Быяла һауытҡа таҙартылған һәм ваҡланған бер аш ҡалағы чистотель, бер ҙур алоэ япрағы (япраҡтарҙы ҡырҡыр алдынан бер аҙна һыу һалмаҫҡа) һәм бер уртаса ҙурлыҡтағы әсе ҡыҙыл борос һалырға ла, 0,5 литр араҡы ҡойорға. 10 көн һалҡын урында торорға һәм һыуытҡысҡа һаҡларға ҡуйырға кәрәк.
Һалҡын тейеү, мускул һәм быуындар ауыртыуы ваҡытында күкрәктәрҙе, арҡаны, ҡулдарҙы һәм аяҡтарҙы төнәтмә менән һөртөргә. Һөртөлгәндән һуң уларҙы мамыҡ туҡыма менән төрөп ҡуйырға.
Бешкән саҡта ике минут һайын ете тапҡыр янған урынға һөртөгөҙ. Ә сәс ҡойолоуон туҡтатыу өсөн уны көн һайын баш тиреһенә һөртөргә кәрәк.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazeta_toratay ҡушылығыҙ!