Алсаҡ йөҙлө, күҙҙәренән йәшлек дәрте бөркөлөп торған бик сибәр ҡыҙҙы танынығыҙмы? Ул бит Башҡортостан юлдаш телевидениеһында эшләп йөрөүсе, һәр көн беҙҙе зәңгәр экрандар аша республика яңылыҡтары менән таныштырыусы яҡташыбыҙ Гөлназ Хәйбуллина. Дүрт йыл элек Гөлназ ил президентының матбуғат конференцияһында ҡатнашып, Владимир Путинға бер юлы ике һорау ҙа биргәйне әле!
- Гөлназ, үҙеңде гәзит уҡыусыларыбыҙ менән яҡындан таныштырып үт әле.
- Мин йәмле Һәләүек йылғаһы буйында урынлашҡан Әхмәр ауылы ҡыҙымын. Бала сағымды, үҫмерлек, мәктәп йылдарымды һағынып иҫкә алам. Башҡорт теленә һөйөүҙе остазым, класс етәксем Рәйлә Мәрхәм ҡыҙы Рәхимова тәрбиәләне. Тап ул миңә журналистикаға юл асты. Мәктәптә ул беҙҙе, уҡыусыларын, һәр ваҡыт бер идея менән берләштерергә тырышты. «Йөрәктән йөрәккә» тип исемләнгән гәзит сығарыу башланғысын да дәррәү күтәреп алдыҡ. Зәңгәр тышлы был баҫмала белем усағы тураһында үҙебеҙ яҙған материалдар баҫтырылды. Унан һуң ул шәхсән мине район, республика гәзит-журналдары һәм радио менән хеҙмәттәшлеккә этәрҙе. Мәҡәләләр буйынса иғлан ителгән конкурстарҙа беренселек ала торғайныҡ. Ә инде «Йәншишмә» гәзитенең йәш хәбәрсеһе, «Башҡортостан» гәзите менән «Башҡортостан» радиоһының штаттан тыш хәбәрсеһе булыуым да тап уның ныҡлы ҡанаты аҫтында алып барылды. Балаларҙың һәләтен күрә белеү ҙә бит ҙур оҫталыҡ талап итә. Башҡорт теленән Берҙәм дәүләт имтиханын уңышлы тапшырып, унан һуң көмөш миҙал алып, Башҡорт дәүләт университетының «Журналистика» йүнәлешенә әңгәмә менән уҡырға инеүем дә ул ваҡытта ижадҡа илһамландырыусы ваҡиға булды. Ғүмер йомғағы
алға тәгәрәгәндә, һәр ваҡыт тәжрибәле остаздарға тап булдым. Барыһына ла оло рәхмәтлемен. Тәү сиратта, практиканы «Торатау» гәзитенән башланым, унан
«Башҡортостан» гәзитендә, «Башҡортостан» радиоһында оҫталығымды арттырҙым. Һуңғы курста уҡығанда БСТ каналында эш башлап, хәбәрсе һөнәрен үҙләштерҙем. Ул ваҡытта «Телеүҙәк» тапшырыуының тәүге эфирҙары сыға башлағайны. «Яңылыҡтар» редакцияһына 2015 йылда эшкә килдем һәм бына ун йыл республика халҡына ижтимағи-сәйәси, иҡтисад һәм социаль өлкәләргә бәйле репортаждар әҙерләйем.
- Тимәк, журналистика юлын һин мәктәптә уҡығанда уҡ һайлағайның?
- Эйе, бәләкәйҙән күңелем тартты. Мәктәп йылдарында уҡ ата-әсәйемде өгөтләп, үҙемә фотоаппарат, видеокамера алдыртҡайным. Белем усағындағы
барлыҡ сараларҙы иҫтәлек итеп ҡалдырырға, матбуғат һәм киң мәғлүмәт сараларында яҡтыртырға тырыштым. Хатта, класташтарым, туғандарым тураһында ла
бәләкәй мәҡәләләр яҙа торғайным. Ул осорҙа гәзитжурналдарҙа баҫылып сыҡҡан материалдарымды әле
лә ҡәҙерләп һаҡлайым.
– Коллегалар булараҡ, социаль селтәрҙәрҙә һинең эшмәкәрлегеңде яҡындан күҙәтеп барабыҙ. Сюжеттарың халыҡсан булыуы менән айырылып тора. Эшең оҡшаймы?
- Эшемдән уңдым, бәлки, эш тә минән уңғандыр. Йөрәк ҡушҡан һөнәр буйынса эшләү, үҙ юлыңды табыу - үҙе бер бәхет бит ул. Көн дә яңы темалар, һәр ваҡыт юлдаһың. Ваҡиғалар үҙәгендә ҡайнайһың. Командировкалар ҙа ҡыҙыҡлы үтә, яңы кешеләр менән осрашаһың, уларҙы борсоған көнүҙәк мәсьәләләрҙе яҡтыртаһың, ярҙам итергә тырышаһың. Ғөмүмән, был һөнәр мине эшкә яуаплы ҡарарға, үҙеңде һәр өлкәлә камиллаштырырға һәм дисциплинаға өйрәтте.
- Тәүге эш көнөңдө хәтерләйһеңме?
- БСТ каналына 2012 йылдың октябрендә эшкә килдем. Режиссер ассистенты, хәбәрсе булып эш башланым. Тәүге көндә үк ҡулға микрофон тотоп төрлө темаларға халыҡ фекерен йыйырға сығып киттем. Тотош Өфөнө урап сыҡтым тиһәң дә була. Ҡыҙыҡ та, тулҡынландырғыс та булып хәтеремдә ҡалды ул көн. Ғөмүмән, эш дәүеремдә иң иҫтә ҡалдырған ваҡиға – Рәсәй президенты Владимир Путиндың матбуғат конференцияһында ҡатнашып, уға һорау биреүем булғандыр. Рәсәй төбәктәре һәм Ҡаҙағстанға ойошторолған командировкалар ҙа онотолмаҫ хәтирәләр ҡалдырҙы.
- Бөгөнгө көндә ниндәй проекттар өҫтөндә эшләйһең?
- Әле мәғлүмәт тапшырыуҙарының төп редакцияһында хәбәрсе булып эшләйем. Быйыл «Аҙна яңылыҡтары»н сығара башлау бәхете тейҙе. Форсаттан файҙаланып, хөрмәтле яҡташтарымды һәр шәмбе 22:30 сәғәттә аҙнаның төп ваҡиғалары һәм яңылыҡтары тураһында сығарылыш ҡарарға саҡырам.
- Бындай тырыш ҡыҙҙы етәкселек тә иғтибарҙан ситтә ҡалдырмайҙыр?
- Иң төп награда - ул эшләгән репортаждарҙан һуң геройҙарыңдан рәхмәт алыу. Матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре араһында уҙғарылған конкурстарҙа еңеү яулау ҙа эшкә дәрт өҫтәй, сәмләндерә, әлбиттә. Йыл башында ғына Мәскәүгә барып, «Журналистар урындағы үҙидаралыҡ өсөн» тип исемләнгән Рәсәй кимәлендәге конкурс һөҙөмтәләре буйынса лауреат дипломы алып ҡайттым. 2021 йылда Башҡортостан Башлығының Рәхмәт
хаты менән дә бүләкләнеләр.
- Киләсәккә ниндәй пландар менән янып йәшәйһең?
- Пландар күп, һәр еңеү бәләкәй генә аҙымдарҙан башлана. Шуға ҡуйылған маҡсаттарға яйлап ҡына ирешеү ниәтем.
- Ишембай халҡына, гәзит уҡыусыларға ниндәй теләктәрең бар?
- Республиканың төп телеканалы менән һәр ваҡыт бергә булырға саҡырам. «Яңылыҡтар»ҙың сығарылышында Башҡортостанда булған барлыҡ ваҡиғалар оператив рәүештә яҡтыртыла. Әлбиттә, үҙемдең егәрле, уңған ерҙәштәремде - Ишембай халҡын да зәңгәр экрандарҙан йыш күрһәтергә тырышам. Һәр ваҡыт бергә, берҙәм, һаусәләмәт булайыҡ!
- Әңгәмәң өсөн ҙур рәхмәт. Һиңә яңынан-яңы үрҙәр, ҡыҙыҡлы геройҙар, эшеңдә уңыштар теләйбеҙ!
Фотолар Г. Хәйбуллинаның шәхси архивынан.