Йәмғиәт
1 Ғинуар , 08:00

Төклө тояғың менән, Йыл хужаһы!

“Торатау” гәзите йыл һайын Яңы йылдың символына бағышлап, халыҡ араһында фекер белешеү ойоштора. Был юлы сарала ҡатнашыусылар – Ат йылында тыуған яҡташтарыбыҙ. Әйтергә кәрәк, гәзит уҡыусыларына был һорау-фекер форматындағы аралашыу бик оҡшай, улар ихлас күңелдән яуап бирә. Ә миңә, Йылҡы йылында тыуған авторға, был эште башҡарыу икеләтә ҡыуаныслы. Ат – затлы, аҡыллы хайуан, шул уҡ ваҡытта ул яуҙарҙа ла, спорт төрҙәрендә лә ҡатнашыусы көслө, сыҙамлы йән эйәһе. Иң мөһиме, кешенең – тоғро дуҫы. Хөрмәтле, гәзит уҡыусылар, һеҙгә Йылҡы йылында тыуыусы яҡташтарыбыҙ менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.

Гөлнур ҠОТЛОГИЛДИНА, муниципаль хеҙмәт һәм кадрҙар эше бүлеге начальнигы:

- Был илһам һәм яңы мөмкинлектәр менән һуғарылған осор тормошта сағыу, иҫтәлекле ваҡиғаларға бай буласаҡ. Шуға ла ул барыбыҙҙан тәүәкәллек һәм ҡыйыулыҡ талап итә. Тиҙ үҙәрештәргә лә әҙер булырға кәрәк, сөнки ҡыҙыл утлы Ат – икеләнеүҙәрҙе һәм кәртәләрҙе юҡҡа сығара торған амбициялы символ. Был билдә тыйып тотҡоһоҙ көстө һәм ваҡиғаларҙың динамикалы үҫешен белдертә. Йылҡы йылында минең иң ҙур теләгем – илдәге киҫкен ваҡиғаларҙың яйға һалыныуы, яугирҙарҙың ғаиләләренә еңеү менән әйләнеп ҡайтыуы. Яңы йыл барыһы өсөн дә сағыу, иҫтә ҡалырлыҡ бүләк булһын! 

Эльвира КИНЙӘБАЕВА, «Аҡ ҡайын» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе:

- Йылҡы – минең өсөн тылсымлы образ да. Шунда уҡ күҙ алдында башҡорт халыҡ ижадындағы Аҡбуҙат образы баҫа. Башҡортостанда ниндәй генә районды алма, йылҡы менән бәйле риүәйәттәр, легендалар, мәҡәлдәр күп. Ә башҡорт телендә ат төҫөн аңлатҡан һүҙҙәр ниндәй бай мәғәнәле һәм матур яңғырашлы (был тема үҙе айырым тикшеренеүҙәр талап итә).

Ат йылында тыуыуым миңә ысынлап та кешеләр менән аралашыуҙа, эшемде ойоштороуҙа, тормошомдо алып барыуҙа бик ярҙам итә. Беҙҙең, класташтарҙың, Йылҡы йылында тыуыуы – үҙе бер бәхет. Бер өйөрҙә йөрөгән һымаҡ татыу аралашып йәшәйбеҙ, ваҡыт етмәһә, ҡырҙан булһа ла “кешнәшеп” хәл белешеп торабыҙ. 

Зилә ФЕОКТИСТОВА, шәхси эшҡыуар:

- Тупһабыҙға аяҡ баҫҡан өр яңы йыл – минең йылым. Миңә 35 йәш. Тормош иптәшем Артём менән ике ҡыҙ үҫтерәбеҙ. Ғаиләбеҙ етеш тормошта йәшәһен өсөн, тормош йөгөн икәүләп бер төптән егелеп тартабыҙ.

Ат йылында тыуған ҡатын-ҡыҙҙар кеүек, мин дә тиҙ ҡыҙып китеүсән, үҙем тиҙ генә һүреләм. Үҙ һүҙле булһам да, бөтә эште иптәшем менән кәңәшләшеп эшләйбеҙ. Алдыма ҡуйған маҡсаттарыма ирешер өсөн, ал-ял белмәй эшләргә ризамын, пландар ҙа күп. Яңы йыл имен килһен, яҡындарым һау-сәләмәт булһын, эшебеҙ уңышлы барһын, илгә тыныслыҡ килһен. 

Илдар ФӘТИЕВ, “Шатлыҡ” үҙәк баҙары етәксеһе:

- Ат – егәрле, аяғында ныҡлы баҫып торған сыҙамлы хайуан, унан бигерәк кешенең – иғтибарлы, тоғро дуҫы. Йылҡы йылында тыуғандарға ла ошо сифаттар хас. Улар тырыш, уңған, яуаплы, ғаиләһен хәстәрләүсе, тирәйүндәгеләргә ярҙамға әҙер кешеләр. Эштән арыу-талыу тигән төшөнсә юҡ уларҙа.

Минең көсөмә, һәләтемә яҡташтарым ышана, берәй һорау буйынса мөрәжәғәт итә икән, мин дә улар алдында үҙемде яуаплы тотам. Һуңғы йылдарҙа алғы һыҙатҡа яугирҙарға гуманитар ярҙам әҙерләп ебәреүгә күп көс һалдым. Төрлө йәмәғәт эштәрендә ҡатнашыу минең өсөн бурыс ҡына түгел, ә оло ҡыуаныс та. Киләсәктә лә яҡташтар менән бер төптән хеҙмәттәшлек итергә яҙһын!

Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас