

Ауылыбыҙҙың үҙәк урамына үҙәкләштерелгән газ системаһын тоҡандырыуға егерме йыл тирәһе ғүмер уҙып китһә лә, Бәпкә һәм ике артҡы урамға газ торбаһы яңыраҡ ҡына һуҙылды. Ауыл халҡы кинәнеп газ тотонһа ла, клуб бинаһы газһыҙ булды. Һәм бына, ниһайәт, газ клубҡа ла тоташтырылды.
Оло йортҡа ни кәрәк, кесе йортҡа шул кәрәк. Ярҙам итеүселәрҙең барыһына лә рәхмәт.