

Күмәкләп ағас ултыртыу - изге эш. Ағас тирә яҡты матурлап ҡына ҡалмай, һауаны таҙарта, ер-һыуҙы һаҡлай. "Бер ағас ҡырҡһаң, икене ултырт", тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр.
Ағас ултыртыу - ул ябай эш. Тик ошо ябайлыҡты оло кимәлдә ойоштороу - оло хөрмәткә, ҙур ихтирамға лайыҡ.
- Ултыртҡан ағастар ерегеп үҫһен, ауылдаштарыбыҙ имен-һау йәшәһен, илебеҙҙә тиҙерәк тыныслыҡ урынлашһын, - тигән теләктәрен еткерҙе һайрандар.
Өмәлә әүеҙем ҡатнашҡан барлыҡ ауылдаштарға һәм ярҙамға күрше ауылдан килгән ир-егеттәр Хисаметдинов Урал Сәхипгәрәй улына, Йәмилов Юнир Рәжәп улына, Йәмилов Рәфҡәткә ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.