Стела зәңгәр томанда аҡ парашют һәм һары хәрби самолеттар формаһында эшләнгән.
Һәйкәлдең ике яғынан таҡтаташтар ҡуйылған. Уларҙа
“Махсус хәрби операцияның
ҡыйыу яугирҙарына – хөрмәт
һәм ихтирам”, “Хәрби-десантсыларға бағышлана” тип
яҙылған.
Васильевка ауылы халҡы
үҙ яҡташтарының хәрби
ҡаҙаныштарына хөрмәт менән
ҡарай. Ағымдағы йылдың май
айында ғына бында Бөйөк Ватан
һуғышында ҡатнашыусыларға
ҡуйылған яңыртылған һәйкәл
асылғайны. Ауылдаштар фронтовиктарҙың батырығын онотмай: 1969 йылда ҡуйылған
обелискының тышын яңыртты,
иҫтәлекле яҙыуҙы тергеҙҙе,
эргә-тирәһен төҙөкләндерҙе.
Халыҡ был эштә туҡталып
ҡалмай, десантсыларға һәм махсус хәрби операция яугирҙарына
бағышланған мемориал да
урынлаштырҙы.
Стеланы ҡуйыу идеяһын күп
балалы әсә Роза Андреева
тәҡдим итә. Тап ул ҡыҫҡа ғына
ваҡыт эсендә десантсыларҙан
торған инициатив төркөм туплап,
макет эшләп, бағыусыларҙы
йәлеп итә. Был башланғыс бер
ай эсендә тормошҡа ашырыла.
- Минең тормош иптәшем
һауа-десант ғәскәрҙәрендә
хеҙмәт итте. Бер ваҡыт мин уның
төрлө ҡалаларҙа десантсыларға
арнап ҡуйылған һәйкәлдәрҙе
телефондан ҡарап ултырғанын
күреп ҡалдым. Уның күптән
тыуған ауылында ошондай уҡ
мемориал ҡуйыу теләге менән
йәшәгәнен белә инем, - тине
Роза Андреева. – Ул төндө мин дә
йоҡлай алмай һәйкәлдәр ҡарап
сыҡтым. Ә иртән монументтың
нисек буласағын иремә һөйләп,
30 көн эсендә эшләнәсәге
тураһында белдерҙем. Барыһы
ла планлаштырғанса килеп
сыҡты.
Роза Андрееваның тормош
иптәше Владимир Андреев
тәүҙә әңгәмәләшеүҙән баш
тартты. Әммә һүҙ һауа-десант
ғәскәрҙәре тураһында барғас,
күҙҙәре балҡып китте.
- Минең атайым да ошо
ғәскәрҙәрҙә хеҙмәт итте. Ул
ауылыбыҙҙың тәүге десантсыһы.
Ғаиләбеҙҙең хәрби йолаһын
дауам итеүемә шатмын, - ти
Владимир Андреев. – Иҫтәлек
таҡтаһы тураһында уйлағанда,
береһендә хәрби кейемдәге
атайымды һүрәтләргә булдыҡ.
Гранит таҡтаһына төшөрөлгән
десантсы портреты стеланың
һул яғында урын алды. Был фотола бер нисә быуын хәрбиҙәрҙең
батырлыҡтары сағылыш тапҡан.
Мемориалды асыу тантанаһында һауа-десант ғәскәрҙәре ветерандары, ауыл халҡы
һәм мәртәбәле ҡунаҡтар
ҡатнашты. Улар белдереүенсә,
десантсыларға һәр ваҡыт иң
яуаплы йөкләмәләр ҡушыла,
улар һәр саҡ алғы һыҙыҡта
хеҙмәт итә. Ҡанатлы пехотаның
батырлыҡтары тураһында легендалар йөрөй. Васильевка
ауылындағы яңы мемориал
яҡташ яугирҙарҙың ҡыйыулығын
дәлилләй. Хәҙер барлыҡ Ватан
һаҡсылары тураһындағы хәтер
ауылдың иң уртаһында һаҡлана