Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Ноябрь 2025, 17:20

Әсәләр көнө бала табыу йортонан башлана!

Был байрам алдынан нимә иң яҡшы бүләк була ала? Әлбиттә, яңы тормош!

Әсәләр көнө бала табыу йортонан башлана!
Әсәләр көнө бала табыу йортонан башлана!

Ишембай бала табыу йортонда Әсә көнө уңайынан әсәләрҙе, уларҙың сабыйҙарын тантаналы ҡотлау изге йолаға әйләнде. Быйыл был бәхет ике әсәгә һәм уларҙың бәпестәренә йылмайҙы.

Гөлкәй Иманғолованың ғаиләһендә күптән көтөлгән мөғжизә булды - улдары донъяға килде. Бәхетле ата-әсә өсөн был бишенсе бала, яңы ҙур мөхәббәт һәм иң яҡшы бүләк.

Мария Уськованың ғаиләһе өсөн дә бөгөн шатлыҡлы көн, ысын мәғәнәһендә байрам. Йәш әсәнең был тәүге балаһы, ә атай кеше әлеге ваҡытта армияла хеҙмәт итә.

Ата-әсәләрҙе һәм яңы тыуған сабыйҙарҙы ҡотларға Ишембай районы муниципаль районы Советы рәйесе Галина Баканова, муниципаль районындың социаль сәйәсәт бүлеге начальнигы Зөлфиә Байрамғолова, шулай уҡ дауахана етәкселеге һәм хеҙмәткәрҙәре, туғандары һәм яҡындары килде.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы, шулай уҡ район хакимиәте исеменән йәш ғаиләләргә йылылыҡ һәм хәстәрлек менән тулы иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

Яңы тыуған сабыйҙарҙы һәм уларҙың матур әсәйҙәрен ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Мөхәббәт, ғаилә бәхете һәм һаулыҡ теләйбеҙ. Яҡынлашып килгән әсәләр көнө менән!

Автор фотолары һәм видеоһы.

Автор: Гөлнора Йәмилева
Читайте нас