Йәмғиәт
20 Ноябрь 2025, 09:20

Юридик шәхескә – 1 миллион штраф

Ишембай ҡала-ара прокуратураһы коррупцияға ҡаршы көрәш ҡануниәтенең үтәлеүен тикшерҙе.

Юридик шәхескә – 1 миллион штрафЮридик шәхескә – 1 миллион штраф
Юридик шәхескә – 1 миллион штраф

Билдәле булыуынса, 2025 йылдың майында шәхси һаҡ ойошмаһы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәксеһе хеҙмәт ҡанундарын боҙоу өсөн компанияны административ яуаплылыҡҡа тарттырмау маҡсатында БР Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы хеҙмәткәренең банк иҫәбенә 10 мең һум аҡса күсерә.
Ведомство вәкиле был хаҡта хоҡуҡ һаҡлау органдарына хәбәр итә.

Прокуратура ҡарарына ярашлы, ойшма административ яуаплылыҡҡа (ч. 1 ст. 19.28 КоАП РФ) тарттырыла. Асыҡлап әйткәндә, был енәйәт юридик шәхес исеменән законһыҙ бүләкләүҙе аңлата. Һөҙөмтәлә, 1 миллион һум күләмендә штраф һалына, шулай уҡ ришүәт предметы конфискациялана.

Быға тиклем хоҡуҡ боҙоусыға ваҡ ришүәтселек өсөн ғәйепләү хөкөмө (ч. 1 ст. 291.2 УК РФ) сығарылған була.

 

Фото: Гөлназ Ғиниәтуллина

Автор:Р.А. МӨХӘМӘТШИН.
Читайте нас