Йәмғиәт
1 Ғинуар , 06:00

Әллә яҙмыш, әллә яңылыш...

Гүзәлдең иртән үк кәйефе боҙолдо тиһәң дә була. Ысынлап та, нисек инде ул, 40 йәштәге ҡатын-ҡыҙ, бер туҡтауһыҙ әсәһенән өгөт-нәсихәт тыңлап йәшәргә тейеш?

Әллә яҙмыш, әллә яңылыш...Әллә яҙмыш, әллә яңылыш...
Әллә яҙмыш, әллә яңылыш...

Эс бошорорлоҡ иртәнге томан. Бындай иртәлә юрған аҫтынан сыҡмай ғына китап уҡып ятаһы ине, йәки тағы берәй сәғәт серем итеп алырға... Юҡ, торорға, кейенергә һәм эшкә йүгерергә тура килә. Әйткәндәй, ваҡыт үтә аҙ ҡалған икән дәбаһа! Өлгөрәме бөгөн Гүзәл эшенә, юҡмы... Уларҙың етәксеһе Альбина Марсовна кемдеңдер һуңлағанын күреп ҡалһа... Юҡ, фатирынан ашығып сығып барған ҡатындың был турала уйлағыһы ла килмәй...

“Мин тынысмын... Тынысмын... Йога тренеры әйткәнсә, иң мөһиме – күңел тыныслығын һаҡлап ҡалыу. Ашыҡҡанда ниндәй тыныслыҡ булһын инде... Телефон шылтырай, шул ғына етмәгәйне тағы...” – машинаһына ултырып, урамдағы томан эсенә инеп киткән Гүзәл телефонды алмаҫҡа булды. Шылтырар ҙа туҡтар әле...

Юҡ, туҡтарға уйламай ҙа! Ахырҙа алырға тура килде. Әсәһе икән, шулайҙыр тип уйлағайны ла... Тағы бер директор күрһәтмәләр бирә башлаясаҡ хәҙер.

– Әсәй, тиҙерәк әйтә һал, мин йүгереп кабинетҡа инеп барам!..

– Гүзәл, әсәйең өсөн ваҡыт табырға тейешһең! – Тауышына ҡа­рағанда, әсәһенән йәнә нимә өсөн­дөр әрләнәсәген һиҙә ине инде.

– Әсәй, биш минуттан беҙҙең планерка башлана!

– Ярай, кәңәшмәгеҙ бөткәс тә шылтырат. Ҡыҙым менән ашыҡ-бошоҡ һөйләшергә тейеш түгелмендер, тип уйлайым. Ә һөйләшеү өсөн тема үтә етди...

Гүзәл ауыр һулап ҡуйҙы. Уҙған аҙнала ғына әсәһе уға ҡыҙының тормоштан уңмауы һәм был хәлде төҙәтергә тейешлеге тураһында оҙаҡ ҡына лекция уҡып алғайны. Тимәк, бөгөн был һөйләшеүҙең дауамы буласаҡ...

– Әсәй, мин кискә саҡлы бушамайым, артабан киноға барам. Әйҙә, иртәгә һөйләшербеҙ.

– Кем менән бараһың киноға?

– Э-э... Үҙем генә.

– Бына нимә, ҡәҙерлем – мин һине бөгөн эштән сыҡҡанда ҡаршылармын. Бәхәсләшмә лә!

Әсәһе телефонды һүндереп үк ҡуйҙы.  Гүзәлдең иртән үк кәйефе боҙолдо тиһәң дә була. Ысынлап та, нисек инде ул, 40 йәштәге ҡатын-ҡыҙ, бер туҡтауһыҙ әсәһенән өгөт-нәсихәт тыңлап йәшәргә тейеш? Эйе, әсәй кешене тыңларға, ихтирам итергә кәрәклеген ул яҡшы төшөнә: бала саҡта ҡыҙыҡай йыш сирләне, әсәһе түҙемле дауаланы, кеше араһында кәм-хур булмаҫлыҡ итеп тәрбиәләргә тырышҡанын да белә, үҫмер сағында урамдан бик йыш ҡына һуң ҡайтҡан өсөн әсәй кешенең борсолоуы тәбиғи икәнен дә аңлай. Тик, берәй заман килеп, уның да тулыһынса үҙаллы йәшәй башларға хоҡуғы барҙыр бит...

Эш көнө саҡ башланды, әммә хеҙмәт урынына барғы ла, хатта йәшәге лә килмәй ине инде. Юҡ, ул үҙен кисекмәҫтән ҡулға алырға тейеш! Бының өсөн “допинг” талап ителә – ул юл ыңғайындағы кафеға туҡтап, ҡатыраҡ ҡәһүә эсеп сығырға булды. Автомобилен юл ситендә туҡ­татҡас та, түрәһенең секретар­шаһына шылтыратып, юлда ҙур тығынға эләгеүе тураһында алданы һәм яратҡан “латте” ҡәһүәһен алыр­ға ашыҡты. Әмәлгә ҡалғандай, кассаға сират ғәҙәттәгенән ике тап­ҡырға оҙонораҡ ине. Күрәһең, бындай йонсоу көндә кәйефен күтә­рер­гә хыялланыусылар унһыҙ ҙа күп.

Гүзәл һонтор кәүҙәле һарғылт йоҡа салбар кейгән, башына ла үтә сағыу төҫтәге кепка эләктергән егет артынан сиратҡа баҫты. Ҡасандыр ул да, ошо егет һымаҡ, шундайыраҡ кейемдә ҡупшыланып йөрөргә ярата ине. Өлкәнәйә төш­кәс, күңелһеҙ “нейтраль” төҫтәргә күсте. Тик шулай ҙа барыбер маши­наның сағыу фирүзә төҫтәгеһен һайланы, бының өсөн тағы әсәһенең тәнҡит утына эләгергә тура килде. “Ҡыҙым етдиләнде хәҙер тип шатланып ҡына йөрөй инем...” – тип һуҡранды уныһы.

Сират, ниһайәт,  килеп етте һәм “латте” менән шоколад круассанын ҡулға төшөргәс, ул йәһәт кенә  машинаһына йүгерергә тип боролдо һәм... артындағы иргә барып бәрелде! Тегеһенең күкрәгенә түгелгән ҡәһүә аҡһыл төҫтәге курткала күҙ асып йомғансы алһыу-көрән тап булып йәйелде. Гүзәл уға күтәрелеп ҡарарға ла ҡурҡты, сөнки зыян күреүсенең кәйефе былай ҙа юҡ ине, ахыры, хәҙер инде ҙур тап та эләктерҙе бит... Егет кеше уға тишерҙәй итеп ҡараны, ләкин бындай мәлдә әйтелергә тейешле һүҙҙәрҙе таба алмай ҡаушап та ҡалғайны шикелле.

Һуғып ебәрерҙәр тип ҡурҡмай ине Гүзәл – ни тиһәң дә, тирә-яҡта халыҡ күп. Ә шулай ҙа ирҙең ныҡ асыуы килгәне былай ҙа аңлашыла бит...

– Мин түләрмен, йыуырмын... Теләйһегеҙме, кейемегеҙҙе алмаштырырға ултыртып алып барам. Ә, юҡ, булмай икән – эшкә һуңлайым... Ләкин таксиға түләй алам... Миңә бик оят, нисек шулай килеп сыҡҡандыр, әллә ниндәй көн булды был... – ул артабан да аҡланыу һүҙҙәрен теҙер ине, тик теге ирҙең боҙҙай һалҡын тауышы яңғыраны:

– Ярай, һыпыртығыҙ, етер сәрелдәргә...

Гүзәл бер мәлгә генә ҡаушап ҡалғандай булды. Шулай еңел ҡотолоуына ышаныр-ышанмаҫ көйө, тик теге егет кире уйлап ҡуймаһын тигәндәй, тиҙерәк кафенан сығырға ҡабаланды. Круассанды ҡоролай ашарға тура килер инде, ярай, уныһы проблема түгел.

Тик туҡталҡа урынында уны сираттағы ҡаршылыҡ көтә ине: бер ҙур джип, уның машинаһына сығырға урын да ҡалдырмай, арҡыры ултырған. Ысынлап та, әллә ниндәй көн булды был...

– Вәт, шайтан алғыры! Хәҙер тағы ла оҙаҡҡараҡ һуңлармын инде. Альбина Марсовнанан эләгәсәк! Эләгәсәк... – Гүзәл аптырап тирә-яғына ҡаранды. Тик ундай саҡта әлеге алаптай машинаның хужаһынан башҡа кем ярҙам итә алһын. Ахырҙа ул машинаның ҙур тәгәрмәсенә типте, шунда уҡ тегеһенең сигнализацияһы аҡыра башланы. Хужаһы ҡайҙа?

Гүзәл, уның ҡайҙан килеп сығы­рын алдараҡ күрергә теләгәндәй, йөҙөнә уҫалыраҡ төҫ бирергә тырышып, дошманын ҡаршы алырға әҙерләнде. Бына кофейня яғынан, ашыҡмай ғына атлап, был яҡҡа табан бер әҙәм килә, ул көткән кеше, ахырыһы. Бәй, был бит – әлеге ҡәһүә мажараһына тап булған ир! “Вәт, иҫәүән дә инде мин, шулай булыу ихтималлығы тураһында уйламағанмын да!..” – тип әсенде Гүзәл. “Таплы” ир маши­наһының сигнализацияһын һүн­дерҙе лә, ҡыҙыҡай яғына саҡ ҡына борола биреп, әйтеп ҡуйҙы:

– Тағы шулдыр тип уйлағайным да... Һис аптыраманым.

– Мин дә аптыраманым! – тип кисекмәҫтән яуап бирҙе Гүзәл. – Әйтер инем инде, һеҙҙең арҡала эшкә һуңлайым. Кем машинаһын шулай ҡуя, ә?! Тиҙерәк ал был дейеүеңде! Мин хәҙер яратмаған эшемә барам, беҙҙең түрә эттән дә уҫалыраҡ, ҡәһүә өсөн һеҙҙең үсте мотлаҡ аласаҡ минән...

“Тап” хужаһы мыҫҡыллы ғына йылмайып ҡуйҙы:

– Ярай һуң, үсемде алыусы булғас ни, бар...

Ун минут самаһы уҙыуға, Гүзәл эш кабинетына атылып тигәндәй барып инде. Блузкаһындағы ҡәһүә табы менән, әлбиттә. Тик был проб­лема уға башҡалары алдында үтә ваҡ мәсьәлә булып күренде. Бары Альбина Марсовна менән генә осрашмаҫҡа...

Былай хәүеф-хәтәр күренмәй шикелле. Әммә  бөгөн Йыһан  ниндәйҙер гонаһтары өсөн яза бирергә ҡарар иткән кеүек тойолдо Гүзәлгә һәм ҡурҡыуынан һаман арына алмай ине ул. Шулай ҙа тиҙ генә ноутбугын асты, отчеттарын йәйеп һалды. Күрһендәр – ул эшләп ултыра, бәлки, көн дә ҡәҙимгесә үтеп китер...

Эш көнө, ысынлап та, сағыш­тырмаса тыныс үтте. “Оҙаҡламай ҡайтырға, сәғәт алты туламы, юҡмы инде, шунда уҡ сығып һыпыртыр инем”, – тип уфтанып ҡуйҙы Гүзәл. Уның тәҙрәгә ҡарап уйға сумыуын таныш тауыш бүлдерҙе:

– Бәй, бында ла һинме ни...

“Таплы”ны күреп, Гүзәл һис аптыраманы.

– Эйе, бында ла мин. Әллә, теге туҙға яҙмаған фильмдарҙағы кеүек, һин минең түрә булып та сығаһыңмы хәҙер? – тине ул.

– Юҡ, мин әсәйемде киске ашҡа алып китергә килдем.

Шул саҡта кабинеты яғынан Альбина Марсовна күренде.

– Тимур, килдең дәме ни, улым? Һуңыраҡ булырһың тип уйлағай­ным, – тип мөләйем йылмайҙы ул.

Тимур Гүзәлдең иртән кемде “уҫал эт” тип атағанын шунда уҡ аңғарып ҡалды, ахыры. Ул әсәһен ҡосаҡлап алды.

– Юҡ, әсәй, тәүҙә дуҫ ҡыҙым менән ҡәһүә эсеп сығырға, шунан һине килеп алырға уйлағайным. Алһыу-көрән “латте”ны ул үлеп ярата...

Альбина Марсовнаның йөҙөнән йылмайыу һыпырып ташлағандай юҡ булды, ул  ҡарашын һөйөклө улынан Гүзәлгә күсергәндә үтә лә етди ине инде.

– Һин, улым, минең хеҙмәткәрем менән осрашып йөрөгәнде әйтмә­гәй­неңсе... Гүзәл дә был турала өндәшмәне...

Түрәһенең былай ҡаушап ҡалғанын беренсегә күрә ине Гүзәл. Ул ни ҙә булһа аңлатырға һәм аҡланырға өлгөрмәй ҙә ҡалды, Тимур телгә килде:

– Ярай, әсәй, мин ярты сәғәттән килермен! – ул Гүзәлде иңбашынан ҡосаҡланы ла сығыр яҡҡа эйәртеп алып китте. Түрә әсәйгә күренмәҫ­лек ергә еткәс, Гүзәл уның ҡулын иңбашынан һелкеп ташланы:

– Нимә ҡыланаһығыҙ ул, ә? Мин һеҙгә ҡәһүәне яңылыш ҡына түктем, малығыҙҙы урламаным бит! Әсәйегеҙ хәҙер мине донъянан юҡ итәсәк, аңлайһығыҙмы?

Тимур уны йылмайып тыңланы ла көлөп ебәрҙе:

– Бындай мөмкинлектән – бер юлы ике еңмеш ҡатынды сығы­рынан-сығара алыуҙан – бик ҡәнәғәтмен. Ғәфү ит. Мин уға һуңыраҡ бының шаяртыу ғына икәнен аңлатырмын.

Гүзәл шартларға әҙер ине, тик... тап шул мәлдә лифттан әсәһе килеп сыҡты. Үс алыу өсөн бындай мөмкинлекте ҡулынан ысҡынды­рамы һуң инде, ул шунда уҡ әсәһен ҡосаҡлап алды ла Тимурға табан боролдо:

– Әсәй, таныш бул: был минең егетем Тимур!  Беҙ бөгөн кис уның менән киноға барырға һөйләшкәй­нек. Уға тиклем беҙгә тиҙ генә кафеға инеп сәй эсеп сығырға кәрәк. Беҙҙең менән барырға теләгең юҡмы?

Тимурҙың йөҙөндә ҡаушау ҙа, аптырау ҙа, ҡурҡыу ҙа бер юлы сағылды шикелле. Гүзәл уға ҡарап еңеү тойғоһо кисерә ине: “Әһә, бесәй йөҙ, кәрәгеңде алдыңмы?!” Шулай итеп, Тимур менән “көрәш”тә иҫәп бергә бер булды... 

Артабан был иҫәп туҡтауһыҙ үҙгәреп торҙо: йә ул Гүзәл файҙа­һына һигеҙгә ике була, артабан Тимур файҙаһына ун икегә туғыҙ булып ҡуя... Егермегә утыҙ, утыҙ бишкә ҡырҡ һигеҙ...

Ә бына эштең ахырҙа туйға барып етеүен кемдең иҫәбенә яҙырға – Гүзәлдеңме, әллә Тимурҙыңмы? Уныһын ваҡыт күрһәтер.

 

 

Фото: Гөлназ Ғиниәтуллина

Автор:Рәшит КӘЛИМУЛЛИН
Читайте нас