

Егеттәргә иҫән-һау хеҙмәттәрен тултырып ҡайтыуҙарын теләйбеҙ!
Фәрхәт Һайран ауылының мәҙәниәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан егет. Бәләкәй генә сағынан йыр -моңға маһир булып үҫте. Моңло ғына йырлап ҡалмай, ҡурайҙа ла оҫта һыҙҙырта ул. Һәр төрлө конкурс, бәйгеләрҙә гел алдынғы булды. Афарин, Фәрхәт!
Ееттәргә беҙҙең теләк: имен-һау хәрби бурысығыҙҙы үтәп ҡайтығыҙ. Алла бойорһа янығыҙҙа ышаныслы, һеҙгә тоғро дуҫтар булһын, өйҙә һеҙҙе өҙөлөп көткән атай-әсәйегеҙ, туғандарығыҙҙы онотмағыҙ, улар һеҙҙе изге фатихалар әйтеп оҙатып, ир-егет ҡорона инеп ҡайтыуыгыҙға өмөт бағлап, һәр үткән көндө һанап көтөп алһындар.
Армияға китә малайҙар,
Оҙата туғандар, ағайҙар.
Оҙаталар йәштәр – дуҫ-иштәр,
Киткәс, ҡалыр инде күп эштәр.
Намыҫ менән хеҙмәтеңде атҡар,
Ҡыуанындар әйҙә туғандар.
Теләктәр күп, тәүге теләгем шул:
Имен-аман барып етегеҙ!
Ил алдындағы бурысты үтәп,
Ҡыуанышып ҡайтып килегеҙ!