Йәмғиәт
6 Января , 04:00

Бала саҡ иленә сәйәхәт

Яңы йыл байрамдарында интернет киңлектәрен сағыу ретро-асылмалар яулап алды. Иң ҡыҙығы - уларҙы эшләүҙә заманса техник алымдар ярҙамында үҙ фотоларыңды ла ҡулланырға була.

Бала саҡ иленә сәйәхәтБала саҡ иленә сәйәхәт
Бала саҡ иленә сәйәхәт

...Ретро фотоһүрәттәргә ҡарап, әрһеҙ бала саҡ иҫкә төшә. Беҙ, бәләкәй ҡыҙҙар, иҫебеҙ китеп, байрам асылмаларын йыя торғайныҡ. Улар бер ҡап, ике ҡап...булып китә. Тағы шуныһы әле булһа хәтерҙә - рәссам ағайым мине асылмаларҙың авторҙарын иҫтә ҡалдырырға өйрәтте. Авторҙы һүрәтләү алымы, образдар буйынса, асылманың артындағы яҙыуына ҡарамайынса, шунда уҡ таный торғайным. Иң яратҡан рәссамдарҙың береһе - Владимир Иванович Зарубин (1925-1996).

Владимир Зарубин Орлов өлкәһендә ҙур булмаған ауылда күп балалы ғаиләлә донъяға килгән. Үҙе иҫләүенсә, ата-әсәһе бер-береһен һәм балаларын ныҡ ярата, уларҙың һәр башланғысын хуплап ярҙам күрһәтә. Малай һүрәт төшөрөргә әүәҫ була, уның рәсемдәре һәр кемде һоҡландыра.

Зарубиндың тормошо еңелдән булмай. 1941 йылда Бөйөк Ватан һуғышы башлана, ирҙәр фронтҡа китә. Фашистар Володяны башҡа үҫмерҙәр менән Рурҙағы хеҙмәт лагерына ҡыуып алып китә. Бында ысын тамуҡ була - көн дә мыҫҡыллауҙар, тәжрибә үткәреүҙәр, аҙым һайын үлем...

Володя иҫән ҡала, лагерҙы 1945 йылда союзниктар азат итә. Ул тыуған яҡтарына ҡайтҡас, киске мәктәпте, артабан университетты тамамлай, заводҡа эшкә урынлаша. Эшен дә, һөнәрен дә йыш алыштыра, хеҙмәт кенәгәһе төрлө яҙыуҙар менән сыбарланып бөткән була. Ялында яратҡан эше - һүрәт төшөрөү менән шөғөлләнә.

Ошолай йәшәү рәүеше күпме дауам итер ине икән? Бер саҡ ул «Союзмультфильм»дың мультипликаторҙар курсына саҡырыу иғланын күреп ҡала. Шулай итеп Зарубиндың тормошонда яңы этап башлана.

Күптәр рәссамдың 103 мультфильм, шул иҫәптән «Маугли», «Ну, погоди!» картиналарын төшөрөүҙә ҡатнашыуы тураһында белмәйҙер. Ә «Бременские музыканты» мультфильмдағы шымсы - тулыһынса Владимир Иванович тыуҙырған образ.

 

Бала саҡ иленә сәйәхәт
Бала саҡ иленә сәйәхәт
Бала саҡ иленә сәйәхәт
Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас