

Рауил Әһлиулла улы 1939 йылда Әптек ауылында ете балалы ғаиләлә тыуып үҫә. Сәлих урта
мәктәбендә ете класс бөткәндән һуң, Стәрлетамаҡ һөнәрселек
техникумында белем ала.
Әрмелә өс йыл ярым хеҙмәт
итеп ҡайтҡандан һуң, Яңы
Әптек ауылында урынлашҡан
төрмәгә эшкә инә. 1965 йылда
“Ағиҙел” совхозы төҙөлгәс тәүге
көндәрҙән үк водитель булып
эшкә урынлаша. Рауил Әһлиулла
улы 60 йыл һөнәренә тоғро ҡала.
Сәрүәр Ғәләүетдин ҡыҙы
иһә сығышы менән Ауырғазы
районының Ибрай ауылынан.
Бәләкәй сағында әсәһе менән
Яңы Әптеккә күсенәләр. Оҙон
сәсле, нескә билле, һылыу
ҡыҙҙы егет ауыл клубында киске
уйында осрата. Бейергә төшкән
йәштәр араһында ғишыҡ уты
ҡабына. Шул уҡ йылдың 1 майында никах уҡыталар.
- Аҡ йөҙлө, зәп-зәңгәр күҙле,
мөһабәт кәүҙәле ағайығыҙға
шунда уҡ ғашиҡ булдым. Беҙҙең
йәш айырмабыҙ ҙа байтаҡ ҡына
ине. Ул минән һигеҙ йәшкә
оло. Ул саҡта Өфөлә бухгалтер һөнәренә уҡый инем. Рауил әрменән ҡайтып, совхозда эшләп йөрөй. Элегерәк
ҡыҙҙарға әрмелә хеҙмәт иткән,
тартмаған егеттәр оҡшай ине
бит. Никах уҡытҡас мин Өфөгә
уҡырға киттем. Ә ағайығыҙ
баҫыуҙа сәсеү эштәрендә
ҡайнай. Никахыбыҙҙы законлы рәүештә көҙгөһөн, эштәр
тамамланғас ҡына, 13 ноябрҙә,
теркәтеп ҡуйҙыҡ. Эш тип ҡайнап
йәшәнек, - тип хәтерләй Сәрүәр
апай. - “Ағиҙел” совхозы гөрләй
ине. Иртә таңдан ҡара кискә тиклем эштәбеҙ. Ҡәйнәм, әсәйем
менән бергә татыу ғүмер иттек.
Әсәйем мәрхүмә 100 йәшенә
тиклем беҙҙең менән йәшәне.
Доғаларын уҡып, бәйләмдәрен
бәйләп ултырыр ине. Элек
бәпес табып, балаға алты ай
тулыу менән эшкә сыҡтыҡ.
Уларҙы үҫтереү өләсәйҙәр
иңенә төштө. Балалар ҡараулы
булғас күңелебеҙ ҙә тыныс ине.
Ағайығыҙ йөк машинаһы менән
республиканың байтаҡ юлдарын
үтте. Мин ғүмерем буйы келәт
мөдире булып эшләнем. Хеҙмәт
стажым – 40 йыл. Заманында совхоз биргән йортта 53 йыл бергә
бәхетле ғүмер итәбеҙ.
Нурдәүләтовтарҙың бәхетле,
мөхәббәтле ғаиләһендә өс ҡыҙ
донъяға килә. 1966 йылда оло
ҡыҙҙары - Ләлә, 1971 йылда –
Зилә, 1975 йылда кинйәләре
Лена тыуа.
- Бәләкәйҙән атай менән
әсәйҙән, өләсәйҙәребеҙҙән
матур тәрбиә алып, бәхетле балалар булып үҫтек. Улар беҙҙе
хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләп,
үҙаллы итеп үҫтерҙеләр. Үҙемде иҫ белгәндән алып атайәсәй беҙҙең өсөн тырышты -
уҡыттылар, кеше иттеләр, туйҙар
яһанылар. Мин үҙем хәҙер 38
йыл фельдшер булып эшләйем.
Ошо ауылда Хәлил тигән егеткә
тормошҡа сығып, ул үҫтерҙек.
Заманында тыуған ауылымдан ситкә сығып китмәгәнемә
һөйөнөп бөтә алмайым. Атайәсәй янда, көн һайын барып торам. Уларҙың ярҙамы әле лә ныҡ.
Беҙҙән дүрт саҡрым алыҫлыҡта
ятҡан Әптек ауылында 12 йыл
фельшер булып эшләнем.
Берәйһе ауырып китһә төнөн
дә, ҡышҡы буранлы һыуыҡтарҙа
ла ашығыс саҡырыуҙарға йөрөй
торғайным. Тормош иптәшем
йыш ҡына командировкаларҙа
булғас, атайым тиҙ генә
“Жигули”ын тоҡандыра һала.
Ул өйҙә булмаһа, әсәйем йәһәт
кенә транспорт табып, хатта
тракторға булһа ла ултыртып
ебәрә ине. Иң мөһиме, ҡыҙыбыҙ
өшөп-туңып йөрөмәһен, эше
ҡалмаһын тип борсолдолар.
Үҙҙәре һәр нәмәгә яуаплы
ҡарағанға күрә, беҙҙә лә шундай сифат тәрбиәләнеләр.
Бөгөн барыбыҙ ҙа матур тормош
көтәбеҙ. Лена һеңлебеҙ ике
юғары белем алып Стәрлетамаҡ
ҡалаһында башланғыс кластар
уҡытыусыһы булып эшләй. Рим
кейәүебеҙ менән ике улға, бер
ҡыҙға ғүмер бирҙеләр. Уртансы
һеңлем Зилә бәләкәйҙән һаулыҡ
мөмкинлеге сикле булғанға
күрә икенсе төркөм инвалиды.
Ул һигеҙ йыл Воскресенскийҙа
уҡыны. Атай менән әсәй
уның янына аҙна һайын бара
торғайнылар. Бөгөн Зиләбеҙ
хужалыҡта күҙ терәп торған
иң ҙур ярҙамсы. Эшкә уңған,
егәрле булыуҙан тыш, алсаҡ,
киң күңелле, туған йәнле ул. Заманында әсәйем өсөнсөгә ҡыҙ
тапҡас, атайым менән быныһы
ла ҡыҙ, тип илағаныбыҙҙы
хәтерләйем. Ҡыуаныстан
иланыҡ! Өс ҡыҙым - өс
фәрештәм, тип кенә үҫтерҙеләр
улар беҙҙе, - ти оло ҡыҙҙары
Ләлә Ҡунаҡбаева.
Тормош, әлбиттә, бер көйө
генә бармай. Нурдәүләтовтарҙың ғаиләһенә төрлө
һынауҙарҙы үтергә тура килә.
- Ҡыйын заманалар ҙа булды. Совхоздың аҡсаһыҙ
саҡтары бар ине. Эш хаҡы
түләнмәне. Балалар ситтә
уҡый. Мал аҫраныҡ, ҡош-ҡорт
тоттоҡ, баҡса үҫтерҙек. Хатта
сохарый киптерҙек. Башмаҡ
һуйып, баҙарҙа ит һатып,
шуның аҡсаһына ҡыҙҙарҙы
кейендерҙек, ашарҙарына ташыныҡ. Аллаға шөкөр, һөт, май,
ҡаймаҡтан өҙөлмәнек. Тормош
көйләнеп, матур ғына йәшәп
ятҡанда 2006 йылда онкология менән ауырып йығылдым.
Өфөлә операция эшләтеп,
өс ай самаһы дауаханала яттым. Иптәшем ул ваҡытта үҙе
һыйыр һауып, донъя көттө.
Аҙна һайын ҡыҙҙар менән хәл
белешергә килә торғайны. Үҙе
лә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы
йылдарҙа ике тапҡыр инсульт
кисерҙе. Һаулығы ҡаҡшаны.
Хәҙер уны матур итеп тәрбиәләү,
бағыу минең өҫтә. Укол, системалар менән оло ҡыҙыбыҙ
ярҙам итә. Барлыҡ һынауҙарҙы
шулай ағайығыҙ менән бергә
кисерәбеҙ, - ти Сәрүәр апай.
Хужабикә ирен, ысынлап та,
матур ҡарай. Сынъяһау итеп
кейенеп ҡаршы алған Рауил
ағай хас кейәү егетеме ни! Йәш
саҡта разведчик Штирлицты
уйнаған совет актеры Вячеслав Тихоновҡа оҡшағанға күрә
яҡындары уны шаяртып беҙҙең
Штирлиц, тип йөрөтә икән.
Эргәһендә ныҡлы тыл, ышаныслы тормош иптәше булғанға
ғаилә башлығы йәш күренә.
Инсульттан һуң яҡындары тарафынан тейешле иғтибар,
дауалау булғас, хәле лә күпкә
яҡшырған. Әңгәмәләшкәндә
йәш ваҡыттарын иҫкә алып күҙе
йәшләнһә лә, ара-тирә шаярыу
һүҙҙәре ҡыҫтырып, көлдөрөп
алырға ла өлгөрә.
- Балалар алдында аталарын
һәр саҡ тик яҡшы һүҙҙәр менән
генә телгә алам. Өйҙә тауыш
булманы. Бер-беребеҙҙе ярты
һүҙҙән аңлайбыҙ. Намыҫлы,
фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн совхоз
уны йыл һайын шифаханаға юлламалар менән бүләкләне. Бер
ваҡытта ла юлына ҡаршы төшөп,
бармайһың тимәнем. Ул ваҡытта
бер ай ял итә торғайнылар.
Күстәнәстәрен тейәп, һағынып
ҡайтып инер ине. Йылы яҡтарҙан
беҙгә йәшник-йәшник емешеләк тултырып ебәрә торғайны.
Ҡыҙҙарға ла хәҙер шуны әйтәм.
Кейәүҙәрегеҙҙе бер ваҡытта
ла тәнҡитләмәгеҙ, контролдә
тотмағыҙ. Әгәр үҙҙәренең башында аҡыл бар икән, һәр ваҡыт
тоғро булырҙар, яратырҙар, - ти
Сәрүәр Ғәләүетдин ҡыҙы.
Бөгөнгө көндә бәхетле өләсәй
менән олатайҙың өс ейәне
һәм бер ейәнсәре бар. Улар
дәрәжәле урындарҙа эшләп,
белем алып йөрөй. Олатай
менән өләсәй янына ашҡынып
ҡайталар. Нурдәүләтовтар ауылда ла ихтирамлы, абруйлы
ғаилә.
- Ғөмүмән, 60 йыл бергә
йәшәү бәхете күптәргә тәтемәйҙер ул. Рауил ағай менән
Сәрүәр апай ҡасандыр ҡабыҙған
ғаилә усағында бөгөн күптәр
йылына. Шул йылылыҡ хатта
беҙгә – күршеләренә, ауылдаштарына ла етә. Үҙемдең
өс улым да ошонда үҫте. Заманында мунсаға йөрөнөк,
хәҙер өмөләрҙе, ҡунаҡтарҙы
ҡалдырмайбыҙ. Улар икәүләп
етәкләшеп урамдан үткән саҡта
ана беҙҙең “сладкая парочка” килә тип һоҡланып ҡарап
ҡалабыҙ. Элек бергә эшләгән
коллегалары онотмай, һөнәри
байрамдары менән йыл һайын
килеп ҡотлап китә. Бигерәк тә
Рауил ағайҙы “ҡартыбыҙ” тип
яраталар. Ҡәйнәләр менән
бергә татыу ғүмер иттеләр. Улар
ҙа шул тиклем матур хөрмәтле
ағинәйҙәр булды. Рауил ағай
оҙон юлдарҙа йөрөнө. Республика буйлап 3-4 көнгә йөк
машинаһында сәфәргә сығып
китә ине. Ул ваҡытта кеҫә телефондары булманы. Сәрүәр апай
әллә ҡайҙан һиҙенә ине. Бөгөн
ағайың шунда булырға тейеш, иртәгә оҙаҡламай ҡайтып
етер, тип сабыр ғына көттө.
Иртәгәһенә, ысынлап та, ғаилә
башлығы елдереп ҡайтып инә.
Машинаһының тауышын балалар әллә ҡайҙан ишетеп
ҡаршы йүгерәләр. Рауил ағай
арып ҡайтыуына ҡарамаҫтан,
ҡыҙҙарының күңелен күрер
өсөн, уларҙы ултыртып ауылды
бер уратып килә. Һәм тағы ла
бер матур йола бар был ғаиләлә
– йыл һайын 8 Март байрамына ғаилә башлығы һөйөклө
ҡатынына, ҡыҙҙарына сәскәләр
тотоп ҡайта. Ауылыбыҙ менән
яратабыҙ был ғаиләне. Иҫәнһау булһындар, бергә матур
тигеҙ ғүмер итһендәр, - тип
белдерҙе Нурдәүләтовтарҙың ут
күршеләре Әминә Мәһәҙиева.
Бер-береһенә һаман да
йәшлек хистәрен һаҡлап, яратып баҡҡан һөйкөмлө парға
ҡарап, оҙаҡ йылдар тигеҙлектә,
бер йән булып йәшәүҙең серен
һораным.
- Уның сере ябай ғына - берберебеңде аңлап, хөрмәтләп,
яратып йәшәп, сабыр була
белеүҙә. Ғүмер көҙөңдә пар
ҡанатың менән булып, балалар, ейәндәр-ейәнсәрҙәр һөйөү
ҡыуанысын бергәләп татыуға
ни етә? Барыһына ла шуны
теләйбеҙ. Ил-йорт тынысланып, уландар иҫән-һау әйләнеп
ҡайтып, барыһы ла беҙҙең кеүек
матур, тигеҙ тормош көтһөндәр,
- тип изге теләктәрен еткерҙе
ғаилә башлығы.
Автор фотоһы.