Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Декабрь 2025, 11:00

Яңы ерҙә яңы йыл

- Ҡайҙа барам мин хәҙер, кемде беләм мин бында? Йә, хоҙайым!!! Ер аяғы, ер башына алып килеп ташлап китсе әле.--тип, үҙалдына һөйләнә-һөйләнә әйберҙәре янына сүгәләп һулҡылданы. Ҡараңғы төшөү менән ҡапыл һыуытып та ебәрҙе. Әлфиәгә янаған ҡурҡыныс икеләтә артҡандай тойолдо. Ул бөтөнләй сабырлығын юғалтты. Сәғәт өстән үк төшкән ҡараңғылыҡ уның өсөн афат булып күренде. Кемем бар минең бында Фәриттән башҡа, тип, үҙ-үҙенә биргән һорауынан ҡапыл тынып ҡалды, илауынан туҡтаны. Бынау һатыусы апай мөләйем генә күренә, шуның менән һөйләшеп ҡарарға микән, тигән уйы етдиләндереп ебәрҙе. Тороп тиҙ генә йәштәрен һөрттө. Көҙгөһөн алып үҙен ипкә килтерергә тырышты, илағаны барыбер һиҙелә ине шул. Етмәһә, ярһыған йөрәгенең тибеше бынау магазиндең солансаһын һелкетеп, яңғыратып торғандай тойолдо Әлфиәгә. Тынысланырға тырышты. Ләкин килеп сыҡманы. Әллә ҡайҙан килеп тыуған: алып килеп аҙаштырып китергә бесәй балаһылыр шул мин, тигән уйынан күңеле яңынан тулды, ихтияр белмәгән йәштәре тағы ла йылғырланды.

Яңы ерҙә яңы йыл
Яңы ерҙә яңы йыл

Яңы йыл байрамынан һәр кем үҙенсә генә хыял иткән мөғжизә, серле яңылыҡ көтә.  Берәүҙәр алдан яйлап әҙерләнһә, икенселәре көнө еткәс, хатта сәғәте һуҡҡас та байрам өҫтәлен әҙерләп, яңы йылды ҡаршы алырға өлгөрә. Бәғзеләре яңы йылға яңы өмөттәр бағлап, яңы маҡсаттар ҡуйып, шуға мотлаҡ ирешергә ынтылһа, бәғзеләре яҙмышына яҙған, һис көтөлмәгән яңылыҡты ла лайыҡлы ҡаршы алыр өсөн әҙер.

 

Бына, Фәрит менән Әлфиә лә, бөтөн туғандарын, хатта ауылдаштарын аптыратып, ҡыштың сатнама һыуығы, тип тормай, ауылдан сығып киттеләр. Ҡайҙа тиһегеҙме? Алыҫ себер тарафтарына. Фәрит бынан бер ай элек вахта буйынса эшләп йөрөп ҡайтҡайны. Уның  өсөн был юл ныҡ тулҡынландырғыс булмаһа ла, Әлфиә өсөн тома һуҡыр килеш билдәһеҙлектең төбөнә алып китеп барған юл һымаҡ тойолдо был поезд юлы. Поездың бер туҡтауһыҙ туҡылдауына ҡушылып бәүелеп бара торғас, әллә ниндәй борсоуло уйҙар сорнап ала үҙен. Шул уйҙарынан тиҙерәк арыныр өсөнмө, әллә мейеһендә ҡайнаған меңәрләгән һорауҙарына яуап табыр өсөнмөлөр, тиҙ генә ҡаршыһында ултырған Фәриттең күҙенә баға.

Баға ла, бер генә һорауын да бирә алмай, Фәритенең шундай хәстәрле, яғымлы, һөйөү тулы ҡарашына ирей ҙә ҡуя. Йөрәге түрендә генә йөрөткән тыуасаҡ балаһының атаһы, шул себер, тигәндәренә бер барып ҡайтыу менән үҙгәрҙе лә ҡуйҙы бит. Олпатланып, хатта олғайып та киткән һымаҡ. Ҡараштары ла, үҙаллы сығарған ҡарарҙары ла етдиләнде. Һүҙен һүҙ итте, ике яҡ туғандарҙы ла күндереп, кәләшен үҙе менән алып китеп барыуы бит был.

   Борсоуло уйҙарынан арынырға тырышҡандай,ошо йәй генә гөрләтеп туй яһап өйләнешкән мәлдәрен иҫкә төшөрҙө Әлфиә. Яңы ғына тормош башлап тороусы ике ҡайнар йөрәктең хыялдарға сумып, маҡсаттарынан, һә тигәнсә тауҙар өйөп, йә сырҡылдап, йә шарҡылдап көлөүҙәренең сиге булманы. Уларға әле төҙөйһө өйҙәре, тыуаһы балалары,хатта өй тирәләп нисә ағас, нисә ҡыуаҡ-еләктәре, мунса менән өйҙөң араһы күпме булыуы, ҡасан өр-яңы мотоцикл алыуҙары тураһында һөйләшеү, әйтеп бөткөһөҙ ләззәт бирә ине. Туй үткәс тә, йолаһын тулыһынса йолалап, аҙна үтер-үтмәҫтән Фәриттең әсәһе оҙатып алып ҡайтты киленен үҙ өйөнә. Шул көндәр һәр төрлө мөғжизәләре менән онотолмаҫ хәтирә булып ҡына тороп ҡалдымы икән? Фәриттең әсәһе, Нажия апай килененә йомшаҡ һүҙле, яғымлы булды. Килен кеше лә ҡәйнәһе ни әйтһә, шуны урын-еренә еткереп үтәр булды. Тыуған өйөндә әсәһе өйрәткәнсә түгел, ҡәйнәһе өйрәткәнсә эшләргә тырышты, ошо сифаты ҡәйнәһенең күңеленә бик тә хуш килә ине. Ауылдаш килен менән кейәүҙең, икеһе лә ауылдағы иң хөрмәтле ғаиләләрҙән булыуы, әлеге хөрмәтте ике тапҡыр арттырһа, ғаиләлә баш бала булыуҙары айҡанлы, ике яҡ өсөн дә тәүге туй —тулҡынландырғыс аҙым, көтөлмәгән бәхет һымаҡ, күп тапҡырға ҡәҙерлерәк ине.

   Бер мәктәптә уҡыһалар ҙа, мәктәп йылдарында Фәрит менән Әлфиә араһында мөнәсәбәт, тигән һүҙҙең, «М» хәрефе лә булманы. Фәрит туғыҙынсы синыфты бөтөргән йылды, яңы мәктәп төҙөлөп бөтмәй ҡалды шул. Иҫке мәктәптә туғыҙынсы синыфҡа тиклем генә уҡыттылар.Уларға ун беренсене яңы мәктәптә уҡып бөтөү бәхете тәтемәне.

   Фәрит ҡалаға барып иретеп йәбештереүсегә уҡып алды ла, шунда уҡ металлургия комбинатына эшкә төштө. Ваҡыты еткәс, әрме сафтарында йөрөп ҡайтты. 

   Ошондай уҡ поезд, уның еҫе, тауышы Фәритте лә уйҙар тулҡынына һөйрәне. Бына, тағы ла сикһеҙ хәсрәттәргә батып тороп ҡалған иң ҡәҙерле кешеһе—әсәһенән, туғандарынан ара йырағайғандан йырағая. Фәриттең тамағына төйөр ултырмаҡсы, ләкин ул тиҙ генә үҙен ҡулға алды, төйөрөн йотоп ебәрергә тырышып  төкөрөгөн йотто. Әлфиәгә белгертергә ярамай, уның хәле нисек һуң әле, тигән уй менән кәләшенә ҡарап эйәк ҡаҡты. Барыһы ла яҡшы, тигәнде аңлатып башын һелкте лә Әлфиә, беленер-беленмәҫ кенә йылмайғандай итте. Ул да уйҙар силәгендә сайҡала ине.

  Биш йыл самаһы элек булған хәлде иҫенә төшөрҙө Фәрит. Бер бөртөк улын әрмегә оҙатҡанда тамсы ла йәшен күрһәтмәҫкә тырышҡан әсәһенең күҙгә күренеп һурылғанын, хатта һары төҫкә инеп киткәнен абайламай ҡалманы Фәрит. Поезд ҡуҙғалып  киткәс тә сыҙаманы, асыҡ тәҙрә аша:

— Әсәй, зинһар ҡайғырма!!! Имен-аман ҡайтһам, яныңдан бер ҡайҙа ла китмәйем. Ауылда ҡалам! Көтөгөҙ!!!  Әсәй, ҡайғырма, зинһар!!!Әнисә, һеңлем! Әсәйҙе һаҡлағыҙ!!! — тип, ҡысҡырҙы. Әсәһе барыһын да асыҡ ишетте, ләкин илауын тыйырға тырышҡандай бер ҡулы менән ауыҙын баҫып башын ғына ҡаҡты, икенсе ҡулы хушлашҡанды аңлатып хәлһеҙ генә бәүелде лә бәүелде. Поезд ҡуҙғалғас та бар халыҡ поезд ыңғайына ағылды, әсәһенең атлар хәле ҡалманы ахыры, оло ҡыҙы, Әнисәгә һөйәлеп тороп ҡалдылар.

  Фәритте морфлотҡа алдылар. Мурманск, тигән ҡала янында Төньяҡ боҙло океан ситендә өс йыл хеҙмәт итергә тура килде. Өс йыл буйы өйҙә тороп ҡалған әсәһе менән ике һеңлеһе Фәритте хаттан өҙмәне. Шунда ғына аңланы ул хаттың ниндәй сихри көскә эйә икәнлеген. Ауыл яңылыҡтарын да, әсәһенең хәстәрен һәм уй-кисерештәрен дә, һеңлеләренең быға тиклем бер кемгә лә асмаған серҙәрен дә белеп бөттө. Яҡты донъяларҙан иртә китеп барған аталары тураһында ла һис кенә онотманылар.

    Фәриттең әрмеләрҙән ҡайтып төшөүе ауыл өсөн генә түгел,ошо ауыл советына ҡараған бөтөн күрше-тирә ауылдар өсөн дә байрам булды. Сөнки был һайлау көнө ине. Һайлау көнө элек ҙур байрамға әүерелә торғайны. Йыйылыштан башланып китә, унда ауыл совете  рәйесе, колхоз рәйесе, парторг, профком етәксеһе, мәктәп директоры һәм башҡа етәкселәр телмәр тота. Иң оло һайлаусыларға һүҙ бирелә, унан иң йәш һайлаусыларҙы ҡотлап китә торғайнылар. Бер кем дә ситтә ҡалмай. Магазиндәргә яҡшы тауарҙар сығарыла,  ҡыҙыл материалға аҡ хәрефтәр менән яҙылған лозунгылар, һәр мөйөштә елберләгән, ураҡ менән сүкеш төшөрөлгән, ҡыҙыл совет байрағы тотош урамға байрам нуры тарата ине.

  Автобус туҡталышы Фәриттәрҙең өйө ҡаршыһында ғына. Бер-нисә сәғәт элек, Фәритте район үҙәгендә күргән ауылдаштары, шылтыратып,улының ҡайтып килеүен хәбәр итеп һөйөнсө һорап өлгөргәнгә күрә, әсәһе һеңлеләре менән, туғандары, һабаҡташтары, һәммә ауылдаштары ла,күрше ауылдағы һабаҡташтарына тиклем уны күрер өсөн туҡталышҡа йыйылғандар ине. Гармун, йыр менән ҡаршы алыуҙарын күреп уның күҙе дүрт булды. Бындай итеп әле бер кемде лә ҡаршы алғандары булмағандыр. Нажия апайҙың күптән әҙерләнеп көткән һыйы менән  һығылып торған табыны артына барыһы ла һыйҙы.

  Йәштәр кисен клубҡа сыҡтылар. Билдәле, яңы әрменән ҡайтҡан егетте күрер өсөн ҡыҙҙар ҙа мотлаҡ күп буласаҡ. Һайлауға арналған концертта тәүҙә мәктәп балалары сығыш яһаны, унан ауыл йәштәре дауам итте. Фәрит ауылдаштарының өс йыл эсендә шаҡтай үҙгәреп киткәнлегенә хайран ҡалып ултырҙы. Кисә генә тиерлек, мәктәптә уҡып йөрөгән балалар, бағаналай булып үҫеп киткәндәр, танымаҫлыҡ булып үҙгәргәндәр. Концерттан һуң уҡытыусыларҙың ҡәтғи тыйыуы буйынса, клубтан мәктәп балаларының өйҙәренә таралыуын һоранылар. 

   Ауыл йәштәре өсөн ҡыҙыу дискотека башланды.Концертта ҡатнашҡан егет-ҡыҙҙар башта, милли кейемдә төрлө уйындарҙы ойоштороуҙа актив ҡатнашып йөрөнөләр ҙә, бер аҙ юҡ булып торҙолар. Баҡтиһәң, улар кейем алыштырып йөрөгәндәр, икән. Бына, сәхнә яғынан сыҡҡан йәштәр араһында Фәрит ымһынып көткән һын да барлыҡҡа килде. Концерт барышында ла, уйын барышында ла Фәрит Әлфиәнән күҙен алманы. Ғүмер буйы тракторҙа эшләгән, абруйлы Йәғәфәр ағайҙың ҡыҙы Әлфиә,нисек матур булып үҫеп киткән, тип һоҡланды егет. Эх, белһәң ине кемдең бәхетенә яҙғанын, тигән уй тыныслыҡ бирмәһә лә, һалҡын аҡылы уға хистәрен ауыҙлыҡларға кәңәш итте. Ошондай һылыу ҡыҙҙың егете булмай торамы? Етмәһә,байтаҡ ҡына йәш айырмалығын уйла. Тағы ла, ауыл тулы егет...

  Сәхнә яғын бикләп клуб мөдире, фойеға светомузыка ҡуйҙырҙы. Магнитофондан заманса матур көйҙәр ағылды. Иң беренсе булып әлеге концертта ҡатнашҡандар фойеның уртаһына төштө. Өҫтөнә килешле генә алһыу блузка, ҡара салбар кейгән Әлфиә барыһынан да айырылып тора ине. Ул шундай матур бейей, үҙенә генә килешеп торған әллә нисә төрлө хәрәкәттәр яһап түңәрәктең уртаһында өйөрөлә, гүйә ул музыканан ниндәйҙер ләззәт эҙләй, шуны таба һәм шуның менән кинәнә. Алһыуланып бешкән алмалай йөҙ, ҡыйғас ҡара ҡаштар, тулҡынланып торған сөм-ҡара ҡуйы оҙон сәстәр, сейә ҡыҙыл төҫтәге ярым асыҡ ирендәр саҡ ҡына һуҡмыш Фәритте, ултырған ерендә үк, тағы нығыраҡ иҫертте. Тороп, Әлфиә янына барып бейегеһе килә лә бит, юҡ шул, булдыра алмай. Әллә нишләне лә ҡуйҙы. Фәритте клуб мөдиренең:

— Вальс!!! Белый танец! Дамы пригашают кавалеров!!! — тип ҡысҡырып иғлан иткән әсе, сәрелдәк тауышы айнытып ебәрҙе. Көй башланыуға батырсылығы еткән бер-нисә ҡыҙ егеттәрҙе вальсҡа саҡырып өйөрөлә лә башланылар. Фәриттең, кемде саҡырыр икән, тигән һораулы ҡарашы Әлфиәне күҙәтте. Ә ҡыҙ тыныс ҡына стена буйына теҙеп ҡуйылған экәмйәләрҙең береһенә барып ултырҙы. Алһыуланып киткән йөҙө ҡояш кеүек балҡый. Үҙенең бейеүенән дә, клубтағы ошо күңелле дискотеканан да бик ҡәнәғәт икәнлеге күренеп  тора. Фәрит үҙен-үҙе уятҡандай, тиҙ генә зиһенен йыйҙы, шыпырт ҡына тирә-яҡҡа күҙ йүгертеп  алды ла,  һуңлап ҡуйыуҙан ҡурҡҡандай, етеҙ генә Әлфиә янына осто. Бейергә саҡырҙы. Ана шул ваҡыттан инде айырылышҡандары юҡ, тиһәң дә була. Фәриттең себерҙә бер ай эшләп ҡайтҡанын һанамағанда.

    Бына шулай, йәш кенә ир менән ҡатын  беренсе тапҡыр бергә юлда. Бер-береһен әле яҡшы белеп тә өлгөрмәгәндәр, ә юлдың ниндәйен һайлағандар бит. Шуның өсөндөр инде ул-был сетерекле хәл тыуа ҡалһа, аптырап бер-береһенә ҡарап ҡатып ҡалалар тәүҙә. Унан Фәрит яйлап ҡына, ниндәй генә һорау булыуына ҡарамаҫтан, барыһын да үҙе хәл итергә тырыша. Шым ғына кәләше менән башҡортса кәңәшләшеп тә ала. Уның теләге: Әлфиәһенә ҡыйын була күрмәһен.

   Ике тәүлектән ашыу килделәр улар, ун өс йыл элек кенә төҙөлә башланған, нефть һәм газ табыусыларҙың йәш ҡалаһына. Ҡала, тип тә әйтерлек түгел, тип эсе бошто Әлфиәнең, вокзал ролен үтәгән бәләкәй генә бинаны, унан йыраҡ түгел землянка рәүешендәге өйҙәрҙе күреп.

--Унда кешеләр йәшәйме?--тип һорай һалды Фәриттән.

--Йәшәйҙер инде, Әлфиә, мин әле үҙем белеп бөтмәйем барыһын да. Тыныслан, беҙ ундай йорттарҙа йәшәмәйәсәкбеҙ. Миңә директор ике ҡатлы йорттан фатир бирергә һүҙ бирҙе.

--Әтеү, икенсе ҡатта йәшәрбеҙ, яраймы?--ауылдан килгән Әлфиәнең юғарыраҡ йәшәгеһе килде.

--Юҡ.--тип яуап бирҙе Фәрит ғәйеплерәк төҫлө.

--Ниңә?

--Сөнки, Әлфиә, быйыл һыу үткәреп өлгөрмәнеләр. Колонканан икенсе ҡатҡа һыу ташыуы ауыр булыр, тип уйлайым.

--Һыуы юҡ. Етмәһә һыуыҡтыр ҙа әле унда.-- Әлфиә төшөнкөлөккә бирелергә әҙер ине.

--Юҡ, быныһы өсөн ҡайғырма. Нимә-нимә, бында яҡшы йылыталар, шуныһы ҡыуандыра. Өйҙәрҙе лә йылы итеп эшләйҙәр, материалды йәлләмәйҙәр. Әйҙә, ана беҙҙең автобус!

 Юл буйынса Әлфиә тәҙрәнән күҙен алманы.Ҡаласыҡта, ҙур ҡалаларҙағы кеүек тигеҙ урамдар бик һирәк. Улары ла яңы төҙөлөп ятҡан биш ҡатлы йорттар. Фәриттән һорамаһа ла, үҙе күргәндәрҙән шуны аңланы: тегендә-бында өйөлөшөп төркөм-төркөм булып ултырған землянкалар аралаш ике ҡатлы йорттар бәләкәй генә райондарғамы, ойошмаларғамы  бүленеүен күрһәтте. Яңылышмаһа ике кинотеатрҙы, бер больницаға оҡшаш биналарҙы үтеп киттеләр.

  Фәриттең сумаҙандарын тотоп ишек төбөнә яҡынлашыуын күргәс, Әлфиә лә урынынан ҡуҙғалды.  Туҡталышҡа етеп ишектәр асылыу менән, Фәрит тиҙ генә төшөп, сумаҙандарын, юл төйөнсәктәрен ергә ҡуйҙы ла, автобустың ишегенән кәләшен күтәреп алды.

--Рәхим ит, кәләш, беҙҙең нефтселәр ҡасабаһына!--тип, үбеп ергә баҫтырҙы.

Автобус эсенән бер ир кешенең көр тауыш менән:

--Ох, молодец, парень!--тигәненә барыһы ла ҡушылып гөж килде.

--Удачи, вам!!!

--Счастья, вам!!!-- тигән теләктәр менән автобус юлын ары дауам итте.

--Бына килеп еттек, бәләкәсем! Иң ҡурҡҡаным, һинең ике тәүлек юлды нисек үткәрер икән, тигән уйым булды. Аллаға шөкөр, тиҙәрме әле? Килеп еттек бит.--тип, Фәрит Әлфиәне ҡосағынан ысҡындырманы, күкрәгенә нығыраҡ ҡыҫты. Уның күҙҙәренә шундай итеп ҡараны  Әлфиәнең бөтөн тәне буйлап электр тогы үткәндәй булды хатта. Ул хәлһеҙ генә ҡаршылашҡандай итте, тирә-яғына күҙ йүгертте. Фәриткә барыбер ине. Әлфиәне бала кеүек тынысландырғандай  бер үк һорауын ҡабатланы ла үпте, ҡабатланы ла үпте:

--Аллаға шөкөр, тиҙәрме әле?

--Аллаға шөкөр, тиҙәр.

--Аллаға шөкөр, тиҙәрме әле?

--Аллаға шөкөр, тиҙәр. Етер, Фәрит, оялмайһыңмы? Алып ҡайтып еткермәйенсә, ашап бөтөрәһең бит,--тигәс кенә ҡулдарын бушатты. 

--Көнө ниндәй матур һуң әле. Бындай көндәр бында бик һирәк, матурым!--тип ҡоласын йәйеп күккә ҡараны. Ысынлап та зәңгәр күктә бер болот әҫәре лә юҡ, баш осонда ғына ҡояш йылмая.

  Фәрит әйләнеп сумаҙандар янына өйөлгән бер-нисә сумка, төйөнсәктәргә ҡарап бер аҙ уйға ҡалды. Нисек кенә тотһалар ҙа, әсәһе менән ҡәйнәһе тырышлығында йыйылып төйнәлгән әйберҙәргә дүрт ҡулдың етмәүе асыҡ ине. Йәштәр бер-береһенә ҡарап йылмайышты.

--Тә-әк.--Фәрит туҡталыштан йыраҡ түгел йәнәш кенә ултырған ике ҡатлы өс йорт яғына ҡарап һүҙен дауам итте,--Әлфиәү, бына ошо йорттарҙың береһендә йәшәйәсәкбеҙ. Беҙгә хәҙер үҙебеҙҙең контораға барып, директорҙы күрергә кәрәк. Унан, комендантты табып фатир асҡысы алып кире ошо йорттарҙың береһенә килергә тура килә.

Фәрит Әлфиәгә әйләнеп ҡараны.

--Ә, конторағыҙ ҡайҙа? Йыраҡмы?--тип һораны Әлфиә.

--Ап-аруҡ шул. Буш ҡул менән шәп итеп атлағанда 25-30 минут була. Иртәнсәк эшкә уазик менән килеп алалар ҙа ул. Хәҙер төш тә етеп киләлер инде.--тип, Фәрит сәғәтенә күҙ һалды ла кәләшенә ҡарап һүҙен дауам итте,-- Бер сәғәттән төш,бәләкәсем! Нишләйбеҙ?

Әлфиә, белмәйем, тигәнде аңлатып, яурындарын йыйырҙы, ҡаштарын дуғаландырып иренә ҡарап йылмайҙы.

--Әйҙә, шулай итәбеҙ: мин үҙем генә йүгереп барып киләйем, ә һин ошонда көтөп тора алырһың микән?--тип кәләшенең күҙҙәренә текләне, --өшөмәҫһеңме? Мин күп, тигәндә, бер сәғәттән әйләнәм.

--Бер сәғәт эсендә нишләп өшөйөм, ти инде. Көн йылы бит.  Мин себер, тигәндәре хәтәр һыуыҡ икән, тип уйлай торғайным,--тип йылмайҙы.

--Әтеү, мин документтарҙы ғына алам да остом, матурым!

  Фәрит күҙҙән юғалғансы ҡарап тороп ҡалды Әлфиә. Унан яйлап ҡына бар әйберҙе туҡталыштың эсендәге эскәмйәгә ташып ултыртты. Бер сәғәт самаһы үтте. Фәрит күренмәне. Әлфиә йылы кейенеүенә ҡарамаҫтан, өшөй башлауын тойҙо. Ҡаласыҡ буйлап йөрөгән автобустың ярты сәғәт һайын йөрөүенә лә төшөндө. Автобустан төшкән кешеләрҙән тәүҙә уңайһыҙланып арты менән бороп тороп ҡалды. Тағы ярты сәғәт үтте. Ә, Фәрит һаман юҡ.

Әлфиәнең күңелен шом биләне. Ул ни эшләргә лә белмәй аптыранды. Ире киткән юлдан күҙен алманы. Әмәлгә ярағандай ҡаласыҡ яғынан урта йәштәрҙәге бер ҡатын килде туҡталышҡа. Улар иҫәнләшеп, һөйләшеп киттеләр. Апай кеше Әлфиәнән, ирен көтөп күпме тороуын һораны ла:

--Өшөгәнһеңдер инде, һылыу, әйберҙәреңә бер кем дә теймәҫ, бында шундай закон. Ана магазинға инеп тор, унда йылы,--тип, туҡталыштан өс йөҙ метр самаһындағы магазинға күрһәтте. Әлфиә баш ҡағып ризалашты.

 Автобус ҡуҙғалып киткәс тә ике ҡулына һыйған тиклем әйберен тотоп магазин яғына атланы. Ә күҙҙәре Фәрит киткән яҡта. Юҡ бит был, нимә генә булды икән, тигән һорауға яуап таба алманы. Асыуы ла килә башланы.

  Бына ул һатыусынан рөхсәт һорап, өс урауҙа магазиндең солансаһына әйберҙәрен ташып бөттө. Ҡаны яҙылып, йылынып та китте. Магазиндә бер аҙ тора биргәс, Фәриткә күҙ һалайым әле, тип тышҡа сыҡты ла аптырап китте. Ул күккә, тирә-яҡҡа ҡараны, ҡайһы аралалыр эңер төшөп өлгөргәненә хайран ҡалды. Тимәк, сәғәт алты тирәһе булырға тейеш. Фәрит һаман юҡ. Ул атылып тигәндәй магазингә кире килеп инде лә, һатыуысынан сәғәт һораны.

--Ваҡыт өсөнсө ярты.—тине тыныс ҡына үҙ эше менән булашҡан һатыусы, Әлфиәнең аптыраған ҡарашын күрмәне. Әлфиә һорауына яуап эҙләгәндәй урамға кире сыҡҡанда тышта дөм-ҡараңғы ине инде. Уға шундай ҡурҡыныс булып китте. Йәне булған кеше шулай оҙаҡ йөрөмәҫ, әллә бөтөнләй ташлап китте микән Фәрите. Үпкә ҡатыш асыуы тамағына төйөн булып ултырҙы, тыны ҡыҫылды Әлфиәнең. Ирекһеҙҙән сыйылдап илап ебәрҙе.

-- Ҡайҙа барам мин хәҙер, кемде беләм мин бында? Йә, хоҙайым!!! Ер аяғы, ер башына алып килеп ташлап китсе әле.--тип, үҙалдына һөйләнә-һөйләнә әйберҙәре янына сүгәләп һулҡылданы. Ҡараңғы төшөү менән ҡапыл һыуытып та ебәрҙе. Әлфиәгә янаған ҡурҡыныс икеләтә артҡандай тойолдо. Ул бөтөнләй сабырлығын юғалтты. Сәғәт өстән үк төшкән ҡараңғылыҡ уның өсөн афат булып күренде. Кемем бар минең бында Фәриттән башҡа, тип, үҙ-үҙенә биргән һорауынан ҡапыл тынып ҡалды, илауынан туҡтаны. Бынау һатыусы апай мөләйем генә күренә, шуның менән һөйләшеп ҡарарға микән, тигән уйы етдиләндереп ебәрҙе. Тороп тиҙ генә йәштәрен һөрттө. Көҙгөһөн алып үҙен ипкә килтерергә тырышты, илағаны барыбер һиҙелә ине шул. Етмәһә, ярһыған йөрәгенең тибеше бынау магазиндең солансаһын һелкетеп, яңғыратып торғандай тойолдо Әлфиәгә. Тынысланырға тырышты. Ләкин килеп сыҡманы. Әллә ҡайҙан килеп тыуған: алып килеп аҙаштырып китергә бесәй балаһылыр шул мин, тигән уйынан күңеле яңынан тулды, ихтияр белмәгән йәштәре тағы ла йылғырланды. Хәҙер уға ваҡыттың күпме булыуының да кәрәге юҡ ине. Ата-әсәһен, тыуған өйөн юҡһынды. Ауылдан киткәненә өсөнсө генә тәүлек булыуына ҡарамаҫтан, йылдар буйы ҡайта алмай интеккән мосафирҙай хис итте үҙен. Өҙөлөп-өҙөлөп һағынғанын тойҙо.

   Әлфиәне уйҙарынан, магазин янына килеп туҡтаған машина тауышы бүлде. Ул тиҙ генә йәштәрен һөрттө, инеп килгән кешеләргә арты менән боролоп торҙо. Илауҙан шешенеп өлгөргән йөҙөнән оялды ул.

--Әлфиә!!! Бәләкәсем! --Фәриттең тауышын ишетһә лә, Әлфиә уға әйләнеп ҡарарға баҙманы. Ни эшләргә белмәй юғалып ҡалды. Йөрәге тағы ла йыш-йыш тибә башланы. Әллә ниндәй ауыр һүҙҙәр әйткеһе килде иренә, әммә булдыра алманы.

Фәрит йүгереп килеп ҡосаҡлап алды ла:

--Ғәфү ит, йәнем! Оҙаҡлап киттем шул.--тип, кәләшенең күҙҙәренә ҡарарға тырышты. Уныһы башын эйеп,ҡарашын аяҡ осона төбәгән дә һәйкәл кеүек ҡатып ҡалған.

--Ғәфү ит, бәләкәсем, пожалуйста! Әйҙә, ҡайтабыҙ. Асҡыс алдым, фатир булды. Бына һыуытҡыс артынан йөрөп кенә һуңлап киттек. Аҙаҡҡа ҡалдырһаҡ, эләкмәҫ ине. Витя, әйберҙәрҙе тейә машинаға,--тип үҙе менән бергә килгән иптәшенә өндәште. Витя, тигәне әйберҙәрҙе йүгереп йөрөп тейәргә кереште. Шул саҡ Әлфиәнең яңы теле асылдымы ни:

--Фәрит, мин ҡайтам!!! Ҡайтар мине кире ауылға. Бөгөн үк... Әйҙә, хәҙер үк барып билет алайыҡ. Һин ҡал. Мин ҡайтам. Мин бында йәшәй алмайым. Мин...Мин ҡурҡам бында йәшәргә. Мин үҙем ҡайтып етә алам, уның өсөн уйланма. Зинһар, киттек кире вокзалға.--тип, автоматтан атҡан кеүек теҙеп алып китте. Йәшле күҙҙәре менән иренә ялбарып ҡараны.

  Фәрит был һүҙҙәрҙән ҡойолоп төштө тәүҙә, аҙаҡ үҙен эстән генә һүкте. Уға эйәреп  ауылдан беренсе тапҡыр сығып киткән ҡыҙ баланы нишләттем мин, тип үкенде. Кәләшен һаҡ ҡына ҡосағына алды ла, уныһы ни әйтһә, шуға риза булып тынысландырырға тырышты.

--Ярай-ярай, барырбыҙ вокзалға. Билет алырбыҙ. Тыныслан, бәләкәсем!--тип, күҙҙәренән, танау осонан, сикәләренән йомшаҡ ҡына үпте.

--Мин бәләкәс түгел, белдеңме?--Әлфиәнең шулай иренең ҡосағында сабыйҙар кеүек илап торғаны өсөн үҙ-үҙенә йәне көйҙө.

--Белдем-белдем. Бәләкәсем түгел, өлкә-ә-әнем! Бына шулай үҫкә-әнем!--тип, Фәрит кәләшен  өҫкә күтәрҙе. Шул килеш ишектән урамға алып сыҡмаҡсы булғайны ла, Әлфиә оялышынан:

--Төшөр! Төшөр!--тип, тыпырсынды.

--Йә, берҙе генә йылмайһаң, төшөрәм.

Әлфиә, башын ҡырын һалып тынып ҡалды. Уға иренең ҡулында шулай сабыйҙар кеүек бәүелеп тороуы, быға тиклем татылмаған бер рәхәтлек бирҙе. Һинһеҙ мин йәшәй алырмын микән һуң, тигән уй менән баҙнат итер-итмәҫ кенә иренең күҙенә ҡараны.

 Фәрит төрлө мәрәкәләре менән дә, хисле наҙҙары менән дә арбаны кәләшен, Әлфиә серле генә йылмайып сығып машинаға ултырҙы.

  Бына, Фәрит фатирҙарының ишеген асып ебәрҙе. Иптәше Витя менән икеһе, ишектең ике яғына баҫып, Әлфиәгә эскә юл күрһәтеп ҡулдарын һондолар:

--Рәхим итегеҙ, Әлфиә!!! Төклө аяғың менән!

Әлфиә ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына фатирҙың эсенә ҡарай атланы. Шуны көткәндәй ике дуҫ тантаналы рәүештә, бүләкләгән ваҡытта сәхнәләрҙә уйната торған көйҙө, көйләп тә ебәрҙеләр. Барыһына ла ҡыҙыҡ та, ҡыуаныслы ла булып китте, татыу ғына көлөшөп алдылар.

Унан йүгереп йөрөп фатирҙы ҡарап сыҡтылар, егеттәр кем-уҙарҙан әйберҙәрҙе ташый башланылар. Ул арала тауышҡа ике яҡтан ике күрше ҡатын килеп сыҡтылар ҙа:

--Ох, у нас новые соседи? Здравствуйте!--тип, иҫәнләшеп кенә алдылар ҙа, рөхсәт һорамай-нитмәй ярҙамға тотондолар. Әлфиәнең ҡулына ла теймәй ҡалды, әйберҙәр тиҙ арала ташылып бөттө. Фәритте барыһы ла танып тораларсы, тип аптыраны Әлфиә.Әллә ҡайһы арала өҫтәл дә әҙер булды, ашамлығы ла, шампаны ла табылды. Ҡатындарҙың береһе йүгертеп кенә ялтрап торған стакандар ҙа алып инде. Фәрит ярҙамсыларҙың барыһына ла рәхмәт әйтеп, кәләше менән таныштырҙы. Ҡунаҡтар ҙа үҙҙәрен таныттылар. Береһе, ҡырҡ йәштәр самаһындағы ҡаҡса ғына Надежда исемле мәрйә, Фәриттәрҙең бригадиренең ҡатыны булып сыҡты. Икенсеһе, Әлфиәләр тиңдәше булһа кәрәк, йөҙөнән йылмайыу ҡайтмаған, Сәлимә исемле һылыу ғына татар ҡыҙы. Уның ире лә Фәриттәр бригадаһында эшләүен әйттеләр. Витя тигәндәре, (Әлфиә яңы ғына аңғарып ҡалды, бер ҡулы зәғиф икән) үҙе комендант, үҙе склад мөдире булып сыҡты.

--Ну, с новосельем, вас!!! Ура!--тип, иң беренсе Витя стаканын түңкәрҙе. Уның һүҙен йөпләп, үҙҙәренең теләктәрен өҫтәп башҡалар ҙа ҡушылды. Фәрит менән Әлфиә һәр береһенә рәхмәттәрен белдерҙе.

--Ну, нас работа ждет, а молодым отдыхать пора. Поэтому...--Витя һүҙенең аҙағын әйтеп еткермәне, тиҙ генә шешәнең төбөндәген бүлеп һалды ла, талапсан тон менән өҫтәп ҡуйҙы,--Живите, ребята, не подводите! Наша бригада—самая ударная!!!У нас везде болота, а болото всасывает. Тянет, не отпускает. Поедете домой, все равно вернетесь. Давай, за вас!!!

  Фәрит менән Әлфиә өйҙә икәү генә ҡалғас, эште ниҙән башларға белмәй, бер-бреһенә ҡарап аптырап ҡалдылар. Икеһенең дә йонсоуҙары йөҙҙәренә сыҡҡан.

--Иң тәүҙә һыуытҡысты тоҡандырып ебәрәйек. Ауылдан алып килгән күстәнәстәрҙе ҡуйырға кәрәк булыр.--тип, Фәрит өр-яңы һыуытҡыстың ҡумтаһын боҙа башланы.

--Ысынлап һыуытҡысмы ул? Ҡалай бәләкәй генә.--Әлфиәгә ҡыҙыҡ тойолдо, сөнки һыуытҡыстың кәүҙәһе бары бәләкәй тумбочкалай ғына ине.

--Һыуытҡыстарҙың дефицит икәнен белмәйһеңдер шул, быныһы яҙғас та бик шәп, Әлфиә.

--Шәп-шәп, әлбиттә. Тик бындай бәләкәйҙәрҙе күргәнем юҡ,тиеүем.

--Беҙ икәүгә етер әле. Туңдырғысы юҡ. Туңдырғысһыҙ сығаралар  быларҙы.

 Фәрит тағы әллә ниндәй сумкаларынан электр сәйнүге, йәтеш кенә кәстрүл сығарҙы.

--Теге килгәндә һатып алғайным быларын. Камера хранениянан барып алдым бая,--тип, бар ғына байлығын сығарҙы. Әлфиә сәй ҡуйып ебәрҙе.

Бер бүлмәле фатирҙың залында матрацлы ике карауат, ике тумбочканан башҡа әйбер юҡ, тиһәң дә була. Уның ҡарауы, кейем элгәндәй, ҙур ғына гардеробы бар. Аш бүлмәһендә өҫтәл менән ике ултырғыс һәм электр плитаһы ине, уларға һыуытҡыс өҫтәлде.

  Бына шундай йыһаздар менән, яңы йылға аяҡ баҫырға ике көн ҡалды, тигәндә яңы фатирҙа, яңы тормош башланып китте лә инде.

  Ике көн буйы ал-ял белмәй, ир менән ҡатын үҙаллы башлаған тормоштарын ипләне. Фәрит урмандан шыршы алып ҡайтты. Икәүләп магазиндәргә сығып йөрөп килделәр. Шыршыны матур итеп биҙәнеләр. Хәлдәренән килгәнсә матур итеп яңы йылды ҡаршы алырға йыйындылар. Сөнки Фәриттең иптәштәре: --Яңы йылды һеҙҙә ҡаршы алһаҡ, кәләшең менән риза булырһығыҙмы? Бер юлы фатирығыҙҙы ла туйлау булыр.--тип, Фәриттең күңеленә ойотҡо һалып ҡайтарҙылар. Әлфиәһе ҡуш ҡуллап риза булды. Йәш ғаилә өсөн, бигерәк тә Әлфиә өсөн урындағы халыҡ менән танышып китеү  ҡулай буласағы Фәриткә оҡшаны. Сөнки байрамдан һуң, икенсе ғинуар уға эшкә. Иртән китә лә, кис ҡайта. Ҡайсаҡ ярты төнгә тиклем йоҡо күрмәйҙәр, ә иртән барыбер эш урыныңда булыр кәрәк. Көн оҙоно бер үҙе, бер фатирҙа нисек ултырыр уның кәләше? Исмаһам, иптәштәренең ҡатындары менән танышып алһа, һөйләшеп ултыһалар ҙа, магазингә сыҡһалар ҙа, тип уйланы ир кеше.

   Ауылдан алып килгән ҡаҙ һурпаһының еҫе Фәрит менән Әлфиәнең фатирына ғына түгел, бөтөн подъездға ҡот таратҡандай булды. Әлфиә бар тырышлығын һалып бишбармаҡ бешерҙе, салаттар тураны. Ауыл күстәнәстәренән ҡоротон, майын, ҡайнатмаларын, ҡыяр-помидорҙарын һалып өҫтәлен биҙәне. Байрамса фатирҙарын да биҙәнеләр. Һәр аҙымында иренең ярҙамын күреп эстән генә ҡыуана Әлфиә. Тәүге көн, ҡайтам, тип илап ултырғанын иҫләй ҙә, иренә күрһәтмәй генә йылмайып ала. Ҡалай ҡыҙыҡ икән дә, үҙеңсә генә донъя көтөүе, тигән һығымта яһап ҡуя. Әлфиә үҙе өсөн тағы бер яңылыҡ асты: бындағы тормоштоң тиҙлеге, ауылдағыға ҡарағанда байтаҡҡа шәберәк әйләнгән төҫлө. Бында халыҡтың, көн үтһен, сабата туҙһын, тигән кеүек, илке-һалҡы йөрөүен күрмәҫһең. Һәр кемдең ваҡыты сәғәте-минутына тиклем иҫәпле. Яйлап, оҙаҡ һөйләшеп торғандарҙы ла осратманы. Ҡунаҡҡа ла шулай, әйтелгән ваҡыттың минутына уҡ йыйылып бөттөләр.Үҙҙәре менән алып килгән күстәнәстәрен дә мул ғына итеп өҫтәлгә ҡуйҙылар.

  Мәжлесте асып, Фәрит күп һөйләп торманы, ыңғай һүҙҙе бригадиренә, Семен Васильевичкә  бирҙе. Урта йәштәрҙәге ҡаҡса оҙон ир, барыһына ла күҙ йүгертеп сыҡты ла, мыйыҡ аҫтынан ғына йылмайып, һүҙен башланы. Тәүҙә ҡыҙыҡ ҡына көләмәсен һөйләп, барыһын да көлдөрөп мәжлескә йәм өҫтәп ебәрҙе. Унан рәсми рәүешкә күсте. Теле-телгә йоҡмай шыма һөйләп өйрәнһә лә, дөрөҫлөк яҡлы, тура һүҙле булыуы менән халыҡтың күңелен арбап, етәкләй белеүе күренеп тора. Һәр эшсене үҙ туғаны, үҙ балаһы кеүек күргәнгәлер ҙә, уның өсөн бригадалағы дуҫлыҡтың ҡаҡшамаҫлыҡ нигеҙҙә булыуы шарт. Һүҙен тамалап фатир хужаларын, табынды маҡтап алды, унан матур итеп ҡотланы. Уға ҡатыны, Надя ла ҡушылды. Дәррәү генә ҡул саптылар. Парлылары парлашып, яңғыҙҙары бергә йыйылып, тигәндәй барыһы ла фатир туйы менән ҡотлап бөтөүгә, яңы йыл сәғәте лә яҡынлашты.

  Ирҙәр тәмәке тартырға сыҡҡан арала, ҡатын-ҡыҙ өҫтәл яңыртты. Куранттарҙың һуғыуын көткән һалдаттар кеүек, шампан шешәләре янына бокалдар теҙелде.

  Ишек шар асылып китеүе булды, Семен Васильевич ҡултығы аҫтына йәтеш кенә телевизорын ҡыҫтырып килеп инде.

--Осторожно! Посторонитесь, идет телевизор!--тип, көлә-көлә төпкә уҙҙы. Тәҙрә төбөнә ултыртты ла, ҡасандыр, ҡайҙандыр ҡалған антеннаны тығып, телевизорын ҡабыҙҙы. Һүрәте күренмәне әлбиттә, әммә тауышы яҡшы ишетелә ине.

Бына һүрәтһеҙ телевизорҙан курант тауышы яңғырай. Барыһы ла аяғүрә баҫып,бокалдарын ҡулына алып, тын ғына сәғәт һуғыуын һананы. Ун икенсе тапҡыр һуғыуға, ура,ҡысҡырышып

бокалдары менән сөкөштөләр, бер-береһен ҡотланылар. Уйнап торған шампанскийҙән ауыҙ иттеләр. Барыһының да ихтибарын йәлеп иткәндәй Семен Васильевич тамағын ҡырҙы, әйтерһең дә тағы ла ниҙер һөйләргә йыйына. Халыҡ тынып ҡалғандай булды.

--Пока выключите телевизор!--тине. Телевизорҙы һүндереп торҙолар.

--Сегодня все говорили, но мы еще не слышали голос хозяйки. Да ведь? Может кто-то слышал? Я—нет .

Бригадир йылмайып Әлфиәгә ҡараны.

--Слово дается хозяйке этой квартиры. Айда, Альфия, не стесняйся!

Әлфиә тәүҙә юғалып ҡалды. Сәхнәләрҙән төшмәй йөрөһә лә, килен булғандан алып халыҡ алдында һүҙ алып сығыш яһағаны юҡ ине. Бер Фәритенә, бер бригадирға ҡарап  икеләнеп торғандан һуң, мәктәптә яуап биргән уҡыусы кеүек уртаға сығып һүҙ башланы. Яңы ғына тормош башлап тороуҙарына ҡарамаҫтан, йорт хужаларына хөрмәт күрһәтеп ҡунаҡҡа килеүҙәре, теләгән теләктәре, бүләктәре өсөн матур итеп барыһына ла рәхмәтен белдерҙе. Яңы йыл менән ҡотлап, изге теләктәрен әйтте. Барыһы ла ҡул сапты. Әлфиә ҡаштарын дуғаландырып Фәриткә ҡараны, уныһының шатлығынан ауыҙы ҡолағына еткән ине. Шулай ҙа:

--Теге уйынды уйнатайыммы?--тип һораны ул иренән. Эйе, тигәнде аңлатып, Фәрит баш ҡаҡты. Әлфиәнең алдан уйлап, әҙерләп ҡуйған уйыны бар ине.

--А сейчас, дорогие гости, чуточку внимания!--тине лә, ҡуҙғалып киткән еренән, яланаяҡ быялаға баҫҡандай тертләп ҡапыл туҡтаны,--Ай! Ой!!!--тип ҡысҡырып ебәрҙе. Башын эйеп, түше аҫтына ҡулдарын ҡаушырып ниҙер тыңлағандай тынып ҡалды. Үҙе оялышынан сөгөлдөр кеүек ҡып-ҡыҙыл булды. Бер кем бер ни аңламаны. Фәрит осоп тигәндәй кәләше янына килеп етте.

--Ни булды, Әлфиә? Берәй ерең ауыртамы әллә?--тип уның ҡулдарынан тотоп һорауҙарын яуҙырҙы. Оялышынан керер тишек эҙләгәндәй ул иренә шым ғына:

--Әйҙә, аш бүлмәһенә сығайыҡ әле,--тине. Улар яйлап ҡына аш бүмәһенә йүнәлде. Ҡунаҡтар бер-береһенә ҡарап аптырашып, бөтөнләй тынып ҡалды, хатта шыбырлашып ҡына һөйләшкән хужаларҙың тауышы ла ярым-ярты ишетелә ине. Тик башҡортса аңлаған кеше генә юҡ. Күп тә үтмәй Фәриттең ҡыуаныслы көлгән тауышы яңғыраны. Ул көлөү туҡтаманы, киреһенсә көсәйгәндән-көсәйҙе. Залдағы ҡунаҡтар ни эшләргә лә белмәне. Бригадир хатта башын тотоп өҫтәл артына барып ултырҙы.

  Бер-аҙҙан май ҡояшы кеүек ялтырап Фәрит килеп сыҡты ла аш бүлмәһендәге кәләшенең:

--Өндәшмә инде!--тип ялыныуына, шундай яуабын еткерҙе:

--Как не сказать? Скажу всем. Пусть знают.

Барыһы ла ауыҙҙарын асып Фәриткә тексәйҙеләр.

--Дорогие гости, чуточку внимания! --тип, кәләшен үсекләгәндәй уның һүҙҙәрен ҡабатланы ла, артабан нисегерәк дауам итергә белмәй торҙо.

--Ну!?--Витя сыҙаманы,--скажи что-нибудь!--тип ҡысҡырҙы.

--А... ничего страшного... А, может и наоборот... Ну, короче... Наш... будущий ребенок... дал о себе знать,--тип ҡунаҡтарына ҡыуанысын еткерергә ашыҡты. Кемдер шундуҡ аңланы, ә кемдер һораулы ҡарашын Фәриттән ала алманы.

--То есть?--тип төбәште Витя.

--Виталий, это на научном языке.... называется “первое шевеление плода»--тип тантаналы тауыш менән ҡысҡырып яуап бирҙе Фәрит. Ниһайәт, дөрөҫ яуап тапҡанына ҡыуанды. Ҡунаҡтар гөж килде, ҡул саптылар, Фәритте ҡотланылар. Ҡатын-ҡыҙ Әлфиә янына аш бүлмәһенә ашыҡты. Улар ҙа сыр-сыу килделәр.

--Вот это праздник! Это большой праздник! В новом месте, начало новой жизни!

--Вот как наша бригада растет, а-а-а?!

Гөжләп торған ҡунаҡтар әкренләп тынысланды. Тыуасаҡ баланың тәүге мөрәжәғәте барыһына ла ыңғай тәьҫир итте. Күҙҙәрендә изге осҡондар уйнаны. Кемеһелер тыуасаҡ баланы күҙ алдына килтетерергә тырышһа, кемеһелер үҙенең башынан үткәнде кисерҙе.

Әлфиә, уңайһыҙ хәлгә ҡалдым, тип бошондо. Уйынын уйната алмағас, исмаһам ауыл күстәнәстәре менән сәй эсерер кәрәк ине, тип уйлап та өлгөрмәне, Надежда:

--Пошлите чай пить! Девочки-и, слушайте мою команду-у!--тип уйынлы-ысынлы эшкә тотондолар. Әйтеп тә өлгөрҙөләр, эшләп тә ҡуйҙылар ҡыҙҙар.

  Ауыл күстәнәстәре менән тәмләп-тәмләп сәй эсте ҡунаҡтар. Оялышынан башын да күтәрә алмай, уңайһыҙланып ҡына ҡунаҡтарына сәй яһаған Әлфиәне башҡаса оялтмаҫҡа тырышып, урлап-урлап ҡына хөрмәт тулы ҡараштары менән һөйҙө табындағылар. Әлфиәнең итәғәтлелеге  әйтерһең, барыһына ла күсте.

  Хушлашҡанда ла был фатирҙан улар йөҙҙәрендә беленер-беленмәҫ кенә, һәм шул уҡ ваҡытта оҙаҡҡа юйылмаҫ, онотолмаҫ шатлыҡлы, өмөтлө йылмайыу алып ҡайттылар.

 

 

 

Фото: Айһылыу Вахитова

Автор: Рәшиҙә Мансурова.
Читайте нас