Йәмғиәт
1 Ғинуар , 04:00

Яңы 2026 йыл мөбәрәк булһын!

Быйылғы Яңы йылды Тыуған илебеҙ өсөн хәүефле булған осорҙа ҡаршы алабыҙ. Шуға ла был йылда илебеҙгә тыныслыҡ, ата-бабаларыбыҙҙан аманат итеп тапшырылған Тыуған еребеҙгә бәрәкәт, халыҡтарға иман ҡеүәтлеге килһен, ихласлыҡ, тәҡүәлек, милләт-ара татыулыҡ, миһырбанлыҡ бирһен, илебеҙгә килгән оло һынауҙы сабырлыҡта лайыҡлы үткәрергә насип итһен!

Яңы 2026 йыл мөбәрәк булһын!Яңы 2026 йыл мөбәрәк булһын!
Яңы 2026 йыл мөбәрәк булһын!

Аллаһу Тәғәлә һәр ғаиләгә именлек, ҙур ҡыуаныстар, уңыштар һәм бәрәкәт бирһен, халҡыбыҙҙың иманы, рухы үҫһен! Киләсәгебеҙ яңы бәхеттә, изгелектә, ғаилә шатлығы, иман нуры, балалар ҡыуанысы, киң ризығы менән тулы булһын!

Илнур хәҙрәт Ғиниәтуллин, Ишембай районының имам-мөхтәсибе һәм Ишембай ҡалаһының йәмиғ мәсете имам-хатибы.

Автор:
Читайте нас