

2025 йыл хеҙмәт һәм берҙәмлек менән тулы булды. Беҙ һәр ваҡыттағыса, татыу булып, ябай булмаған шарттарҙа йәшәүебеҙҙе һәм эшләүебеҙҙе дауам иттек. Төп геройҙарыбыҙ – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре – иғтибарыбыҙ үҙәгендә булды. Тыуған ил сиктәрен һаҡлаусыларға ярҙам итеү буйынса дөйөм эшебеҙҙе артабан да дауам итәсәкбеҙ.
Ишембай районы иҡтисады тотороҡлоҡ күрһәтте. Сәнәғәт предприятиелары тотороҡло эшләне, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ үҫеште. Аграрийҙарыбыҙ бик яҡшы уңыш йыйып алды. Шуныһы мөһим, беҙ үҫештә туҡтап ҡалманыҡ: федераль һәм республика ярҙамы менән социаль объекттарҙы һәм инфраструктураны ремонтлауҙы дауам иттек. Тормошобоҙ уңайлыраҡ булһын өсөн төрлө программалар сиктәрендә юлдар, дөйөм йәмәғәт киңлектәре төҙөкләндерелде.
Спортсыларҙың, мәҙәниәт эшмәкәрҙәренең, һәләтле йәштәрҙең уңыштары менән ғорурланабыҙ. Уларҙың еңеүҙәре - беҙҙең дөйөм байлығыбыҙ.
Алда - 2026 йыл. Ул күп милләтле илебеҙ өсөн айырым әһәмиәткә эйә буласаҡ. Ил Президенты уны Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеге йылы тип иғлан итте. Был барыбыҙға ла, быуаттар буйына төрлө милләт кешеләре дуҫлыҡта һәм татыулыҡта йәшәгән Ишембай районы халҡына, рухи туғанлығыбыҙҙың, үҙ-ара ихтирамдың һәм уртаҡ яҙмышыбыҙҙың көсөн тағы бер тапҡыр күрһәтеү мөмкинлеге булып тора. Беҙҙең көс - тап ошо берҙәмлектә.
Ҡәҙерле дуҫтар! Һеҙҙе Яңы йыл менән ихлас күңелдән ҡотлайым! Һәр йортта тыныслыҡ, татыулыҡ һәм муллыҡ хакимлыҡ итһен. Ҡәҙерле яҡташтар, һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, киләсәккә ышаныс, яңы ҡаҙаныштар һәм бәхет теләйем. Тыныс күк йөҙө аҫтында районыбыҙ, тыуған Башҡортостаныбыҙ һәм көслө Рәсәйебеҙ сәскә атһын!
Яңы 2026 йыл менән!
Азат ИШЕМҒОЛОВ, Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы.
Фотолар редакция архивынан