Йәмғиәт
15 Декабрь 2025, 04:21

Ауыл хәбәрҙәре

Этҡол ауылы мәсетендә махсус хәрби операцияла изге бурыстарын үтәп йөрөгән яугирҙарға бағышланған Ҡорбан ашы мәжлесе уҙҙы. Был изге ғәмәлде ауылдаштарыбыҙ Рәйсә менән Хәмит Нәбиуллиндар башҡарҙы.

Ауыл хәбәрҙәреАуыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре

Мәжлескә Этҡол ауыл биләмәһенән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ир-егеттәребеҙҙең ата-әсәләре, туғандары саҡырылды. Ауылыбыҙҙың имам-хатибы Рәсүл хәҙрәт һәм башҡа муллалар тарафынан ҡөрьән аяттары уҡылып, доғалар ҡылынды.

Этҡол ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Илгизәр Ихсанов үҙ сығышында батыр ул тәрбиәләүсе ата-әсәләргә рәхмәтен белдереп, махсус хәрби операцияла һәләк булыусы егеттәребеҙ мәңге хәтерҙә һаҡланасағын, ауылдаш ир-егеттәрҙең тиҙерәк хәрби бурыстарын үтәп, илдә тыныслыҡ булдырып, тыуған яҡҡа иҫән - һау ҡайтыуҙарын теләне. Ҡорбан ашы мәжлесенә килеүселәр ойоштороусыларға, аш-һыу әҙерләүсе ҡатын-ҡыҙҙарға рәхмәтен белдерҙе.

Изге ниәттәр, изге теләктәр. Салған ҡорбандары ҡабул булһын. Донъялар тынысланып, егеттәребеҙ иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға яҙһын!

Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Автор:Гөлдәр Йәрмөхәмәтова
Читайте нас