Иғтибарығыҙға "ВЕСТНИК ЗОЖ" гәзитенән яҙма һәм рецепт тәҡдим итәбеҙ.
“Минең хроник бронхит, үпкә эмфиземаһы бар ине. Йылына ике тапҡыр пневмония менән ауырыйым, был хәлдән ғүмерҙә лә ҡотола алмаясаҡмын, тип уйлағайным. Әммә таныш табип бик ябай ысул тураһында һөйләгәс, ул миңә генә түгел, күп таныштарыма ла ярҙам итте.
Ул эшләгән дауаханала ике ир үпкә абсцесы менән ята. Оло йәштәгеһе вафат була, ә йәшерәге, табиптарҙың тырышлығына ҡарамаҫтан, көндән-көн һүнә бара. Үлем һөҙөмтәһен тикшергәндән һуң, дауахана профессоры табиптарҙы бер ниҙә лә ғәйепләй алмауын, дауалау дөрөҫ үткәрелеүен, әммә ауырыуҙың хәле үтә насар булыуын әйтә. Шул саҡта баяғы табип профессорҙан йәш кешене сода һәм һарымһаҡ ингаляцияһы менән дауаларға рөхсәт һорай. Һәм, ауырыуҙың температураһы 40-тан кәм булмауына ҡарамаҫтан, ризалыҡ ала. Ингаляциялар яһай башлағандың икенсе тәүлеге аҙағында егеттең температураһы 37,2-гә тиклем төшөүе ғәжәпләндерә. Егетте аяҡҡа баҫтыралар.
Бына был ингаляцияның составы һәм уны нисек әҙерләргә: алты һарымһаҡ тешен таҙартырға, уларҙы ҡырҡырға. Бәләкәй кәстрүлгә бер стакан һыу ҡойоп, һыу ҡайнағас, унда һарымһаҡты ташларға ла утты иң бәләкәйенә тиклем кәметергә. Көсһөҙ утта биш минут самаһы тоторға. Шунан кәстрүлде өҫтәлгә ҡуйырға, юрған менән ҡапланырға, пар бер ҡайҙа ла сыҡмаһын өсөн кәстрүлгә яҡыныраҡ эйелергә, һәм шул саҡта ғына ҡапҡасты асырға ла унда бер балғалаҡ сода һалырға. Ингаляция әҙер.
Шунда уҡ тәрән тын алырға кәрәкмәй, ныҡ итеп йүткерә башларға мөмкин. Парға күнегеп бөткәс, бер-бер артлы тын ала башлағыҙ: ике-өс тапҡыр танау аша тын алығыҙ ҙа, ауыҙ аша әкрен генә сығарығыҙ; ике-өс мәртәбә ауыҙ аша әкрен генә һулап, танау аша сығарырға. Йылы бөткәнсе тын алығыҙ.
Шунан юрған аҫтында тирләгән йөҙөгөҙҙө һөртөгөҙ, башығыҙға йылы яулыҡ ябынығыҙ һәм тиҙ генә түшәккә ятығыҙ! Дауалауҙың һөҙөмтәһе ҡатнашманың дезинфекция һәм таҙартыу тәьҫире менән бәйле.
Сода менән һарымһаҡ ингаляцияһын көнөнә ике-өс тапҡыр һуларға мөмкин. Ҡаҡырыҡ китә һәм хәл яҡшыра, ике-өс көндән температура нормалләшә. Ныҡ ауырыған саҡта дауалау өсөн 10 көн кәрәк була.
ҺӘР ПРЕПАРАТТЫ, ДАРЫУҘЫ ЙӘКИ ДАУАЛАУ ЫСУЛЫН ҠУЛЛАНЫР АЛДЫНАН МОТЛАҠ ДАУАЛАУСЫ ТАБИП МЕНӘН КӘҢӘШЛӘШЕГЕҘ!
Сығанаҡ: "ВЕСТНИК ЗОЖ" гәзите.