығыт, тип Хоҙайға көнө-төнө ялбарҙы. Гәзит-журналдар уҡып, төрлө файҙалы мәғлүмәттәр белергә тырышты. Бирешмәҫкә, балаларҙы үҫтерергә, кеше итергә тигән ниәт менән үҙендә көс тапты.

  - Иҫән-имен балнистан сыҡһа, үҙем бер сама кеше итеп алыр инем, - әсәһе тип дүрт күҙ менән саҡ көтөп алды. Ни булғанын яйлап ҡына һорашты.

  - Эй, балаҡайым, һиңә күҙ тейгән бит. Шундай ҡаты күҙле кешеләр була икән, хатта үҫеп ултырған йәш имән дә ҡорой, йүгереп йөрөгән мал да тәгәрәп ятып үлә, тиҙәр. Ул ҡатын үҙе беләме икән күҙенең ҡатылығын. Бәлки, үҙенә лә күҙе тейәлер әле, һөтөм юҡ тигән бит.

    Был әсәйҙәрҙең сабырлығына, зирәклегенә һәйкәл ҡуйырлыҡ, бала өсөн нимә генә эшләмәй! Әсәһе лә төрләндереп-төрләндереп тәмле итеп ашарға бешерҙе, ҡамыр аштарын гел эҫе килеш ашатырға тырышты. Ниндәй файҙалы үлән бар, шуларҙы сиратлап эсерҙе. Бөтә зәхмәттән килешә торған тип шайтан таяғын спиртҡа һалып төнәтте,  дегәнәк  япрағын көн дә иртән ит турағыстан тарттырып, һутын балғалаҡлап ҡына эсерҙе.

   - Беҙҙең ошо шишмәбеҙ бик боронғо. Әлмисаҡта бер изге атабыҙ ерләнгәндән һуң  ҡәберенән йыраҡ түгел, тау аҫтынан, урғылып килеп сыҡҡан тип  һөйләйҙәр ине ололар. Даны киткән инде, хәҙер ана ҡайҙан ғына килеп алмайҙар!  Шифаһы килешә, балам, һынағаным бар.

 - Бисмилләһир-рахмәнир-рахим! Минең ҡулым түгел, изге Ғәйшә-Фатима анабыҙ ҡулы! - Ихластан доға уҡып, көн дә мунса яғып, оло тәрән ваннаға уҫаҡ япраҡтарын бешекләп, шунда ятҡырҙы. Аҙаҡ бала кеүек йыуындырып сайындырҙы.

  Яҡшы тәрбиәме, им-томо килештеме, Сәйҙә яйлап арҡаһын турайтты, тәненә ит ҡунды, күҙҙәренә нур ҡайтты. Ләкин элекке ымһындырғыс сибәрлеге генә тоноҡланып ҡалды. Сәбәбен белергә тип больница юлдарын бик оҙаҡ тапаны, сирен тапманылар. Мәскәү профессорҙарынан һуң да түштәрендә үҙгәрештәр булмағас, ахыр ҙа, ҡул һелтәне. Ҡатын - ҡыҙҙың күрке булған күкрәктәр өсөн бик ныҡ ҡайғырһа ла, ошо хәленә күнде.

  - Кәләш, донъяла һинән дә һылыу, һинән дә сибәр бер кем дә юҡ! - тип Салауатының гел янында булыуы, һүҙ менән түгел, хатта ҡарашы менән дә бер ни белгертмәүе көс -ҡеүәт бирҙе. Шулай ҙа  иренән оялды, төндә лә эсенә паралон ҡуйып тегелгән бюстгальтерҙа йоҡланы. Яйлап, элеккесә күгәрсен кеүек гөрөлдәп, ғаиләне ҡәҙимге  хәленә ҡайтарырға тырышты. Иң мөһиме: бәләкәсен ҡарарлыҡ хәлгә ҡайтты, Уралын етем итмәне. Өс көндән ғәзиз әсәһенең һөтөн иммәгән Камил көнө-төнө иланы, Сәйҙә лә улына ҡушылып балауыҙ һығып алды. Яһалма һөт йә глюкоза имеҙеп, ашҡаҙан-эсәктәре ҡаҡшаған баланы ҡарау бигерәк ауыр булды, йыш ауырып йонсотто. Шешә менән һыйыр һөтөн биргәндә, ауыҙына алмай бер булды. Әсә йылыһы бирмәгәнгә күрә, өшөп ятмаһын тип өр-яны мамыҡ шәленә төрөп йөрөттө улын.

   Һынауҙар кешене сыныҡтыра,  Салауат менән Сәйҙә бер-береһенә терәк булып ғүмер юлынан лайыҡ барҙы. Әле лә етәкләшеп кенә йөрөгән ир менән ҡатын мөхәббәттең барлығын, мәңгелеген күрһәтеп, һоҡланғыс ғаилә булып йәшәй. Ауылдарының йәме, ҡото булып тора. Йәштәр ҙә уларға эйәрергә тырыша.

  ...Ана бит армиянан ҡайтып төшкән тирәктәй  Камилы ҡурсаҡ кеүек әсәһен ҡәҙерләп бик оҙаҡ ҡосаҡлап торҙо, аяғында имәндәй ныҡ баҫып торған атаһын ҡыҫып ҡосаҡлап күтәрҙе,  ағаһы менән шаярашып көс һынашып алды. Баянан бирле сабырһыҙланып бейеп торған һеңлеләрен, Уралиә менән Камиланы, билдәренән ҡосоп зыр килеп әйләндерҙе. Өйҙә бәхетле, шатлыҡлы ауаздар бик оҙаҡ яңғыраны.

    Иң мөһиме - Тыныслыҡ.

 

 

Фото: Гөлназ Ғиниәтуллина

Автор: Гөлназ ҒӘБИТОВА.
Читайте нас